Эстәлеккә күсергә

Гөлшат

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Гөлшат — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме, шулай уҡ татарҙарҙа, төркмәндәрҙә, ҡаҙаҡтарҙа ла киң таралған.

Гөлшат исеме башҡорт теленә фарсы теленән үҙләштерелгән. Мәғәнәһе гөл батшаһы тигәнде аңлата[1]

Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы (22 сентябрь 1947) — башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы (28 февраль 1951 йыл) — журналист, шағир һәм драматург. 1981 йылдан республика матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән 2002—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2006).

Зәйнәшева Гөлшат Хисам ҡыҙы (13 ғинуар 1928 йыл — 1 апрель 2005 йыл) — татар шағиры, драматург. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988) һәм Ғ. Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1991).

Ғәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Фазлитдинова; 28 август 1992 йыл) — кроста һәм оҙон дистанцияға йүгереү менән шөғөлләнеүсе Рәсәй еңел атлетика спортсыһы. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы. Йәштәр араһында Европа чемпионы (2013). Рәсәй спортының халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Гөлшат Диас ҡыҙы Омарова (1968 йыл) — Ҡаҙағстан актрисаһы, сценарий яҙыусы һәм режиссёры.

Гөлшат Сәхый ҡыҙы Мамедова (төркмән) Gülşat Sahyýewna Mämmedowa. 1964 йыл) — төркмән дәүләт эшмәкәре. Төркмәнстан Мәжлесе Рәйесе.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ