Менделеев Дмитрий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дмитрий Иванович Менделеев битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Дмитрий Иванович Менделеев
урыҫ. Дми́трий Ива́нович Менделе́ев
DIMendeleevCab.jpg
Д. И. Менделеев эш кабинетында, 1897 йыл.
Тыуған ваҡыты:

8 февраль 1834({{padleft:1834|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Тобольск губернаһының Тобольск (Тубыл) ҡалаһы

Вафат ваҡыты:

2 февраль 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны:

Рәсәй империяһы Санкт-Петербург ҡалаһы

Ил:

Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы

Фәнни даирә:

Химия, физика, иҡтисад, геология, метрология

Эшләгән урыны:

Санкт-Петербург дәүләт университеты, Ришельевский лицей[d] и Санкт-Петербургский государственный технологический институт[d]

Альма-матер:

Главный педагогический институт[d]

Фәнни етәксеһе:

А. А. Воскресенский

Билдәле уҡыусылары:

Д. П. Коновалов,
В. А. Гемилиан,
А. А. Байков,
А. Л. Потылицын,
С. М. Прокудин-Горский

Билдәләлек алған:

Периодик ҡанун һәм периодик таблица авторы

Награда һәм премиялары


Изге Александр Невский ордены
Аҡ бөркөт ордены
I дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Владимир ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
II дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Станислав ордены
Почётлы легион ордены кавалеры
Демидов премияһы (1862)
Дэви миҙалы (1882)
Фарадеев лекцияһы (1889)
Копли миҙалы (1905)
Имза:

Подпись

Менделеев Дмитрий Иванович (8 февраль 18342 февраль 1907) — урыҫ энциклопедист ғалимы: химик, физикохимик, физик, метролог, иҡтисадсы, технолог, геолог, метеоролог, нефтсе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, һауала осоусы, приборҙар яһаусы. Санкт-Петербург университеты профессоры; Император Санкт-Петербург Фәндәр Академияһының физика төркөмө буйыынса ағза-корреспонденты; Иң билдәле асышы — химик элементтарҙың периодик ҡануны һәм элементарҙың периодик таблицаһы — Ғаләмдең төп ҡанундарының береһе, тәбиғәт фәненең айырылғыһыҙ бер өлөшө. «Химия нигеҙҙәре» («Основы химии») исемле классик ғилми хеҙмәт авторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Иванович Менделеев 1834 йылдың 8 февралендә (иҫке стил буйынса 27 ғинуарында) Тубыл ҡалаһында ул ваҡытта ҡала гимназияһының һәм Тубыл округы училищелары директоры булған Иван Павлович Менделеев (1783—1847) менән Мария Дмитриевна Менделеева (ҡыҙ фамилияһы Корнильева, 1786—1873) ғаиләһендә тыуған. Дмитрий һуңғы, ун етенсе[1] (икенсе мәғлүмәттәр буйынса,ун дүртенсе[2]) бала була. Ошо ун етенең һигеҙе сабый саҡта уҡ вафат була (уларҙың өсәүһенә ата-әсәләре хатта исем дә биреп өлгөрмәй), ә 14 йәшлек Маша исемле ҡыҙҙары 1820-се йылдар уртаһында Һарытау ҡалаһында үпкә сире сихуттан (чахотканан) үлеп ҡала. Дмитрий Менделеевтың тыуғаны тураһында тарихи яҙыу һаҡланып ҡалған:  — Тубыл ҡалаһының Богоявленский сиркәүе буйынса 1834 йылда тыуыусылар теркәлгән метрик китаптың һарғайып бөткән бер битендә түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: «27 января Тобольской гимназии директора — надворного советника Ивана Павловича Менделеева от законной его жены Марии Дмитриевны родился сын Дмитрий».

Д. И. Менделеевтың бала саҡ йылдары декабристарҙың Себерҙә һөргәндә булған ваҡытҡа тура килә. Александр Муравьёв, Пётр Свистунов, Михаил Фонвизин]] нәҡ Тубыл губернаһында йәшәй. Дмитрий Ивановичтың Ольга апаһы декабристарҙың Көньяҡ ойошмаһының элекке ағзаһы Николай Васильевич Басаргинға кейәүгә сыға, һәм улар оҙаҡ ваҡыт Ялуторовск ҡалаһында декабрист Иван Пущин менән күрше йәшәй. Иван Павлович үлеп киткәс, был декабристар бергәләшеп Менделеевтарҙың һиҙелерлек мохтажлыҡ кисергән ғаиләһенә даими ярҙам итеп тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Летопись жизни и деятельности Д. И. Менделеева / Авторы: Р. Б. Добротин, Н. Г. Карпило, Л. С. Керова, Д. Н. Трифонов; Отв. ред. А. В. Сторонкин; Рецензенты: Р. Г. Гребенщиков, В. И. Кузнецов, Ю. Б. Соловьёв; Академия наук СССР. Секция химико-технологическихи биологических наук — Л.: Наука, 1984. — 532 б. — 2300 экз.
  • Макареня А. А., Нутрихин А. И. Менделеев в Петербурге — Л.: Лениздат, 1982.
  • Меньшиков М. О. Памяти Д. И. Менделеева // Национальная Империя: Сборник статей / М. О. Меньшиков / Составление, вступ. статья, послесловие М. Б. Смолина; Православный центр имперских политических исследований. — М.: Имперская традиция, 2004. — Б. 108—111. — 512 б. — 3000 экз. — ISBN 5-89097-052-6.
  • Образцов П. А. Азбука шамбалоидов: Мулдашев и все-все-все — М.: Яуза, Пресском, 2005. — 288 б. — (АнтиМулдашев). — 9000 экз. — ISBN 5-98083-038-3.
  • Нутрихин А. И. Жаворонок над полем. Повесть о детстве Дмитрия Ивановича Менделеева/ 2004
  • Слетов П. В., «Менделеев», 1933. — 184 с. (Жизнь замечательных людей)
  • Чугаев Л. А. Дмитрий Иванович Менделеев. Биография русского гения // Экология и жизнь. — 2009. — № 1.
  • Храмов Ю. А.:Физики|часть = Менделеев Дмитрий Иванович |с=184|ссылка часть = 832.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]



Эйнштейн Был ғалим тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.