Эстәлеккә күсергә

Фёдоров Дмитрий Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дмитрий Леонидович Фёдоров
Файл:Фёдоров, Дмитрий Леонидович.jpg
Тыуған көнө

5 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Волгоградская область, РСФСР, СССР

Вафат көнө

8 декабрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (85 йәш)

Вафат урыны

Москва, Российская Федерация

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Геология

Эшләгән урыны

Государственный комитет по геологии и использованию минерально-сырьевых и топливно-энергетических ресурсов РСФСР (1991-1992)

Альма-матер

Грозненский государственный нефтяной институт

Ғилми дәрәжәһе

доктор геолого-минералогических наук

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

Специалист по научному прогнозу перспектив нефтегазоносности

Награда һәм премиялары

Фёдоров Дмитрий Леонидович (5 сентябрь 1931 йыл — 8 декабрь 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, геолог. 1991—2016 йылдарҙа РСФСР-ҙың Геология һәм яғыулыҡ-энергетика һәм минераль ресурстарҙы файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе (1991)[1]. Геология-минералогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.

Дмитрий Леонидович Фёдоров 1931 йылдың 5 сентябрендә РСФСР-ҙың Сталинград өлкәһе Усть-Медведицкий станицаһында тыуған.

Грозный дәүләт нефть институтының геология факультетын 1955 йылда тамамлай һәм шул уҡ йылда «Кавказнефтегазразведка» тресында геолог булып эшләй башлай, Төньяҡ Кавказдың төрлө геологик-разведкалау ойошмаларында эшләй. 1970 йылда РСФСР Геология министрлығының «Калмнефтеразведка» тресының баш геологы итеп тәғәйенләнә. Ҡалмыҡстандың Карпинский һыртындағы бер нисә нефть һәм газ ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша.

1973 йылда Һарытау ҡалаһындағы Түбәнге Волга геология һәм геофизика ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, һуңынан 1990 йылға тиклем институт директоры.

Институтта Каспий буйы уйпатлығының тоҙ аҫты палеозойының нефть һәм газ перспективаларын фәнни күҙаллау буйынса эштәргә етәкселек итә. Геофизик тикшеренеүҙәр үткәрә, һөҙөмтәлә Каспий алды нефть һәм газ ятҡылыҡтарын күҙаллау һәм артабан асыу өсөн мәғлүмәттәр барлыҡҡа килә.

«Үҙенсәлекле Әстерхан газ конденсаты ятҡылығын беренсе асыусы» билдәһе менән бүләкләнгән. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү институтында эшләү менән бер рәттән Һарытау университетында ла уҡыта.

1991 йылда РСФСР-ҙың Геология һәм минераль-сеймал һәм яғыулыҡ-энергетика ресурстарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә[2]. Был вазифала 1992 йылға тиклем эшләй. Ватан геологияһы һәм геофизикаһының фәнни-производство потенциалын һаҡлау эшенә ҙур өлөш индерә. Тәбиғәтте түләүле файҙаланыуға күсеү, ер аҫты байлыҡтары тураһында закон, эшҡыуарлыҡты лицензиялау нигеҙҙәре кеүек мөһим норматив-хоҡуҡи акттарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша. 1992—1997 йылдарҙа — «Бөтә Рәсәй сит ил геологияһы ғилми-тикшеренеү институты» директорының фән буйынса урынбаҫары.

Күп кенә ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән туғыҙ монография яҙа. Рәсәй Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Нью-Йорк фәндәр академияһы ағзаһы, Рәсәй геология йәмғиәтенең вице-президенты.

2016 йылдың 8 декабрендә Мәскәүҙә вафат була[3].