Григорьев Иван Васильевич
Григорьев Иван Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 октябрь 1933 |
Тыуған урыны | Савельевка, Таналыҡ ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 май 2014 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Мирный[d], Сосновка районы, Силәбе өлкәһе, Рәсәй |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | XXVI съезд КПСС[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Григорьев Иван Васильевич (1 октябрь 1933 йыл — 6 май 2014 йыл) — СССР һәм Рәсәй агросәнәғәт производствоһын ойоштороусы. 1975—2008 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Россия» дәүләт токомсолоҡ заводы (һуңынан ауыл хужалығы производство кооперативы) директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Силәбе өлкәһе Сосновка районының почётлы гражданы (1995).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Васильевич Григорьев 1933 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Савельевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1967 йылда Силәбе совет-партия мәктәбен, 1976 йылда — КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы юғары партия мәктәбен ситтән тороп уҡып тамамлай.
1955—1969 йылдарҙа ул Андреев исемендәге колхозда (Ырымбур өлкәһе) шофер, бригадир, Хәйбулла орлоҡсолоҡ совхозы (Башҡорт АССР-ы) үҙәк бүлексәһендә идарасы булып эшләй.
1969 йылда Силәбе өлкәһенә күсә:
- 1969—1970 йылдарҙа — Сосновка районының «Тепличный» совхозында тәьмин итеү буйынса инженер, эшселәр комитеты рәйесе,
- 1970—1975 йылдарҙа — «Митрофановский» совхозының партия комитеты секретары.
1975 йылдың декабренән — Силәбе өлкәһенең «Россия» дәүләт токомсолоҡ заводы директоры. 1976 йылда Сосновка КПСС район комитетының беренсе секретары итеп һайлана, бер ни тиклем ваҡыт ике вазифаны бер юлы башҡара, ә һуңынан партия эшенән баш тарта. Уның етәкселегендә ауыл хужалығы предприятиеһы өлкәлә иң эре предприятиеләрҙең береһе булып китә, һөт, картуф етештереүҙә махсуслаша һәм ҡара-сыбар тоҡомло тоҡом малын төп үрсетеүсе булып тора. Етди селекцион-тоҡомсолоҡ эштәре һөҙөмтәһендә рекорд класлы саф тоҡомло элиталы малдарҙан торған юғары продуктлы көтөү ойошторола.
И. В. Григорьев Германия Федератив Республикаһында һәм АҠШ-та стажировка үтә, Австрия һәм Нидерландта малсылыҡ ойоштороу тәжрибәһен өйрәнә. Был етди һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә: бер һыйырҙан 5067 кг һөт һауып алыуға өлгәшелә, һөт етештереү 1,5 тапҡырға, ит һәм ит продукцияһы 1,3 тапҡырға, һөт һатыу — 1,5 тапҡырға, ит — 1,2 тапҡырға арта, тоҡом малын һатыу 400 башҡа етә.
КПСС-тың XXVI съезына делегат итеп һайлана.
Иван Васильевич Григорьев оҙаҡ һәм ҡаты ауырыуҙан һуң 2014 йылдың 6 майында вафат була. Силәбе өлкәһенең Сосновка районы Мирный ҡасабаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы,
- Ленин ордены,
- Октябрь Революцияһы ордены,
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1997),
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы,
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы,
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре,
- Силәбе өлкәһе Сосновка районының почётлы гражданы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Григорьев Иван Васильевич . «Герои страны» сайты.
- http://www.dlica.ru/showperson_new.php?id=414 2016 йыл 5 март архивланған.
- 1 октябрҙә тыуғандар
- 1933 йылда тыуғандар
- Хәйбулла районында тыуғандар
- 6 майҙа вафат булғандар
- 2014 йылда вафат булғандар
- Силәбе өлкәһендә вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- КПСС-тың XXVI съезы делегаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр