Дёма Леонид Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дёма Леонид Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 18 июнь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Михайловка, Краснояр ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы), Стәрлетамаҡ районы
Вафат булған көнө 17 декабрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Магнитогорское правобережное кладбище[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы[1]
Ғәскәр төрө Авиация
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены медаль «За храбрость перед врагом»

Дёма Леонид Васильевич (18 июнь 1916 йыл — 17 декабрь 2004 йыл) — СССР хәрби летчигы. Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Советтар Союзы Геройы. Гвардия майоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леонид Васильевич Дёма 1916 йылда Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районының Михайловка ауылында тыуған. Урыҫ[2][3].

Магнитогорск ҡалаһында фабрика-завод уҡыу мәктәбен тамамлай (39-сы ПУ-нан һуң, һуңыраҡ 97-се профессиональ-техник училище). Комбинатта пар энергияһын файҙаланыу цехында слесарь-электрик була. Бер үк ваҡытта Магнитогорск аэроклубын тамамлай, ә 1934 йылда летчик-инструкторҙарҙың Ҡазан мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Силәбе аэроклубында инструктор булып эшләй.

Армияла — 1941 йылдың июленән. 1942 йылдан КПСС ағзаһы. Капитан, 112-се гвардия истребителдәр авиаполкы 10-сы гвардия истребителдәр авиадивизияһы 10-сы истребитель авиакорпусының һауа-уҡсылар хеҙмәтенең командиры ярҙамсыһы

1941 йылдың октябрендә Л. В. Дема Көнбайыш фронтта һуғыша. Ул төнгө У-2 бомбардировщигы командиры итеп тәғәйенләнә. Был самолетта 95 хәрби осош яһай. Фашист ғәскәрҙәре тылына рейд яһаған Генерал П. А. Беловтың төркөмөнә боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек ташый. 38 яралы һалдат һәм командирҙы алып сыға. Дошман ғәскәрҙәрен һәм хәрби техникаһын бомбаға тотоу өсөн осоштар яһай. Әммә ул осоусы-истребитель булғас ҡына уның таланты бөтә ҡеүәтендә күренә.

1944 йылдың 1 июленә 273 хәрби осош яһай, 38 һауа һуғышында шәхсән 17дошман самолетын бәреп төшөрә[4]. Ауыр яранан һуң, У-2 самолетына әйләнеп ҡайта, ә һуғыш аҙағында тағы истребитель була, ләкин хәрби иҫәпте инде арттыра алмай.

Һуғыштан һуң Магнитогорск аэропортында диспетчер булып эшләй. Халактыр авиаотряды командиры була (Петропавловск-Камчатский ҡалаһы).

2004 йылда вафат була. Уң яҡ яр буйы зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Еңеүҙең 55 йыллығын байрам итеү йылында Магнитогорск оборона йортона Советтар Союзы Геройы Л. В. Дема исеме бирелә һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
  • 2005 йылдың 5 ноябрендә ҡала башлығы Е. Карпов һәм «ММК» асыҡ акионерҙар йәмғиәтенең директорҙар кәңәшмәһе рәйесе урынбаҫары А. Морозов Геройҙың ҡатыны Вера Дмитриевна Демаға РФ-ның юғары йәмәғәт наградаһын — «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһын һәм иҫтәлекле миҙал тапшыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь, 1987
  3. Наградной лист: фонд 33, опись 793756, единица хранения 13.
  4. М. Ю. Быков. Все Асы Сталина 1936—1953 гг.. — Научно-популярное издание. — М.: ООО «Яуза-пресс», 2014. — С. 334. — 1392 с. — (Элитная энциклопедия ВВС). — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0712-3.
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 101/13, л. 15, 233, 234, 235)
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682527, д. 27, л. 4, 39, 40, 41)
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5062, л. 1, 8, 9)
  8. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 628, л. 4, 32, 33, 34)
  9. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  10. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 309, л. 10, 31, 32, 33)
  11. Советские асы. Дема Леонид Васильевич
  12. Газета «Правда» от 23 августа 1944 года

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Выпускники и работники учреждений начального профессионального образования Челябинской области — Герои Советского Союза \\ ГУ ПО адм. Челяб. обл., ЧелИПРО; сост.: Н. И. Голендухин, Ф. М. Крылов, Е. М. Донских — Челябинск, 1998. — 31 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]