Глушарин Иларий Казимирович
Глушарин Иларий Казимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 25 ғинуар 1895 |
Тыуған урыны | Слупца[d], Слупецкий уезд[d], Калишская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 22 август 1963 (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Һөнәр төрө | актёр, режиссёр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Глушарин Иларий Казимирович (25 ғинуар 1895 йыл, Слупцы — 22 август 1900 йыл, Өфө) — актёр, режиссёр. 1936—1938 һәм 1944—1961 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры артисы һәм режиссёры. 1937 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1943 йылдан КПСС ағзаһы[1]. 1946—1952 йылдарҙа Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1945). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иларий Казимирович Глушарин 1916 йылдан — Мәскәүҙең төрлө драма коллективтары актёры. 1918—1936 йылдарҙа актёр, Беларусь, Рәсәй, Украина тетартҙары режиссёры. 1938 йылдан Йәш тамашасы театрының художество етәксеһе, 1941—1944 йылдарҙа — Рус драма театры (Өфө) Бәләбәй филиалының художество етәксеһе. 1936—1938 һәм 1944—1961 йылдарҙа Рус драма театрының актёры, режиссёры. 1946—52 йылдарҙа Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. 1937 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
«Социаль геройҙар» амплуаһында үҙен сағыу күрһәтә : Артур Риварес (С.Прокопьевтың шул уҡ исемле Э. Л. Войнич романындағы «Овод» романы буйынса), Платон Кречет (А. Е. Корнейчуктың шул уҡ исемле драмаһы), Незнамов («Без вины виноватые» , А.Островский). Әһәмиәтле ролдәре араһында — Сирано («Сирано де Бержерак» Э Ростан), Борис Годунов («Смерть Иван Грозного» А. К. Толстой), Нинкович («Госпожа министерша», Нушич Бранислав). Глушариндың режиссерлыҡ ижады оригиналлеге, уйланылған сәнғәт концепцияһының үҙенсәлеге, стиле һәм жанрының билдәләнеше менән айырылып тора. Уның спектаклдәре театр тәнҡитселәренең юғары баһаһын һәм тамашасыларҙың таныуын ала: урыҫ драма театры —К. М. Симоновтың «Русский вопрос» (1947), У. Шекспирҙың «Много шума из ничего» У.Шекспира (1950), А. Н. Афиногеновтың «Машенька», (1951); ТЮЗ-да В. И. Штоктың — «Дом № 5», В.Катаевтың «Белеет парус одинокий» В. П. Катаева (1939) һ. б. «Это было так», «Кто виноват?», «Во имя жизни» пьесаларының авторы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Павел Тихомиров. Есть такой театр... — М.: Пробел-2000, 2013. — ISBN 978-5-98604-400-2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Глушарин Иларий Казимирович (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2021)
- Национальный Молодежный Театр РБ
- Азалия Белгазина. Пять сезонов детства перед войной. Уфимский ТЮЗ (1936—1941)(недоступная ссылка)
- Живая память. Краеведческий сборник
- Театральная жизнь (1961)
- «Маска», я тебя знаю 2021 йыл 27 февраль архивланған.
- 25 ғинуарҙа тыуғандар
- 1895 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 22 августа вафат булғандар
- 1963 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- СССР театр режиссёрҙары
- КПСС ағзалары
- XX быуат актёрҙары
- СССР актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Актёрҙар
- Режиссёрҙар