Рыбак Натан Самойлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рыбак Натан Самойлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Украинская Народная Республика[d]
 СССР[1]
Тыуған көнө 21 декабрь 1912 (3 ғинуар 1913)
Тыуған урыны Ивановка[d], Якимовская волость[d], Елисаветградский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 сентябрь 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем сәбәбе авария[d]
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Яҙма әҫәрҙәр теле украин теле
Һөнәр төрө яҙыусы, прозаик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр тарихи роман[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы
 Рыбак Натан Самойлович Викимилектә

Рыбак Натан Самойлович (21 декабрь 1912 йыл / 3 ғинуар 1913 йыл11 сентябрь 1978 йыл) — СССР яҙыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ната́н Само́йлович Рыба́к Украинаның Яңы Архангел районы Ивановка ауылында 1913 йылдың 3 ғинуарында (иҫк. 21 декабрь, 1912 йыл) йәһүд ғаләһендә тыуған.

Ете класс тамамлағас, фабрика-завод техникумында, артабан Киев химик-технологик институтта белем алған.

1931 йылдан үҙен әҙәби ижадҡа бағышлай. «Комсомолец Украины», «Комсомольская правда» гәзиттәренә яҙыша, «Молодой большевик» журналында хикәйәләре һәм очерктары баҫыла.

1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Бөйөк Ватан һуғышыында «Сталинский Сокол» фронт гәзите хәбәрсеһе була.

Н. С. Рыбак 1978 йылда автомобиль аварияһында һәләк була. Киевта ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе хикәйәләр йыйынтығы «Дорогами борьбы» шәкәр заводы эшселәре тормошона һәм хеҙмәтенә бағышлана, ул 1931 йылда баҫылып сыға.

Артабан төрлө йылдарҙа «Пушки жерлами на восток»; 1934), «Ошибка Оноре де Бальзака»; 1940), «Переяславская рада»; 1—2‑се китаптар, 1948—53), «Солдаты без мундиров»; 1967) романдары донъя күрә.

Башҡортостанда эвакуацияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер нисә йыл Өфөлә йәшәй . «Башҡортостан ҡояшы» («Солнце Башкирии») очерктар китабында һәм «Ҡорал үҙебеҙ менән» романында («Оружие с нами»; икеһе лә — 1943) тыл хеҙмәтсәндәренең фашизмды еңеүгә индергән ҡаһарман хеҙмәте, һуғыш йылдарында Башҡортостанға эвакуацияланған башҡа халыҡ вәкилдәре менән башҡорттарҙың дуҫлығы күрһәтелгән. Натан Рыбак әҫәрҙәрен башҡорт теленә Нәжиб Иҙелбай тәржемә иткән.

Экранлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Ошибка Оноре де Бальзака» (1968)
  • «Длинная дорога в короткий день» (1972)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С.Ғ.Сафуанов. Переяслав радаһы //Әҙәби Башҡортостан. 1954. № 5.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]