Дибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙы
Дибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Мөсәт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | актёр |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт академия драма театры БСТ |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Дибаева Зилә Сиражетдин ҡыҙы (22 ноябрь 1960 йыл) — театр актёры, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2020).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дибаева (ҡыҙ фамилияһы Шәмиғолова) Зилә Сиражитдин ҡыҙы 1960 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, 1972—1976 йылдарҙа Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. Артабан урта мәктәпте Иҫке Собханғол мәктәбендә тамамлай.
1982 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, ә 1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген (Ҡасимова Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы курсы) тамамлай[1]. Уҡытыусылары Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы,Хоҙайбирҙина Тамара Шәһит ҡыҙы, Йомағолов Илшат Хәлил улы. 1986 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Зилә Сиражитдин ҡыҙы унда бик күп сағыу сәхнә образдары тыуҙыра.
2000—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятеһы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында иртәнге «Сәләм» мәғлүмәт-музыкаль программаһын алып барыусы булып эшләй.
«Ҡурай ТВ» телеканалына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 2009 йылдан «Ҡурай» музыкаль каналының баш редакторы.
2010—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятеһы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының дубляж бүлеге етәксеһе.
Уның етәкселеге аҫтында һәм уның туранан-тура ҡатнашлығы менән донъя нәфис һәм документаль кинематографияның иң яҡшы өлгөлөре башҡорт теленә күсерелә. «Доктор Зәки Вәлиди» документаль фильмының, «Эдера» итальян сериалының, «Кәрлә турғай — йырсы ҡош» төрөк сериалының, «Операция „Ы“ һәм Шуриктың башҡа мажаралары», «Сүллектең аҡ ҡояшы», «Кавказ әсирәһе», «Иван Васильевич профессияһын үҙгәртә», «Супер киленсәк» һәм башҡа фильмдарҙың геройҙары башҡортса «һөйләшә» башлай.
Зилә Дибаеваның матур тембрлы көйлө тауышы көн һайын «Юлдаш» радиоһында һәм «Тамыр», «Ҡурай-ТВ» һәм БСТ телевизион каналдарының төрлө программаларында яңғырай һәм уның тауышы хаҡлы рәүештә «Башҡортостан Республикаһының дәүләт унитар предприятеһы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының иң яҡшы тауышы» тип атала.
Зилә Сиражитдин ҡыҙы тыуған башҡорт теле һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ул 2017 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының республикала ғына түгел, унан ситтә лә ҙур билдәлелек яулаған «Йөрәк һүҙе» телепроекты мөхәррире. Был проекттың көнүҙәклеге һәм талап ителгәнлеге шул тиклем ҙур була, ул ысын мәғәнәһендә популярлыҡ яулай.
Хәҙер был телепроект яҙмалары башҡорт мәктәптәрендә методик материал булараҡ ҡулланыла[2][3].
2020 йылда Зилә Сиражетдин ҡыҙы Дибаеваға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме бирелә[4][5].
Ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ләлә («Аҫылйәр» — «Возлюбленная»), Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу» — «Галиябану»; — М. Фәйзи),
- Сәжиҙә («Диләфрүзгә дүрт кейәү» — «Четыре жениха Диляфруз», Т. Ғ. Миңнуллин),
- Зөбәржәт («Ай тотолған төндә» — «В ночь лунного затмения», М. Кәрим),
- Зөһрә («Рәйсә + Фәйзи», Н. Асанбаев),
- Илфирә («Аманатҡа хыянат» — «Измена предкам», Ф. В. Богданов),
- Гөлнур («Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан» — «Мой белый калфак», Илдар Юзеев) һәм башҡалар.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дибаева Зилә Сиражетдин ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Ленин районы буйынса, 185-се территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә ағзаһы сифатында, ун йыл дауамында һайлау кампанияларында алмашсыһыҙ кадр булып тора.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2020)(Таныҡлыҡ Б№ 2004, Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2020 йылдың 10 февралендәге Указы №УФ-44).