Фёдоров Дмитрий Леонидович
Дмитрий Леонидович Фёдоров | |
Файл:Фёдоров, Дмитрий Леонидович.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Государственный комитет по геологии и использованию минерально-сырьевых и топливно-энергетических ресурсов РСФСР (1991-1992) |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе | |
Ғилми исеме | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Специалист по научному прогнозу перспектив нефтегазоносности |
Награда һәм премиялары | |
Фёдоров Дмитрий Леонидович (5 сентябрь 1931 йыл — 8 декабрь 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, геолог. 1991—2016 йылдарҙа РСФСР-ҙың Геология һәм яғыулыҡ-энергетика һәм минераль ресурстарҙы файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе (1991)[1]. Геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитрий Леонидович Фёдоров 1931 йылдың 5 сентябрендә РСФСР-ҙың Сталинград өлкәһе Усть-Медведицкий станицаһында тыуған.
Грозный дәүләт нефть институтының геология факультетын 1955 йылда тамамлай һәм шул уҡ йылда «Кавказнефтегазразведка» тресында геолог булып эшләй башлай, Төньяҡ Кавказдың төрлө геологик-разведкалау ойошмаларында эшләй. 1970 йылда РСФСР Геология министрлығының «Калмнефтеразведка» тресының баш геологы итеп тәғәйенләнә. Ҡалмыҡстандың Карпинский һыртындағы бер нисә нефть һәм газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша.
1973 йылда Һарытау ҡалаһындағы Түбәнге Волга геология һәм геофизика ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, һуңынан 1990 йылға тиклем институт директоры.
Институтта Каспий буйы уйпатлығының тоҙ аҫты палеозойының нефть һәм газ перспективаларын фәнни күҙаллау буйынса эштәргә етәкселек итә. Геофизик тикшеренеүҙәр үткәрә, һөҙөмтәлә Каспий алды нефть һәм газ ятҡылыҡтарын күҙаллау һәм артабан асыу өсөн мәғлүмәттәр барлыҡҡа килә.
«Үҙенсәлекле Әстерхан газ конденсаты ятҡылығын беренсе асыусы» билдәһе менән бүләкләнгән. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү институтында эшләү менән бер рәттән Һарытау университетында ла уҡыта.
1991 йылда РСФСР-ҙың Геология һәм минераль-сеймал һәм яғыулыҡ-энергетика ресурстарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә[2]. Был вазифала 1992 йылға тиклем эшләй. Ватан геологияһы һәм геофизикаһының фәнни-производство потенциалын һаҡлау эшенә ҙур өлөш индерә. Тәбиғәтте түләүле файҙаланыуға күсеү, ер аҫты байлыҡтары тураһында закон, эшҡыуарлыҡты лицензиялау нигеҙҙәре кеүек мөһим норматив-хоҡуҡи акттарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша. 1992—1997 йылдарҙа — «Бөтә Рәсәй сит ил геологияһы ғилми-тикшеренеү институты» директорының фән буйынса урынбаҫары.
Күп кенә ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән туғыҙ монография яҙа. Рәсәй Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Нью-Йорк фәндәр академияһы ағзаһы, Рәсәй геология йәмғиәтенең вице-президенты.
2016 йылдың 8 декабрендә Мәскәүҙә вафат була[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Скончался председатель Государственного комитета РСФСР по геологии и использованию топливно-энергетических и минеральных ресурсов (1990—1992 гг.) Дмитрий Леонидович Федоров
- ↑ У К А З ПРЕЗИДЕНТА РОССИЙСКОЙ СОВЕТСКОЙ ФЕДЕРАТИВНОЙ СОЦИАЛИСТИЧЕСКОЙ РЕСПУБЛИКИ от 5 августа 1991 г. N 56
- ↑ Скончался председатель Государственного комитета РСФСР по геологии и использованию топливно-энергетических и минеральных ресурсов (1990—1992 гг.) Дмитрий Леонидович Федоров(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 5 сентябрҙә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- В Волгоградской области тыуғандар
- 8 декабрҙә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Москвала вафат булғандар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Профессорҙар
- Рәсәй геологтары
- СССР геологтары
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Волгоград өлкәһендә тыуғандар