Эстәлеккә күсергә

Жан Лоҡман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Жан Лоҡман улы Лоҡманов битенән йүнәлтелде)
Жан Лоҡман
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 декабрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Ҡоншаҡ, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 24 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт университеты

Жан Лоҡман ((төп исеме Лоҡманов Закиржан Лоҡман улы; 28 декабрь 1912 йыл — 24 март 1959 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, педагог, тәнҡитсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рота, артабан батальон командиры. 1936—1939 һәм 1945—1952 йылдарҙа Өфөлә К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусыһы, доцент. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

Жан Лоҡман улы Лоҡманов 1912 йылдың 28 декабрендә Пермь губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Ҡоншаҡ ауылында тыуған.

1929 йылда Ҡоншаҡ урта мәктәбен, 1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын, 1936 йылда — Ҡазан дәүләт педагогия институтында аспирантура тамамлай.

1936—1939, 1945—1952 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусыһы, доценты. Жан Лоҡман фольклор менән шөғөлләнә, мәктәптәр өсөн дәреслектәр төҙөүҙә ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағына ҡәҙәр ҡатнаша. Башта рота, һуңынан һөжүм итеү батальоны командиры булып, Украина, Белоруссия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Прага, Берлин ҡалалары өсөн һуғыштарҙа ике тапҡыр ҡаты яралана.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1959 йылда, һуғышта алған ауыр яралары көсәйеп, вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930 йылдар аҙағында әҙәби тәнҡит менән шөғөлләнә башлай. Мәжит Ғафури, Ғабдулла Туҡай ижадын өйрәнеүгә күп көс һала. Мәҡәләләре башҡорт (21 мәҡәлә) һәм татар (1 мәҡәлә) телдәрендә баҫыла:

  • «Әҙәби жанрҙар тураһында».
  • «Һуғышсан политик поэзия өсөн».
  • «Әҙәбиәттәге вульгарлаштырыуға ҡаршы».
  • «Башҡорт әҙәбиәтендә Ватанға мөхәббәт темаһы».
  • «Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижады».
  • «Ғабдулла Туҡай сатираһы».
  • «Ғабдулла Туҡай поэзияһының халыҡсанлығы».
  • «Яңы заман шағиры».
  • «Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ижады».
Китаптары
  • Туған әҙәбиәт. — Өфө, 1939.
  • Әҙәбиәт. — Өфө, 1948.
  • Әҙәбиәт. Беренсе бүлек. — Өфө, 1951.
  • Әҙәбиәт. Икенсе бүлек. — Өфө, 1951.
  • Әҙәбиәт. I киҫәк. — Өфө, 1954.
  • Әҙәбиәт. II киҫәк. — Өфө, 1954.
  • Туған әҙәбиәт. — Өфө, 1955.
  • Совет Башҡортостаны яҙыусылары (биобиблиографик белешмә). Өфө, 1988 йыл, 225 бит.
  • Живые родники (История, литература и культура Башкортостана). Өфө, 2006 йыл. ISBN 5-295-03683-9