Петро Панч
Петро Панч | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 22 июнь (4 июль) 1891 |
Тыуған урыны | Валки[d], Харьковская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1 декабрь 1978 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | украин теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, прозаик, новеллист |
Уҡыу йорто | Сергиевское артиллерийское училище[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ғәскәр төрө | Армия Украинской Народной Республики[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Жанр | роман, повесть[d] һәм хикәйә |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Петро Панч Викимилектә |
Петро́ Панч (укр. Петро Панч; ысын исеме һәм фамилияһы Пётр Иосифович Панченко, укр. Петро Йосипович Панченко; 1891—1978) — украин совет яҙыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балта оҫтаһы ғаиләһендә тыуған,атаһы тәгәрмәстәр етештереү менән шөғөлләнгән. 1906 йылда тамамлағандан һуң, юғары башланғыс училищены тамамлау менән Валкиҙа писарь булып эшләй, артабан Харьковта Аҡһөйәк ҡыҙҙар Институты канцелярияһында эшләй.
1915 йылда Полтавала тамамлай ер үлсәүселәр училищеһында уҡый, ләкин тиҙҙән мобилизациялана, рус армияһына алына.
1916 йылда Одесса Сергиев артиллерия училищеһының тиҙләтелгән курсын тамамлағандан һуң, прапорщик чинында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.
1917-1921 йылдарҙағы граждандар һуғышында ҡатнаша. 1918 йылдың ноябренән 1919 йылдың декабренә тиклем — артиллерия полкы офицеры, Украина халыҡ республикаһы армияһында хеҙмәт итә. 1920 йылдың ғинуарында ғәскәрҙәре төркөмө составында УССР хөкүмәте яғына күсә. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы командиры вазифаһында хеҙмәтен дауам итә [1].
1921 йылдың көҙөндә демобилизациялана. Землемер булып эшләй, әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай. Уның тәүге очеркы, хикәйәһе урындағы "Неимущий крестьянин" район гәзитендә 1921 йылдан баҫыла башлаған. Гәзит редакторы Шевченко Иван Демьянович "Пан" тип кенә ҡуйылған тәүге мәҡәләнең ҡултамғаһына "Ч" хәрефе өҫтәй - имеш, ниндәй "пан" ти ул! Күренекле прозаик шулай псевдоним алған. Тиҙҙән бер-бер артлы «Там, де верби над ставом», «Гнізда старі» (1923); «Поза життям» (1924); «Солом'яний дим» (1925); «Мишачі нори» (1926) китаптары; «Голубі ешелони» (1928) тигән повестар йыйынтығы донъя күрә.
1923-1938 йылдарҙа — «Червоний шлях» һәм «Радянська література» украин журналдары редакцияһы хеҙмәткәре булып китә. «Плуг», «ВАПЛІТЕ», «Бөтә Украина пролетар яҙыусылар союзы» әҙәби ойошмаларына ағза булып инә. Харьковта йәшәй.Мәҙәниәтте яҡлау буйынса Бөтә донъя конгресында (Париж, 1935) ҡатнаша.
1939-1940 йылдарҙа Львов яҙыусылар ойошмаһын етәкләй.
Башҡортостанда эвакуацияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күпмелер ваҡыт Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә йәшәй, Мәскәүҙә «Радянська Україна» радиостанцияһының әҙәби бүлегенең баш мөхәррире була.
Әйткәндәй, Петро Панч «На Калиновом мосту» тигән әҫәрендә былай тип яҙа:
«Размещая прибывших украинцев, башкирские писатели отнеслись к нам по-братски: каждый из башкирских писателей дал пристанище украинскому писателю или его семье, художник — художнику... Александр Копыленко поселился на улице Худайбердина, густо поросшей травой, Юрий Яновский — на улице Карла Маркса. Я с семьей — у башкирского поэта Сайфи Кудаша, на Гоголевской». В годы войны С. Кудаш был председателем правления Союза писателей Башкирии, а Яков Городской — секретарем парторганизации объединенных украинского и башкирского союзов писателей. Это обстоятельство, безусловно, плодотворно сказалось на творческих контактах писателей. |
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949—1953 йй. — Украина совет яҙыусылары союзының Харьков ойошмаһы рәйесе.
1966—1969 йй. — Украина яҙыусылары союзының идара секретары.
1940 йылдан КПСС ағзаһы.
1978 йылдың 1 декабрендә вафат булған. Киевта ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Тинченко Я. Ю. Офицерский корпус армии Украинской Народной Республики
- ↑ Мурат Рахимкулов. Ради жизни на земле[1]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. Лысенко Валкивская энциклопедия. В 2 т. т. 1, стр. 377 – Харьков;Киев; Нью-Йорк, 2000
- Панч, Петро
- Панч Петро
- Петро Панч. «Без козыря» (сборник произведений). — Харьков: Фолио, 2009.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәрҙәре күп телдәргә тәржемә ителгән:
- «Голубые эшелоны» (1928)
- «Рождение» (1932)
- роман «Осада ночи» (1935)
- «Клокотала Украина» (1954)
- «В пути» (1959)
- «На Калиновом мосту» (1965)
Балалар өсөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Будем летать» (1935)
- «Хорошие ребята» (1959)
- «Сын Таращанского полка» (1937)
Наградалары һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- УССР-ҙың Тарас Шевченко исемендәге Милли премияһы (1965)
- ике Ленин ордены ( 24.11.1960)
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (02.07.1976)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- «Почёт билдәһе» ордены (31.01.1939)
- меиҙалдар
Иҫтәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киевта1938–1958 йылдарҙа Петро Панч йәшәгән һәм эшләгән йорт ҡабырғаһына мемориальн таҡта ҡуйылған.
- 1989 йылда Киевтың бер урамына Петро Панч исеме бирелгән
- 4 июлдә тыуғандар
- 1891 йылда тыуғандар
- Харьков губернаһында тыуғандар
- 1 декабрҙә вафат булғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Украин яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- Башҡортостанда эвакуацияла булғандар