Әлибаев Зәки Арыҫлан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Заки Алибаев битенән йүнәлтелде)
Зәки Әлибаев
Тыуған көнө

10 ғинуар 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (57 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Йөйәк ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

әҙәбиәт ғилеме

Эшләгән урыны

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты (1992)

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

доцент

Ниндәй өлкәлә танылған

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе (03.2017—12.2022)

Награда һәм премиялары

Салауат Юлаев ордены (2022)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012);

Әлибаев Зәки Арыҫлан улы (10 ғинуар 1967 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2009 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2017—2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе. Филология фәндәре кандидаты (1997), доцент. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәки Арыҫлан улы Әлибаев 1967 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. 1974—1984 йылдарҙа урындағы урта мәктәптә уҡый. Өлкән синыфтарҙа әҙәби ижадҡа ылыға, республика балалар һәм үҫмерҙәр матбуғаты менән бәйләнеш тота. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, һуңғы курстарҙа әҙәбиәт белеме буйынса ғилми тикшеренеүҙәр башлай.

1985 йылдың июленән 1988 йылдың майына саҡлы Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында СССР Хәрби-Диңгеҙ Флотында хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы — I статья старшинаһы.

1992 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, Зәки Әлибаев БДУ-ла эшкә ҡалдырыла: ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент була. Анкаралағы Гази университетында (Төркиә), Таулы Алтай дәүләт университетында белемен камиллаштыра.

1994 йылдың авгусы — 1996 йылдың ноябре, 1997 йылдың октябре — 2002 йылдың июле — БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында декан урынбаҫары.

2002 йылдың июле — 2009 йылдың авгусы — БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы доценты.

2009 йылдан — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты.

2022 йылдың 16 декабрендә Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[1][2].

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992—1996 йылдарҙа Зәки Әлибаев ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһында уҡый, 1997 йылдың мартында «Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте» тигән тема буйынса «филология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Әҙәбиәт ғилеме һәм уҡытыу методикаһы буйынса илленән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хәҙерге заман башҡорт прозаһына эпик традицияларҙың тәьҫирен өйрәнеү, боронғо башҡорт эпостарында герой концепцияһын, «Урал батыр» эпосында башҡорт романы сығанаҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә.

Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижадына бағышланған эштәре бар. Әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре «Ватандаш», «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында, республика гәзиттәрендә баҫылып тора. 50-нән артыҡ фәнни хеҙмәте нәшер ителде.

Әҙәбиәт фәненә бәйле дисциплиналар буйынса махсус курстар алып бара. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары уның етәкселегендә «Филология. Рәсәй халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәте» (төрөк төркөмө) тип аталған Бөтә Рәсәй студент олимпиадаһында ҡатнашып, 2014 йылда − беренсе, 2015 йылда — өсөнсө урын алды. Ижади йәштәр менән әүҙем эшләй, улар «Тулҡын» исемле гәзит нәшер итә.

2001—2007 йылдарҙа Анкарала төрөк телендә баҫылып сыҡҡан 35 томды үҙ эсенә алған «TURKI DUNYSI ORTAK EDEBIEATLARI» («Төрөк донъяһының дөйөм әҙәбиәте») йыйынтығының башҡортса өлөшөнөң авторҙашы.

Рәсәйҙәге төрлө кимәлдәге һәм сит илдәрҙә ойошторолған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт һүҙ сәнғәте үҫеше тураһындағы докладтар менән Астанала (Ҡаҙағстан), Стамбулда (Төркиә), Ашхабадта (Төркмәнстан) сығыш яһаны. Республика мәктәптәренә ғилми-методик ярҙам күрһәтә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Яҙыусылар союзында тәнҡит һәм әҙәбиәт белеме секцияһы етәксеһе булды, 2016 йылдың ноябренән ижади берлек рәйесе вазифаһын башҡарҙы[3]. 2017 йылдың 31 мартында алдағы биш йылға союз рәйесе итеп һайланды. Ижади ойошманың дөйөм йыйылышында ҡатнашҡан 157 ағзаның 121-е Зәки Әлибаев өсөн тауыш бирҙе[4]. Ижади союз етәксеһе вазифаһында 2022 йылдың 16 декабренәсә булды[5].
  • Республиканың Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйгенең баһалама ағзаһы.

Китаптары һәм фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте.
  • Ер яҙмышы, ваҡыт һулышы.
  • Ваҡыт бәйләнешендә башҡорт әҙәбиәте.
  • Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте
  • ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте

Матбуғатта баҫылған мәҡәләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Оло тәжрибә туплап — «Ағиҙел» журналы, 2016, 7-се һан.
  • Һүҙ ҡөҙрәтен тойоп — «Ағиҙел» журналы, 2015[6]

Уның тураһында матбуғат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Салауат Юлаев ордены (2022)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009)
  • «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты (2015)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почёт грамоталары (1997, 2000, 2015)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В Уфе наградили писателей и поэтов Башкортостана. Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана», 16 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2022)
  2. Писателям и поэтам Башкортостана вручили госпремии. ИА «Башинформ», 20 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2022)
  3. В Уфе избран исполняющий обязанности председателя Союза писателей республики. ИА «Башинформ», 2016, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2016) (рус.)
  4. Башҡортостан Яҙыусылар союзында рәйес һайланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 31 март (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2017)
  5. Председателем Союза писателей Башкортостана избран Айгиз Баймухаметов. ИА «Башинформ», 16 декабря 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2022)
  6. Һүҙ ҡөҙрәтен тойоп. «Ағиҙел» журналы, 2015
  7. Республиканың күренекле фән эшмәкәре Зәки Әлибаевҡа 50 йәш. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 10 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2017)
  8. Известный филолог Заки Алибаев отмечает юбилей. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Рәсми сайт. 2017, 10 ғинуар(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2017)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2016)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]