Зәйнуллина Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы
Зәйнуллина
Тыуған көнө

16 август 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны

Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәтәл ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Награда һәм премиялары

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Зәйнуллина Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы (16 август 1935 йыл) — телсе ғалим, лексикограф, Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы Зәйнуллина 1935 йылдың 16 авгусында Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәтәл ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

1950—1954 йылдарҙа Троицк ҡалаһындағы педагогия училищеһында, 1954—1959 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтынданда уҡый һәм 1960—1964 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 1-се интернат мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1964 йылдан ғилми эшмәкәрлеген Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында башлай.

1988 йылда «Башҡорт лингвистика терминологияһының формалашыу тарихынан» тигән темаға диссертация яҡлай, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала[1].

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт теленең милли терминологияһы үҫешенә ҙур өлөш индергән телселәрҙең береһе. 2002 йылда баҫылған «Башҡорт лингвистик терминологияһының формалышыуы һәм үҫеше» тигән китабында башҡорт теленең терминдар системаһының формалашыу тарихына анализ яһай, байый һәм камиллаша барыуын, методологик нигеҙҙәрен, принциптарын күрһәтә. 100 ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

Әкрәм Бейешев, Иҙел Агишев, Эрнст Ишбирҙин, Зәйнулла Ишмөхәмәтов, Таңһылыу Күсемова, Сәриә Миржанова, Зәкиә Уразбаева, Зиннур Ураҡсин, Урия Яруллина менән берлектә академик һүҙлектәр: ике томлыҡ «Башҡорт теленең һүҙлеге» (1993), «Башҡортса-русса һүҙлек» (1996), «Хәҙерге башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге» (2004), ике томлыҡ «Русса-башҡортса һүҙлек» (2005) төҙөүҙә ҡатнаша[1].

Йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләренә ҡараған һүҙлектәре:

  • «Төрөксә-башҡортса һүҙлек» (1997);
  • «Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге» (2001);
  • Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (2002);
  • «Урыҫса-башҡортса тел ғилеме терминдары һүҙлеге» (2002);
  • «Башҡортса-урыҫса, урыҫса-башҡортса малсылыҡ терминдары һүҙлеге» (2006);
  • «Физик тәрбиә һәм спорт буйынса урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса терминологик һүҙлек» (2009);

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ()

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]