Вәзих

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Вәзихғәрәп сығанаҡлы башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәзих — «асыҡ», «аңлайышлы» мәғәнәһендәге мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәзих Мөхәмәтша улы Исхаҡов (5 октябрь 1927 йыл — 20 ғинуар 1985 йыл) — яҙыусы, 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1984).

Вәзих Кашап улы Сәйфуллин (6 ғинуар 1929 йыл — 2 ноябрь 2002 йыл) — актёр, драматург, режиссёр. 1968—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры, 1979—1990 йылдарҙа режиссёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. (1953).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ