Эстәлеккә күсергә

Динә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Динә

Динә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Динә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Иманлы, динле тигән мәғәнәгә эйә[1].

Талхина Динә Азат ҡыҙы (27 июль 1952 йыл — 27 февраль 2007 йыл) — башҡорт шағиры, 1992 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).

Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы (27 июль 1953 йыл) — совет журналисы. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).

Ғарипова Динә Фәһим ҡыҙы (татар. Динә Фәһим кызы Гарипова; 25 март 1991 йыл) — Рәсәй йырсыһы, 2012 йылда "Беренсе канал"да «Голос» телешоуы еңеүсеһе. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012)[1][2]. «Евровидение—2013» музыкаль конкурсы финалсыһы, бишенсе урын ала[3]. Динәнең эш диапазоны — 2,4 октава (кесе октавалағы «ми»ҙан икенсе октавала «ля»ға тиклем)[4], тауышының тибы меццо-сопраноға яҡын.

Хунафина Динә Хәлим ҡыҙы (1938 йыл) — табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау (2002) һәм Башҡортостандың мәғариф (2006) отличнигы.

Динә Нурпәйесова, Ди́на Нурпеи́сова (каз. Дина Нұрпейісқызы; 1861, Нарын-кум, Урал өлкәһе — 31 ғинуар 1955, Алма-Ата) — ҡаҙаҡ композитоы һәм думбрала башҡарыусы, Ҡорманғаҙы Сағырбаевтың уҡыусыһы, думбра өсөн көйҙәр авторы («Булбул», «Асем коныр», «Байжума», «Жигер» һәм башҡалар). Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1944).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ