Гербель Николай Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гербель Николай Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 26 ноябрь (8 декабрь) 1827[1]
Тыуған урыны Тверь, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 (20) март 1883[1] (55 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Тула өлкәһе
Атаһы Василий Васильевич Гербель[d][1]
Хәләл ефете Ольга Ивановна Гербель[d][2][3]
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе, нәшерсе, мөхәррир
Уҡыу йорто Первая киевская гимназия[d]
 Гербель Николай Васильевич Викимилектә

Гербель Николай Васильевич (8 декабрь (26 ноябрь) 1827 йыл, Тверь — 20 март (8 март) 1883 йыл, Петербург) — Рәсәй империяһы шағиры-тәржемәсе, әҙәбиәт белгесе, нәшриәтсе-мөхәррир, библиограф.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Васильевич Гербель 1827 йылдың 26 ноябрендә Тверь ҡалаһында Шосткинский дары заводы командиры генерал-лейтенант Василий Васильевич Гербель ғаиләһендә тыуған

Ата-әсә йортонда тәүге тәрбиәне ала, әммә туғыҙынсы йәшендә уны Киев ҡалаһында 1-се Киев гимназияһы янындағы Благородный пансионға бирәләр. Гимназияны тамамлап, Гербель кенәз Безбородконың Нежинский лицейына уҡырға инә. Бында ул Совет тәҡдим иткән «Подробный разбор словесных произведений Сумарокова и Ломоносова и общее заключение о характере и состоянии русской словесности от Петра Великого до Екатерины II» темаһына диссертация яҙа. Был диссертация көмөш миҙалға лайыҡлы тип таныла[4].

1850 йылдарҙан башлап төрлө Петербург журналдарында баҫыла башлай. 1850 йылдар аҙағында иң яҡшы сит ил шағирҙарын урыҫ телендә баҫтырып сығара; был эшкә урыҫ әҙәбиәтенең күренекле эшмәкәрҙәрен йәлеп итә, төрлө журналдарҙа таралған классик сит ил шағирҙарының иң яҡшы йыя.

1857 йылда рус яҙыусылары тәржемәһендә Шиллер әҫәрҙәре йыйынтығы барлыҡҡа килә, аҙаҡ Шекспир, Байрон, Гете, Гофман, Шевченко әҫәрҙәрҙең тулы йыйынтығы, немец, инглиз шағиры һәм славян шағирҙарының иң яҡшы әҫәрҙәренән хрестоматия нәшер ителә.

Рус әҙәбиәте өлкәһендә Гербелдың шиғырҙа тәржемә ителгән «Слова о полку Игореве» (1854) айырым әһәмиәткә эйә, уны шул ваҡыттың ғалим-филологтары йылы ҡабул итә; Гербель шулай уҡ үҙенән һуң «Русские поэты в биографиях и образцах» (СПб., 1873, 1880, 1888) и «Немецкие поэты в биографиях и образцах» (СПб., 1877) китаптарын ҡалдыра.

Гербель Николай Васильевич 1883 йылдың 8(20) мартында Санкт-Петербургта вафат була. Тула губернаһының Чернский өйәҙендә (хәҙерге Тула өлкәһенең Плавский районы) имениеһынан алыҫ түгел Бабурино ауылы зыяратында ҡатыны менән йәнәш ерләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡатыны: Ольга Ивановна, тыумыштан Соколова. 1840 йылда тыуған, 1863 йылдың 3 апрелендә кейәүгә сыға, шунан һуң иренә тәржемәләрҙә һәм нәшер итеүҙә ярҙам итеп, әҙәбиәт менән шөғөлләнә башлай. 1877 йылда Байрондың «Вернер, или Наследство» трагедияһын үҙаллы тәржемә итә. Был тәржемә «Сочинения Байрона в переводе русских писателей» хеҙмәтенең IV томында урынлаштырылған. Иренең яҡын дуҫы һәм ярҙамсыһы булараҡ, ул уның үлемен кисерә алмай һәм шул уҡ йылда вафат була (23 ноябрь)[5][6].

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поэзия славян / Сост. Н. Гербель. — СПб., 1871;
Английские поэты в биографиях и образцах / Сост. Н. Гербель. — СПб., 1875;
Немецкие поэты в биографиях и образцах / Сост. Н. Гербель. — СПб., 1877;
Полное собрание стихотворений, 2 тт. — СПб., тип. Безобразова, 1882.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Гербель, Николай Васильевич (урыҫ) // Русский биографический словарьМ.: 1914. — Т. 4. — С. 486—492.
  2. Гербель, Николай Васильевич (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1892. — Т. VIII. — С. 453.
  3. Гербель, Ольга Ивановна (урыҫ) // Русский биографический словарьМ.: 1914. — Т. 4. — С. 493.
  4. Ельницкий А. Е. Гербель, Николай Васильевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  5. Гербель, Ольга Ивановна // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  6. Гербель, Николай Васильевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В статье использован текст из Литературной энциклопедии 1929—1939, перешедший в общественное достояние, так как он был опубликован анонимно и имя автора не стало известным до 1 января 1992 года.
  • Невзоров Н. К. Памяти Николая Васильевича Гербеля. — [Казань]: тип. Губ. правл., ценз. 1883
  • Подробный список произведений и изданий Гербеля у Языкова Д., Обзор жизни и трудов покойных русских писателей, в. III, СПб., 1886 и дополнительный в следующих выпусках;
  • Перечень отзывов о переводах Гербеля у Венгерова С. А., Источники словаря русских писателей, т. I, СПб., 1900.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]