Габсбургтар монархияһы
Габсбургтар монархияһы, Габсбургтар империяһы йәки Австрия монархияһы — Габсбургтарҙың Австрия тармағы хакимлығы аҫтындағы йыйылма территорияларының рәсми рәүештә атамаһы. Ғәҙәттә 1526 йылдан башланған дәүергә ҡарата файҙалана, нәҡ ошо ваҡытта Фердинанд I үҙенең биләмәләренә Чехия тажы ерҙәрен һәм Венгрияны ҡуша. Был дәүер 1804 йылда Австрия империяһы ойошторолғанға тиклем бара. «Габсбургтар монархияһы» термины 1276 йылдан башланған осорға ҡарата (Австрияның Габсбургтар хакимлығы аҫтына күсеү ваҡыты) 1918 йылға тиклем (Австро — Венгрияның емерелеүе) киңерәк мәғәнәлә лә ҡуллана ала. 1804 йылға тиклем Габсбургтар хакимлығы аҫтындағы территорияларҙың рәсми рәүештә берҙәм исеме булмай.
Габсбургтар империяһы атамаһы шулай уҡ Испания, Испания Нидерландтары, Франш — Конте, Ломбардия, Неаполитан короллеге, Сицилия, Сардиния һәм Испанияның Америка биләмәләрен үҙ эсенә алған Изге Рим империяһы императоры Карл V Габсбургтың хакимлығы аҫтындағы дәүләт берәмектәренең йыйылмаһын билдәләү өсөн дә киң ҡулланыла.
Составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Габсбургтар монархияһы (1526—1804) составына түбәнге территориялар инә:
- Мираҫҡа ҡалған Австрия ерҙәре:
- Австрия эрцгерцоглығы (Түбәнге һәм Үрге) ;
- Штирия герцоглығы;
- Каринтия герцоглығы ;
- Крайна герцоглығы ;
- Истрия маркграфлығы;
- Тироль графлығы;
- Горица һәм Градишка графлығы;
- Форарльберг;
- Алғы Австрия;
- Триест;
- Чехия тажы ерҙәре:
- Чехия короллеге;
- Силезия герцоглығы;
- Моравия маркграфлығы;
- Үрге Лужица маркграфлығы (1635 йылға тиклем);
- Түбән Лужица маркграфлығы (тиклем 1635 йылға тиклем);
- Венгрия короллеге;
- Трансильвания бөйөк кенәҙлеге ;
- Хәрби сик;
- Хорватия һәм Славония короллеге.
Бынан тыш ҡайһы бер тарихи дәүерҙәрҙә Габсбургтар монархияһы шулай уҡ түбәндәге биләмәләрҙе үҙ эсенә алған:
- Австрия Нидерландтары (1713—1792);
- Милан герцоглығы (1713—1797);
- Неаполитан короллеге (1713—1735);
- Сардиния короллеге (1713—1720);
- Темешвара Банаты (1718—1778);
- Войводина һәм Төньяҡ Босния (1718—1739);
- Олтения (1718—1738);
- Сицилия короллеге (1720—1735);
- Парма герцоглығы (1735—1748);
- Галиция һәм Лодомерия короллеге (1772 йылдан алып);
- Буковина (1774 йылдан алып);
- Кесе Польша (1795 йылдан алып);
- Венеция өлкәһе (1797 йылдан алып);
- Далмация (1797 йылдан алып).
Габсбургтар династияһы монархтары 1439—1806 йылдарҙа (1740—1745 йылдарҙан башҡа) шулай уҡ Изге Рим империяһы императорҙары булалар.
Колониялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австрия империяһы Викимилектә |
- Австрия или Австрийская монархия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)