Эстәлеккә күсергә

Ханнанова Зөлфиә Миндибай ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зөлфиә Ханнанова битенән йүнәлтелде)
Зөлфиә Ханнанова
Исеме:

Ханнанова Зөлфиә
Миндибай ҡыҙы

Тыуған көнө:

1 ғинуар 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (54 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Йүнәлеше:

шиғриәт, балалар әҙәбиәте

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт теле

Дебют:

«Сәғәт менән һөйләшәм» балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы (1994)

Премиялары:

Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы (1996), Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2004)

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008)

Ханнанова Зөлфиә Миндибай ҡыҙы (1 ғинуар 1970 йыл) — башҡорт шағиры, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008), Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы (1995).

Зөлфиә Миндибай ҡыҙы Ханнанова[1] Башҡорт АССР-ы Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында 1970 йылдың 1 ғинуарында тыуған.

Һигеҙенсе синыфтан һуң уҡыуын Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәптә дауам итә.

1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Белорет районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. Аҙаҡтан Өфөгә күсеп килеп, «Шоңҡар» журналында бүлек мөдире, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлек етәксеһе булып эшләй. Бөгөнгө көндә Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында Телдәр сәйәсәте бүлеген етәкләй[2].

Зөлфиә Ханнанова әҙәбиәткә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында килә, филология факультетының башҡорт-рус бүлегендәге «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Бөгөнгә дүрт шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡҡан. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, әҙиптең шиғырҙарына эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм саф күңеллелек, шулай уҡ романтик йүнәлеш хас. Улар рус, татар, сыуаш, төрөк, инглиз һәм ҡазаҡ телдәренә тәржемә ителгән.

Әүҙем ижадсы булараҡ, Зөлфиә Ханнанова башҡорт шиғриәте вәкиле булараҡ Мәскәү, Ҡаҙан, Чебоксар, шулай уҡ Төркиәнең Бафр һәм Самсун ҡалаларында уҙғарылған әҙәби йыйындарҙа ҡатнашты.

  • 2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[3]
  • Зиннәтуллина Л. Мин бары тик бер тамсыһы ғына йәйрәп ятҡан башҡорт еренең (З. Ханнанова шиғриәте хаҡында) // Ватандаш. — 2013. — № 5. — С. 156—167.
  • Зиннәтуллина Л. Р. Зөлфиә Ханнанованың мөхәббәт шиғриәтендә лирик героиня образы // Современные проблемы башкирской и тюркской филологии и филологического образования: Материалы Международной научно-практической конференции, посвященной 75-летию д.ф.н., проф. К. Г. Ишбаева. — Стерлитамак,2012. — С.172-175.
  • Зиннәтуллина Л. Р. Зөлфиә Ханнанованың гражданлыҡ лирикаһы // Язык и литература в условиях многоязычия: Материалы IV Международной научно-практической конференции. — Нефтекамск: РИО БашГУ, 2010. — С.203-208.
  • Мин — башҡорт, тип таныштырығыҙ...: Шиғырҙар, поэма. — Өфө: Китап, 2018. — 224 бит[4].
  • Шиғырҙар (шәлкем): «Ал да нур сәс халҡыңа...» йыйынтығында. — Өфө: Китап, 2008.
  • Килен тәңкәһе: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2004. — 96 бит.
  • Сәғәт менән һөйләшәм: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1994. — 32 бит.
  • Шиғырҙар (шәлкем): «Бәйге» йыйынтығында. — Өфө: Китап, 1993.

Гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы (1996).
  • Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008).
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021)
  • 2017 йыл Өфөлә башҡорт телен яҡлап үҙенсәлекле һәм сағыу «Йөрәк һүҙе» проекты ойошторолдо. 28 ноябрҙә үткән шиғри алыш финалында 12 пар ҡатнашты, улар араһында башҡорт телендә иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр билдәләнде. Көсөргәнешле шиғри алыштың йомғаҡтары буйынса танылған башҡорт шағирәһе Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәл Әлибаева иң яҡшы һүҙ оҫталары тип танылды. Үҙ поэмаһынан бер өҙөктө уҡып, Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы төп бүләкте – «Лада Гранта» автомобилен отто[10].
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2017)