Александр Дубчек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дубчек Александр битенән йүнәлтелде)
Александр Дубчек
Alexander Dubček
Александр Дубчек
Флаг
Флаг
2-й Председатель Федерального Собрания Чехословакии
28 апрель 1969 йыл — 15 октябрь 1969 йыл
Алдан килеүсе: Петер Колотка
Дауамсы: Далибор Ханес
Флаг
Флаг
6-й Председатель Федерального Собрания Чехословакии
28 декабрь 1989 йыл — 25 июнь 1992 йыл
Алдан килеүсе: Станислав Кокрак
Дауамсы: Михал Ковач
Флаг
Флаг
2-се Чехословакия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары
5 ғинуар 1968 йыл — 17 апрель 1969 йыл
Алдан килеүсе: Антонин Новотный
Дауамсы: Густав Гусак
 
Тыуған: 27 ноябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Угровец, Чехословакия
Үлгән: 7 ноябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (70 йәш)
Прага, Чехословакия
Ерләнгән: Соловьиная долина[d]
Супруг: Anna Dubček[d]
Балалары: Pavol Dubček[d][1]
Партия: Чехословакия Коммунистар партияһы (1939—1970)
Словакия социал-демократик партияһы (1990—1992)
Белеме: КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Коменский университеты
Эшмәкәрлеге: Чрезвычайный и полномочный посол ЧССР в:
Төркиә Төркиә с 1969 по 1970
 
Автограф:
 
Наградалары:
Аҡ арыҫлан Ҙур Тәре ордены кавалеры
Аҡ арыҫлан Ҙур Тәре ордены кавалеры
1-се класлы Людовит Штур ордены кавалеры
1-се класлы Людовит Штур ордены кавалеры
1-се класлы Прибина Тәреһе
1-се класлы Прибина Тәреһе

Дубчек Александр (словак. Alexander Dubček; 27 ноябрь 1921 йыл — 7 ноябрь 1992 йыл) — Чехословакияның дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1968 йылдың ғинуарынан 1969 йылдың апреленәсә Чехословакия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары. Прага яҙы булараҡ билдәле реформалар курсының төп инициаторы[2][3].

Бала сағы һәм йәшлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәләкәй Александр Дубчек (һулда) Фрунзе (Бишкәк) ҡалаһында. 1925 йыл.

Этник словак Александр Дубчек Бановце-над-Бебравоу ҡалаһы эргәһендге Угровец словак ауылында балта оҫтаһы ғаиләһендә тыуа. Эшсе-мигрант ата-әсәһе АҠШ-та танышҡан була.

1925 йылда Дубчектар ғаиләһе словак коммунистары төркөмө составында СССР-ға, Ҡырғыҙстанға күсеп килә. Унда «Интергельпо» кооперативын ойоштора; һуңыраҡ ғаилә Горькийға күсенә. Дубчек 1938 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡанға тиклем Фрунзе һәм Горькийҙың урта мәктәптәрендә белем ала. Словакияла Дубчек Тренчин заводтарында тәүҙә слесарь өйрәнсеге, һуңынан ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса слесарь булып эшләй.

1939 йылда Чехословакия Компартияһына инә, немец ғәскәрҙәре Чехияға һәм Моравияға баҫып ингәндән һәм Словакия Йозеф Тисо етәкселегендә үҙаллылыҡ иғлан иткәндән һуң, антифашистик хәрәкәттә ҡатнаша. Дубница-над-Вагомда «Шкода» заводында тимерсе булараҡ, буласаҡ реформатор 1941—1944 йылдарҙағы Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында подпольщиктар менән тығыҙ бәйләнештә була. Словак милли ихтилалында ҡатнашып, ике тапҡыр яралана.

Һуғыштан һуң 1945 йылдан 1949 йылға тиклем Дубчек хеҙмәт юлын сүпрә етештереүгә махсуслашҡан Тренчин аҙыҡ-түлек предприятиеһында дауам итә.

1949 йылда партия хеҙмәтенә күсерелә, Словакия Компартияһының Тренчинск өлкә комитетында секретарь һәм беренсе секретарь була. Ә 1951 йылдан — Банская Битстрицела (1952 йылға тиклем) беренсе секретарь һәм Милли йыйылыш депутаты (1955 йылға тиклем). 1955 йылда Ян Амос Коменский исемендәге Братислава университетының юридик факультетын тамамлап, Мәскәүҙә КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындығы Юғары партия мәктәбенә инә. Уны 1958 йылда тамамлап, Словакия Компартияһының Братислава өлкә комитетына беренсе секретарь итеп тәғәйенләнә. 19601969 йылдарҙа Дубчек — секретарь, Словакия Компартияһы ҮК Беренсе секретары һәм президиум ағзаһы, шулай уҡ ЧССР Федераль Йыйылышы депутаты һәм Рәйесе.

Реформаторҙар лидеры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дубчектың словак телендә:
«Словак дәүләт эшмәкәре» тигән яҙмалы бюсы

Прага яҙы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1968 йылдың 5 ғинуарында Чехословакия Компартияһының беренсе секретары булып, Александр Дубчек Новотныйҙы алмаштырған Икенсе бөтә донъя һуғышы геройы президент Людвик Свобода ярҙамында ғәмәлдәге режимды либералләштереүгә һәм демократлаштырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр инициаторы булып сығыш яһай.

Ғәмәлдәр программаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1968 йылдың апрелендә Дубчектың фекерҙәштәре (Т. Рихта, О. Шик, П. Ауэсперг) Чехословакия Компартияһы етәкселәре раҫлаған «Ғәмәлдәр программаһы»[4] — "идея плюрализмы"н тәьмин итеү өсөн реформа программаһын тәҡдим итә.

Беренсе секретарь Дубчектың сәйәсәте ил халәөының киң ҡатламы араһында хуплау таба. 70 алдынғы фән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре реформа курсын хуплаған «Ике мең һүҙ» мәҡәләһенә ҡултамғаһын ҡуя. Бер үк ваҡытта партияның Новотный етәкселегендәге ортодоксаль даирәләрен эҙәрлекләү башлана. Улар дәүләт түңкәрелеше яһарға тырышыу һылтауы менән етәксе урындарҙан алына. Митингылар һәм демонстрациялар уҙа.

СССР-ҙың реакцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бындай хәл Советтар Союзын хәүефләндерә. 1956 йылдағы Венгрия ваҡиғалары шаһиты Юрий Андропов Чехословакияны контролдә тотоуҙың юғалыу хәүефен белдереп: «Улар илдән — Югославия, һуңынан Австрия кеүек нимәлер эшләргә йыйына», — тип белдерә.

Варшава килешеүе ғәскәрҙәрен индереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Дубчек — һул яҡта беренсе рәттә, Людовик Свобода (үҙәктә) һәм Николае Чаушеску (уң яҡта) Чехословакияға визиты ваҡытында. 1968 йыл

Прага яҙы һәм Бәрхәт инҡилап араһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылда Прагаға ҡайтҡандан һуң, Александр Дубчек формаль рәүештә Чехословакия Компартияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары вазифаһында була һәм Федераль Йыйылышҡа етәкселек итә, сөнки Компартияның реформаторҙар ҡанатын яйлап ҡына бушата бара. Шуға күрә апрель пленумында Дубчек властан ситләштерелеп, уның урынына СССР-ға лояль булған Гусак Густав ҡуйыла.

Вазифаһынан бушатылғас, 1969—1970 йылдарҙа Дубчек бер ни тиклем Төркиәлә илсе була. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул турана-тура оппортунизмда ғәйепләнмәй, әммә «уң оппортунистик оппоненттарға» ирек биреүҙә ғәйепләнә. Шул сәбәпле Дубчек 1970 йылда Чехословакия компартияһынан сығарыла, депутат статусынан яҙа һәм словак урман хужалығы лесничествоһына етәксе итеп ебәрелә. Бында ул 1981 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем эшләй.

Дубчек яңы дәүерҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дубчек ҡәбере

1989 йылда Дубчек Чехословакияла Бәрхәт революцияһының актив ҡатнашыусыһы була. 28 декабрҙән ул Чехословакия Федераль Йыйылышы рәйесе вазифаһын биләй. 1990 йылдың февралендә Словакия социал-демократик партияһын (СДПС) ойоштора һәм ул тиҙҙән Социалистик интернационалға ҡушыла. 1992 йылдың 25 июнендә уны вазифаһында Михал Ковач алмаштыра.

Александр Дубчек һул демократтарҙың юлбашсыһы сифатында ҡаралара; ул ойошторған СДПС-та 1992 йылда 10 мең ағза иҫәпләнә (Чехияның шундай уҡ ойошмаһында, ЧСДП, 1990 йылдар уртаһында 12 мең ағза)[5].

Дубчекҡа Гумполец ҡалаһынан алыҫ түгел автоһәләкәт урынында ҡуйылған һәйкәл

1992 йылдың 1 сентябрендә Дубчек ултырған автомобиль Прага—Братислава юлында етди автоһәләкәткә эләгә. Умыртҡа һөйәге һәм күкрәк ситлеге ауыр йәрәхәтләнгән Дубчек дауаханаға оҙатыла һәм ике ай дауалана, уға операция яһала. Октябрь һуңында сәләмәтлеге ҡапыл насарая, һәм ике аҙнанан һуң, 1992 йылдың 17 ноябрендә ул вафат була[6].

Партияның һәм илдең абруйлы лидеры үлгәндән һуң ҡайһы бер сәйәсмәндәр, Александр Дубчекты илдең сәйәси аренаһынан алып ташлау өсөн был автоһәләкәт махсус ойошторолған, тигән фекерҙәрен дә белдерә[7].

Был эш оҙаҡ йылдар дауамында тикшерелә. 2000 йылда енәйәт эше ябыла һәм Словакияның Эске эштәр министрлығы Дубчектың үлеме заговор һөҙөмтәһе, тип белдерә. Тикшереүҙәр Дубчек ултырған автомобиль насар һауа торошо шарттарында трассала рәхсәт ителмәгән юғары тиҙлек менән барғанын асыҡлай. Тиҙлекте арттарған өсөн осраҡлы рәүештә иҫән ҡалған шофер 12 айға төрмәгә ултыртыла[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Алдан килеүсе:
Антонин Новотный
ЧКП ҮК Генераль секретары
5 ғинуар 1968 йылда17 апрель 1969 йылда
Һуңынан килеүсе:
Густав Гусак