Джина Лоллобриджида
Джина Лоллобриджида | |
итал. Gina Lollobrigida | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Италия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | итал. Luigina Lollobrigida |
Тыуған көнө | 4 июль 1927[3][4][5][…] |
Тыуған урыны | Субьяко[d], Италия короллеге[d][2][6] |
Вафат булған көнө | 16 ғинуар 2023[7][8][9] (95 йәш) |
Вафат булған урыны | Рим, Италия[10] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Ерләнгән урыны | кладбище Субьяко[d][11] |
Хәләл ефете | Милко Шкофич[d] |
Һөнәр төрө | актёр |
Эшмәкәрлек төрө | игра в кино[d][12], фотография[12], Скульптура[12] һәм журналистика[12] |
Әүҙемлек урыны | Америка Ҡушма Штаттары[6] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1997 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Демократы[d] һәм Sovereign and Popular Italy[d] |
Сәс төҫө | чёрные волосы[d][13] |
Ойошма ағзаһы | Академия изящных искусств[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 1,65 метр[14] һәм 162 сантиметр[13] |
Рәсми сайт | archive.is/2013021604013… |
Һештег | GinaLollobrigida |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][15] |
Джина Лоллобриджида Викимилектә |
Джина Лоллобриджида (Gina Lollobrigida; 1927 йылдың 4 июлендә Италияның Лацио регионында Субьякола тыуған.) — итальян артисы, «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены бөйөк офицеры, Почётлы легион ордены кавалеры Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены офицеры. Джина Лоллобриджидаға режиссёр Кристиан-Жактың «Фанфан-тюльпан» (1952) һәм режиссёр Жан Деланнуаның «Париж алиһә-әсә соборы» (1956) фильмдарындағы ролдәре халыҡ-ара дан килтергән.
2018 йылдың 1 февралендә Италия актрисаһы Лос-Анджелеста Һолливудтың Дан аллеяһының исемле йондоҙона лайыҡ тип иғлан ителде[16].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшлек йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джина Лоллобриджида булараҡ билдәлелек алған Луиджина 1927 йылдың 4 июлендә Италия үҙәгендәге Субьяко ҡалаһында йыһаз оҫталары ғаиләһендә тыуған. Унан башҡа ғаиләлә тағы өс ҡыҙ, Джулиана, Мария һәм Фернанда, булған. Бала сағын йәмле тауҙар уратҡан ҙур булмаған ауылда үткәргән. 1945 йылда уның ғаиләһе Рим ҡалаһы янына күсеп килә, Джина үҙенең беренсе аҡсаһын урам рәссамы булараҡ таба — карикатуралар һәм шарждар төшөрә. Шул уҡ ваҡытта ул опера вокалы дәрестәрен ала һәм театр училищеһында уҡый. Луиджинаның көслө бала саҡ хыялы булған: ул скульптор йә опера йырсыһы булырға теләгән. Луиджинаны бер нисә тапҡыр кинола төшөргә саҡыралар, тик башта был уны ҡыҙыҡһындырмаған, һәм ул баш тартҡан. Әсәһенең димләүе һәм аҡса эшләү перспективаһы уны кино майҙансығына алып килә. 1946 йылда ул Луиджина «Ҡара бөркөт», «Мөхәббәт эсемлеге», «Джованни Эпископо енәйәте», «Паяцы», «Операнан баш юғалтыу», «Йәш Карузо» фильмдарында эпизодик ролдәрҙә киноға төшә башлай. 1947 йылда ул «Италия миссы» конкурсында бәхетен һынарға була һәм яңылышмай, өсөнсө урынға сыға. Беренсе һәм икенсе урындарҙы һуңғараҡ буласаҡ актрисалар Лучия Бозе һәм Джиана Мария Канале яулай. Әммә улар киләсәктә Луиджина кимәлендә уңышҡа ирешә алмаған.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тиҙҙән башлап уйнаған актриса карьера баҫҡысынан үрләй: «Алина» (1950), «Ҡала һаҡлана» (1951), «Хәүефле хәл, бандиттар!» (1951) кеүек итальян фильмдарында төп ролдәрҙее башҡара. Джина Лоллобриджидаға Ҙур кинола данлыҡлы француз кинорежиссёры Кристиан-Жактың «Фанфан-тюльпан» (1952) фильмы, төп ролде башҡарған бөйөк француз театр һәм кино актёры Жерар Филип менән Аделина төп ролендә уйнауы тәүге ҙур уңышҡа килтерә. Француз фильмы «Фанфан-тюльпан» Канн һәм Берлин кинофестивалдәре приздарын яулай һәм экрандарға сығыу менән тиңе булмаған беспрецедентного халыҡ-ара популярлыҡҡа ирешә, шунда уҡ, Джина Лоллобриджида ла, фильм буйынса үҙенең бөйөк партнёры Филип Жерар менән бер рәттән, бик популяр булып китте.
Француз фильмы «Фанфан-тюльпан» феноменаль беспрецедентного тиңе булмаған халыҡ-ара уңышынан һуң Джина Лоллобриджидаға голливуд режиссёрҙары иғтибар иткән, һәм 1953 йылда үҙенең карьераһында актриса тәүге АҠШ фильмында төшә — «Иблисте оятҡа ҡалдыр» (1953) фильмында Лоллобриджида менән бергә төшкән Хамфри Богарт менән төшкән. Популярлығы үҫә барған һайын Джина хатта «Донъялағы иң матур ҡатын-ҡыҙ» исемен ҡушаматын ала. Ул шулай уҡ Берт Ланкастер һәм Тони Кёртис менән «Трапеция» (1956) фильмында иғтибарға лайыҡ ролдәрҙә уйнаған. 1959 йылда Фрэнк Синатра менән «Бер ваҡытта ла шул тиклем аҙ» фильмында төп ролдә уйнай, шул уҡ йылда Юл Бриннер менән «Соломон һәм Сәба батшабикәһе», ә 1961 йылда Рок Хадсон менән «Сентябрҙә кил» фильмдарында төшкән.
Шул уҡ ваҡытта Европала ла Лоллобриджида элеккесә бик популяр була, европаның әйҙәүсе режиссёрҙары уны бик теләп кинола төшөргә саҡыра, уның кино эштәрен тәнҡит тә үҙ итеп благосклонно ҡабул иткән, ул уйнаған ролдәр тамашасының яратҡан роле һәм популяр була. 1952 йылда Джина Лоллобриджида «Төнгө һылыуҡайҙар» фильмында тағы ла Жерар Филип менән пар булып уйнаған.
1953 йылда Джина Лоллобриджида «Провинциалка» драмаһында (атаҡлы итальян яҙыусыһы Альберто Моравиа шул исемдәге романы буйынса) үҙенең роле өсөн итальян кинотәнҡитселәре гильдияһының иң яҡшы ир-ат роле өсөн призға лайыҡ булған Габриель Феретти менән бергә төшә. Был фильм Канны Канны кинофестиваленең «Алтын пальма ботағы» номинацияһы менән билдәләнгән. 1954 йылда Лоллобриджида «Римлянка» тигән итальян фильмында төшә. Шул уҡ йылда Джина «Дон Жуандың уҡытыусыһы» («Сатрашланған ҡылыстар») тигән итальян картинаһында ул саҡта Европала уйнаған [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Флинн,_Эррол Эррол Флинн] менән төшкән.
1953 йылда режиссёр төшә Лоллобриджида режиссёр Луиджи Коменчиниҙың «Икмәк, мөхәббәт һәм фантазия» романтик комедияһында Витторио де Сика менән бергә уйнай. Был фильм бик уңышлы һәм популяр булып китә. 1954 йылда Лоллобриджида төп роль өсөн итальян кинотәнҡитселәренең «Көмөш таҫма» премияһына лайыҡ була. Шул уҡ йылда бүләк ала фильм Берлин кинофестиваленең «Көмөш айыу» призын яулай, [./https://ru.wikipedia.org/wiki/BAFTA BAFTA] премияһының «Иң яҡшы актриса» (Джина Лоллобриджида) һәм «Иң яҡшы сит ил фильмы» (1955) номинацияларына, иң яҡшы сценарий өсөн «Оскар» (1955) номинацияһына лайыҡ була. Был фильм актрисаның режиссёр Луиджи Коменчини менән хеҙмәттәшлегенә нигеҙ һалған. Һуңынан Джина Лоллобриджида был режиссёрҙың киләһе фильмында башланған тарихтың дауамы сағылған «Икмәк, мөхәббәт һәм көнсөллөк» (1954) фильмында уңышлы уйнаған.
1956 йылда билдәле француз кинорежиссёры Жан Деланнуа Лоллобриджиданы Виктор Гюгоның [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Собор_Парижской_Богоматери_(роман) «Париж Алиһә-әсә соборы»] романы буйынса төп ролде башҡарырға саҡыра һәм ул Энтони Куин һәм Ален Кюнименән уйнай. Был фильм романдың иң яҡшы һәм иң ышаныслы экранлаштырылыуы, тип танылды, ә Джина Лоллобриджида уйнаған Эсмеральда образы Эсмеральданың иң яҡшы экран кәүҙәләнеше, тип һанала.
1956 йылда Джина Лоллобриджида бик популяр булып киткән Витторио Гассман менән «Донъялағы иң матур ҡатын-ҡыҙ» фильмында төшкән. Был фильмда Лоллобриджида, Джакомо Пуччиниҙың «Һағыш» операһынан бөтә йыр һәм арияны үҙе башҡарып, талантының төрлө яғын уңышлы күрһәтте. Шул уҡ йылда был фильмда төп роль өсөн Джина Лоллобриджидаға «Иң яҡшы актриса» номинацияһында «Давид ди Донателло» абруйлы итальян кинопремияһы тапшырыла.
1960 йылда Джина Лоллобриджида данлыҡлы итальян кинорежиссёры Ренато Кастелланиҙың «Ярһыу диңгеҙ» фильмында Жан-Поль Бельмондо.менән бергә уйнай.
1963 йылда Джина Лоллобриджида ҡабаттан данлыҡлы француз кинорежиссёры Жан Деланнуала — Стивен Бойд һәм Раймон Пеллегрен менән, карьераһында билдәлелек яулаған «[./https://ru.wikipedia.org/wiki/Имперская_Венера Империя Венераһы]» фильмында төшкән. Шул уҡ ике йылда был фильмда төп роль өсөн Лоллобриджида ике абруйлы премия: «Давид ди Донателло» һәм Nastri d’argento премияларын (икеһе лә — «Иң яҡшы актриса» номинацияһында) алған. 1964 йылда ул ҡатнашҡан «Империя Венераһы» фильмы итальян кинотәнҡитселәре ассоциацияһы «Көмөш таҫма» кинопремияһы лауреаты булды. Шул уҡ йылда Бөйөк Британияла Бэзил Дирдендың «Һалам ҡатын-ҡыҙ» детективында Шон Коннери менән төшкән.
1969 йылда Джина Лоллобриджида Эрколе Паттиҙың «Матур ноябрь» романы буйынса режиссёр Мауро Болоньини ижад иткән италия-француз драмаһында төшкән.
1972 йылда Джина Лоллобриджида Владимир Набоковтың шундай уҡ исемле романы буйынса режиссёр Ежи Сколимовскийҙың «Король, дама, валет» интернациональ драмаһында төшә.
Артабанғы йылдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Художник Илья Сергеевич Глазунов пишет портрет Джины Лоллобриджиды, 1963 год см. |
1960-сы йылдарҙа Лоллобриджида, ижади ҡабатланыуҙарҙы теләмәүенә һылтанып, киноға һирәк төшә башлай, үҙенең интервьюларында актриса артабанғы һәр яңы роль элгәреһенән яҡшыраҡ булырға тейеш, тип аңлата, ләкин ғәмәлдә, стандарт сценарийҙар күп булғанлыҡтан, был мөмкин дә түгел ти. Бынан тыш, Лоллобриджида үҙенең интервьюларында, ҡиммәтле боевиктарҙа түгел, ә экрандан хәҡиҡәтте еткергән, үҙенсә эҙләнгән режиссёрҙарҙың картинаналарында эшләргә теләүен, шундайҙарға өҫтөнлөк биргәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Был 1970-се йылдарҙаЛоллобриджиданың карьераһы һүнә барыуына һәм 1973 йылда уның «Үлемесле гонаһ» фильмында ҡатнашыуынан һуң тамамланыуына килтерҙе. Бынан һуң ул артабанғы бер нисә тиҫтә йыл дауамында барлығы бер-ике фильмда уйнай һәм бер нисә тапҡыр телевидениела төшөү тәҡдимдәрен ҡабул итә.
Был ваҡытта Джина фотожурналистика менән шөғөлләнә башлай, һәм уның эштәре араһында Пол Ньюмен, Сальвадор Дали, Фидель Кастро кеүек билдәле кешеләрҙең фотографиялары, шулай уҡ Германияның футбол буйынса йыйылма командаһыбар. 1973 йылда уның фотоэштәренән «Минең Италиям» («Italia Mia») исеме аҫтында фотоальбом нәшер ителгән. Фоторепортаждар менән бер рәттән ваҡытта шөғөлләнеүсе ҡайһы ул күпмелер ваҡыт бронза, мәрмәрҙән скульптуралар ҡырыу, ҡойоу менән шөғөлләнә. Ул эшләгән «Усында ынйы тотҡан ҡыҙ» статуэткаһы «Балтик ынйыһы» Халыҡ-ара кинофестивале призы итеп тәғәйенләнгән. 1976 йылда актриса үҙен режиссёр сифатында һынап ҡарарға була һәм Куба тураһында документаль фильм төшөрә, бының өсөн Фидель Кастронан интервью ала.
1973 йылда Лоллобриджида VIII Мәскәү кинофестиваленең жюри ағзаһы була, ә 1997 йылда XX Мәскәү кинофестивалендә уға кино сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн приз тапшырыла. 1986 йылда Джина 36-сы Берлин кинофестивалендә.жюри рәйесе булараҡ сығыш яһай. 1992 йылда уның бала саҡ менән тәбиғәт араһында гармонияны кәүҙәләндереүсе «Бергә йәшәү» скульптураһы Испанияның Севильялағы Бөтә донъя күргәҙмәһендә Италия исеменән күрһәтелә. Шул уҡ йылда был эше өсөн Лоллобриджиданы Франция президенты Франсуа Миттеран шәхсән [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Орден_почётного_легиона Почётлы легион ордены] менән бүләкләй. 1999 йылда, уңышһыҙ булһа ла, Джина италияның «Демократтар» һул үҙәк партияһынан Европарламент һайлауҙарында кандидат булып ҡатнаша. Ирекле башланғыс менән ЮНЕСКО һәм ЮНИСЕФхеҙмәттәшлек итә.
Джи фотоһүрәткә төшөрөү менән төплө мауыға, фотокүргәҙмәләр үткәрә, һынлы сәнғәт оҫтаханаларында эшләй. Уның күп тапҡыр баҫылып сыҡҡан «Минең Италиям» фотоальбомы үҙенсәлекле итальян энциклопедияһына әүерелде. Уның һуңғы фотоальбомдарының береһе «Балалар һәм хайуандар» тип атала, ә уның картиналарын һәм скульптураларын матурлыҡҡа ғашиҡтар ихлас һатып алалар. Билдәле итальян актрисаының скульптуралар күргәҙмәһе 2003 йылда Мәскәүҙә, А. С. Пушкин исемендәге Һынлы сәнғәт музейында, уңышлы үтте, уны тиҫтәләгән мең кеше ҡараны.
Аҡылы һәм матурлығы, төрлө яҡлы таланты, ихтыяр көсө һәм егәрлелеге арҡаһында Джина Лоллобриджида һәр ваҡыт һәм һәр нәмәлә уңышҡа өлгәште. Хәҙерге ваҡытта ул бөтөнләй тиерлек кинола төшмәй, әммә ул һаман һоҡланғыс. Актриса бер үҙенең Рим, янындағы зиннәтле виллаһында бер үҙе йәшәй, хужабикәнең байтаҡ хеҙмәте һалынған, баҡсаһында 600-ләп төрлө ҡош төрө иҫәпләнә. Джина Лоллобриджида үҙенең ейәнен бик ярата, әүҙем донъяуи тормош алып бара, хәйриә акцияларында ҡатнаша, элеккесә сағыу декольте күлдәктәргә өҫтөнлөк бирә, күп сәйәхәт итә, һәм Рәсәйгә лә йыш ҡунаҡҡа килә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949 йылда Джина Лоллобриджида югославия табибы Милко Скофичҡа кейәүгә сыға. 1957 йылдың 28 июлендә уларҙың берҙән-бер улы, атаһы хөрмәтенә тип исемләнгән кескәй Милко тыуа. 1971 йылда ирле-ҡатынлы айырылыша. 1979 йылда элекке ире автомобиль һәләкәтендә һәләк була.
Әлеге ваҡытта улы Милко — иҡтисадсы. Уның ҡатыны — журналист һәм улдары Димитрий.
Джинаның ике туған ейәнсәре (Франческа Лоллобриджида 1991 йылда тыуған) — Италияның конькиҙа шыуыу спорты буйынса чемпионы.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1946 — Чёрный орёл — Una ragazza alla festa
- 1946 — Любовный напиток — Адина
- 1947 — Человек в доме
- 1948 — Паяцы — Недда
- 1949 — Колокола, бьющие в набат — Агостина
- 1949 — Без ума от оперы — Дора Скала
- 1949 — Жена не может ждать — Доната
- 1950 — Мисс Италия — Лисетта Миннечи
- 1950 — Алина — Алина
- 1950 — Безграничные сердца — Доната Себастьян
- 1950 — Собачья жизнь — Маргерита «Рита Бутон»
- 1951 — Молодой Карузо — Стелла
- 1951 — История пяти городов — Мария Северини
- 1951 — Город защищается — Даниела
- 1951 — Опасно, бандиты! — Анна
- 1951 — Amor non ho… pero… pero … — Джина
- 1952 — Фанфан-тюльпан — Аделина Ла Франшиз
- 1952 — Невеста на одну ночь — Оттавия
- 1952 — Другие времена — Мари-Антония
- 1952 — Ночные красавицы — Лейла
- 1953 — Неверные — Лулла Поссенти
- 1953 — Провинциалка — Гемма
- 1953 — Посрами дьявола (Победить дьявола) — Мария Данрейтер
- 1953 — Хлеб, любовь и фантазия — Мария Де Ритис
- 1954 — Большая игра — Хелена Риччи
- 1954 — Учитель Дон Жуана (Скрещенные мечи) — Франческа
- 1954 — Римлянка — Адриана
- 1954 — Хлеб, любовь и ревность — Мария Де Ритис
- 1955 — Самая красивая женщина в мире (Красивая, но опасная) — Лина Кавальери
- 1956 — Трапеция — Лола
- 1956 — Собор Парижской Богоматери — Эсмеральда
- 1958 — Анна из Бруклина (Стремительная и сексуальная) — Анна
- 1959 — Закон — Мариетта
- 1959 — Соломон и царица Савская (Соломон и Шеба) — Шеба, царица Савская
- 1959 — Так мало никогда — Карла Везари
- 1961 — Иди голым в мир — Джульетта Камерон
- 1961 — Когда приходит сентябрь (Приходи в сентябре) — Лиза Хелена Феллини
- 1962 — Красота Ипполиты — Ипполита
- 1963 — Имперская Венера — Полина Бонапарт
- 1963 — Бешеное море — Маргерита
- 1964 — Соломенная вдова — Мария Марсело
- 1965 — Куколки — Беатриче
- 1965 — Странные супруги — Тони Винсенте
- 1966 — Я, я, я и другие — Титта
- 1966 — Султаны (Итальянская любовница) — Лиза
- 1966 — Отель Парадизо — Марселла Котте
- 1966 — Приятные ночи — Домичилла
- 1967 — Сервантес (Последний рыцарь) — Джулия
- 1968 — Смерть, снёсшая яйцо — Анна
- 1968 — Частный флот сержанта О'Фаррелла — Мария
- 1968 — Доброго вечера, миссис Кэмпбелл — Карла Кэмпбелл
- 1968 — Трюкач — Евелин Лейк
- 1969 — Прекрасный ноябрь — Четтина
- 1971 — Река негодяев (Река плохого человека) — Алисия
- 1972 — Король, дама, валет — Марта Драйер
- 1972 — Приключения Пиноккио — Фатина Аззурра
- 1973 — Смертный грех — Нетти
- 1985 — Обманы (ТВ) — принцесса Александра
- 1988 — Римлянка (ТВ) — Мартерита, мать
- 1995 — Сто и одна ночь Симона Синема — L’epouse medium du professeur Bebel
- 1996 — Una Donna in fuga
- 1997 — XXL — Габи Берреби
Телевидениелағы хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1977—1986 — Лодка любви / Love Boat, The (сериал) — Карла Луччи (серия № 382)
- 1981—1990 — Фэлкон Крест / Falcon Crest (сериал) — Франческа Джиоберти (серия № 143)
Сценарий авторы, режиссёр, продюсер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1975 — Ritratto di Fidel (ҡыҫҡа метражлы, хроника) — сценарий авторы, режиссёр, продюсер (титрҙарҙа күрһәтелмәгән)
Документаль фильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1994 — В поисках утраченного: Джина Лоллобриджида
- 2007 — Легенды мирового кино: Джина Лоллобриджида
- 2010 — Рок Хадсон: Прекрасный и таинственный незнакомец / Rock Hudson: Dark and Handsome Stranger …Lisa Helena Fellini — (хроника, в титрах не указана)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118728954 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118728954 // Gina Lollobrigida (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Gina Lollobrigida (нидерл.)
- ↑ 6,0 6,1 https://www.lamontagne.fr/paris-75000/actualites/deces-de-l-actrice-italienne-gina-lollobrigida-a-95-ans_14246850/
- ↑ Ugolini C. Morta Gina Lollobrigida, la "bersagliera" del cinema italiano (итал.) // la Repubblica — Roma: GEDI Gruppo Editoriale, 2023. — ISSN 0390-1076; 2499-0817
- ↑ Шишкова Е. Умерла итальянская актриса Джина Лоллобриджида (урыҫ) // Взгляд — 2023.
- ↑ Evans A. Gina Lollobrigida, Italian star of the 1950s and 60s dies aged 95 (ингл.) // The Guardian — United Kingdom: GMG, 2023. — ed. size: 107899 — ISSN 0261-3077
- ↑ È morta Gina Lollobrigida (итал.) // ANSA — 2023.
- ↑ https://fr.findagrave.com/memorial/248409278/gina-lollobrigida
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 13,0 13,1 Agenzia Nazionale Stampa Associata — 1945.
- ↑ http://colchide.com/people/gina-lollobrigida-ses-mensurations-sa-taille-son-poids/
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/3e821129-35bf-4815-8ffa-d15055cd0655 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Голливудтың дан аллеяһында йондоҙ исеменә лайыҡ булды джина лоллобриджида
- 4 июлдә тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- 16 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Римда вафат булғандар
- Почётлы легион ордены кавалерҙары
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Бөйөк офицерҙары
- «Алтын глобус» премияһы лауреаттары
- Сәнғәт һәм әҙәбиәт француз ордены кавалерҙары
- «Давид ди Донателло» премияһы лауреаттары
- XX быуат актрисалары
- Алфавит буйынса актрисалар
- Алфавит буйынса шәхестәр