Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Башҡортостан яҙыусылар союзы битенән йүнәлтелде)
Башҡортостан Яҙыусылар союзы
Административ үҙәге

Өфө, Рәсәй

Ойошма төрө

Һөнәри ижади йәмәғәт ойошмаһы

Рәсми телдәре

рус, башҡорт

Етәкселәре
Рәйес

Әлибаев Зәки Арыҫлан улы

Нигеҙләнгән

1934

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://союзписателейрб.рф/

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы — Башҡортостан Республикаһы әҙиптәрен (яҙыусылар, шағирҙәр һәм драматургтар) берләштереүсе һөнәри ижади йәмәғәт ойошмаһы. Башҡортостан яҙыусыларының 1934 йылдың 15 мартында үткән I съезында «Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар берлеге» исеме менән рәсми нигеҙҙә ойошторола. Рәйесе итеп Афзал Таһиров, рәйес урынбаҫары — Ғабдулла Амантай, берлек сәркәтибе итеп Мөслим Марат һайлана.

Өфөнөң Коммунистик урамындағы Башҡортостан Яҙыусылар союзы урынлашҡан йорт

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина яҙыусылары эвакуацияла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡортостан Яҙыусылар Союзының күп ағзалары үҙ теләге менән фронтҡа китә.

Мәжит Ғафури йәшәгән был йортта Бөйөк Ватан һуғышы осоронда (1941—1943) украин яҙыусылары союзы урынлашҡан

Шул уҡ ваҡытта фашист илбаҫарҙары баҫып ингән төбәктәрҙән илдең үҙәк өлөшөнә эвакуациялау башлана. Был ижади ойошмаларға ла ҡағыла. Башҡортостанға ғилми учреждениелар, шул иҫәптән 18 фәнни институты менән УССР Фәндәр академияһы, Украинаның Композиторҙар, Рәссамдар, Яҙыусылар, Архитекторҙар союздары, Т. Шевченконың, М. Коцюбинскийҙың мемориаль музейҙары күсереп килтерелә. Республикаға XVI—XVIII быуаттарға ҡараған һирәк китаптар, Украина әҙәбиәте классиктары Н. Гоголдең, И. Франконың, Л. Украинканың ҡулъяҙмалары, София соборы китапханаһы алып киленә. Өфөгә И. Кочерга, П. Панч, М. Рыльский, В. Сосюра, П. Тычина, Ю. Яновский, Н. Рыбак һәм башҡалар күсеп килә һәм күбеһе 1944 йылда Украина Яҙыусылар Союзын кире ҡайтарғанға тиклем ошонда йәшәй, ижад итә.

Ауыр ваҡытта Башҡортостан, башҡорт халҡы эвакуацияланып килгәндәрҙе туғандарса хәстәрлек менән ҡаршы ала. Өфөнөң Гоголь урамындағы ҡасандыр Мәжит Ғафури йәшәгән 28-се һанлы бер ҡатлы ағас йортта Украина ССР-ы Яҙыусылар Союзын урынлаштыралар. Бында төрлө саралар үткәрелә, украин яҙыусылары, журналистары унда юлайҡан да килеп сыға. Мәҫәлән, 1941 йылдың 6 октябрендә ҡәләмдәштәре бында ҙурлап күренекле драматург Кочерга Иван Антоновичтың алтмыш йәшлек юбилейын билдәләйҙәр[1].

Күп йылдар үткәс тә шул саҡтағы йылы ҡараш, хәстәрлек өсөн украин яҙыусылары рәхмәт һүҙҙәре яҙып тора, әҫәрҙәрендә лә йылы итеп иҫкә ала. Мәҫәлән, Петро Панч «На Калиновом мосту» тигән әҫәрендә былай тип яҙа:

« «Размещая прибывших украинцев, башкирские писатели отнеслись к нам по-братски: каждый из башкирских писателей дал пристанище украинскому писателю или его семье, художник — художнику... Александр Копыленко поселился на улице Худайбердина, густо поросшей травой, Юрий Яновский — на улице Карла Маркса. Я с семьей — у башкирского поэта Сайфи Кудаша, на Гоголевской». В годы войны С. Кудаш был председателем правления Союза писателей Башкирии, а Яков Городской — секретарем парторганизации объединенных украинского и башкирского союзов писателей. Это обстоятельство, безусловно, плодотворно сказалось на творческих контактах писателей. »

[2]

Украин яҙыусылары «Фронт һәм тыл» тигән серия өсөн китаптар яҙа, украин телендә гәзит-журналдар сығара. Шул уҡ ваҡытта башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен — украин теленә, ә уларҙыҡын башҡорт теленә тәржемә итеү ҙә киң ҡолас ала.

1943 йылдың 10 ғинуарында барлыҡ тиерлек украин яҙыусылары Өфөгә килә: бында Украинала совет власы урынлашыуының 25 йыллығына арналған тантаналы пленум уҙғарыла. Бөтә алыҫ һәм яҡын ҡалалаларҙан, фронттарҙан, партизан отрядтарынан яҙыусы-фронтовиктар йыйылған. «Башҡортостан Совнаркомы залы пленумда ҡатнашырға теләүселәрҙе һыйҙыра алманы», — тип хәтерләй ул сараны Максим Рыльский.

Был пленумда Ванда Василевская ла ҡатнаша һәм әҙәби кисәлә ялҡынлы сығыш яһай[3]

Украин яҙыусылары Башҡортостандағы украин ауылдары менән дә бәйләнеш тота. Ете экспедиция ойоштороп, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән районы украиндарының ауыҙ-тел ижадын өйрәнәләр[4].

Ике Союздың бәйләнештәре һуғыштан һуң да өҙөлмәй, оҙаҡ йылдар дауам итә. Владимир Сосюра яҙғанса:

« Пыль и ветер мне навстречу... Помню я Донец, Заречье...

Украина, ты далече, но зовешь на смертный бой!

Я лечу к тебе бессонно, а вокруг поля да склоны,

И в голубизне бездонной — край башкирский, край степной

[5]

»

.

Берлектең дөйөм йыйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • I йыйын — 1934 йылдың 15—18 июне
  • II йыйын — 1954 йылдың 16—19 июне
  • III йыйын —1958 йылдың 2—3 июне
  • IV йыйын — 1963 йылдың 10—12 ғинуары
  • V йыйын — 1964 йылдың 23—24 декабре
  • VI йыйын — 1968 йылдың 29—31 майы
  • VII йыйын — 1976 йылдың 24—25 октябре
  • VIII йыйын — 1978 йылдың 26—27 октябре
  • IX йыйын — 1983 йылдың 24—25 октябре
  • X йыйын — 1988 йылдың 27—29 декабре
  • XI йыйын — 1993 йылдың 28—29 октябре
  • XII йыйын — 1996 йылдың 30—31 октябре
  • XIII йыйын — 2001 йылдың 22—23 феврале
  • XIV йыйын — 2006 йылдың 21—22 апреле
  • XV йыйын — 2011 йылдың 14—15 апреле
  • XVI йыйын — 2012 йылдың 16—17 марты
  1. Уфимский период жизни Ивана Кочерги
  2. Мурат Рахимкулов. Ради жизни на земле[1]
  3. Ванда Львовна Василевская
  4. В. Карпушенко. Дружбой едины [2](недоступная ссылка)
  5. Владимир Сосюра. [3]
  6. В Уфе избран исполняющий обязанности председателя Союза писателей республики. , 2016, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2016) (рус.)
  7. Башҡортостан Яҙыусылар союзында рәйес һайланды. , 2016, 29 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2017)
  8. Председателем Союза писателей Башкортостана избран Айгиз Баймухаметов. Башинформ (16 декабрь 2022). Дата обращения: 18 декабрь 2022.