Закруткин Виталий Александрович
Виталий Закруткин | |||||||||||||
Файл:Zakrutkin Vitaliy Aleksandrovich.jpg | |||||||||||||
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы Таврия губернаһы Феодосия ҡалаһы | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Вафат булған көнө: | |||||||||||||
Вафат булған урыны: |
Ростов өлкәһе Семикаракорск районы Кочетовская станицаһы | ||||||||||||
Гражданлығы: | |||||||||||||
Йүнәлеше: | |||||||||||||
Жанр: | |||||||||||||
Премиялары: |
| ||||||||||||
Наградалары: |
| ||||||||||||
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |||||||||||||
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Виталий Закруткин в гимнастёрке при всех наградах. Станица Кочетовская, конец 1970-х годов[1]. |
Закруткин Виталий Александрович (27 март 1908 йыл — 9 октябрь 1984 йыл) — СССР яҙыусыһы һәм әҙәбиәт белгесе. СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1982) һәм өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951) лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виталий Александрович Закруткин 1908 йылдың 27 мартында Феодосияла халыҡ уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. Ун йәшенән баҫыуҙа эшләй башлай. 1929 йылда атаһы ғаиләһен Алыҫ Көнсығышҡа Завитая станцияһына күсерә[2].
1932 йылда имтихандарҙы экстерн тапшырып, М. И. Калинин исемендәге Благовещен педагогия институтын тамалай. 1933 йылдан әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, ә 1936 йылда А. И. Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтын тамамлай. Шул уҡ йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, Ростов дүләт педагогия институтының Рус әҙәбиәте кафедраһы мөдире вазифаһына тәғәйенләнә, бында 1941 йылға тиклем эшләй. Һуғыш осоронда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында (РККА) хеҙмәт итә, фронт һәм армия гәзиттәрендә хәбәрсе була, майор. 1946—1950 йылдарҙа В. М. Молотов исемендәге Ростов дәүләт университетында һәм Ростов дәүләт педагогия институтында доцент булып эшләй.
Закруткин 1984 йылдың 10 октябрендә вафат була. Дондағы Кочетовская станицаһында, үҙе даими йәшәгән йорт ихатаһында ерләнә (хәҙер унда В. А. Закруткин йорт-музейы).
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Академик Плющев» (1940)
- «Коричневая чума» (1941)
- «Сила» (1942)
- «Человек со шрамом» (1943)
- «Повесть о слободе Крепкой» (1944)
- «У моря Азовского» (1945)
- «Кавказские записки» (1946)
- «За высоким плетнём» (1948)
- «Млечный путь»
- «Плавучая станица» (1950) (колхозсы-балыҡсылар тураһында)
- «Без вести пропавший» (1956) (1957 йылда экранлаштырыла)
- «Цвет лазоревый. Страницы о М. Шолохове» (1965)
- «Матерь человеческая» (1969) (1975 йылда экранлаштырыла)
- «Мать сыра Земля» (1970)
- «Дорогами большой войны» (1971)
- «Подсолнух»
- «Сотворение мира» — буржуаз донъяның ҡолауы һәм яңы донъя державаһы — 1921 йылдан 1945 йылға тиклем СССР барлыҡҡа килеүе тураһында ҙур эпик әҫәр
- т. 1, 1956
- т. 2, 1968
- т. 3, 1979
- «Верность» (1982)
- «На золотых песках» (1984, тамамланмаған)
«Сотворение мира» романы һәм «Матерь человеческая» повесы донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (27.03.1978)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (18.05.1945)
- өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.04.1958; 29.10.1967; 02.07.1971)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (24.04.1943)[3]
- «Кавказды обороналау өсөн» миҙалы
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- башҡа миҙалдар
Премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Плавучая станица» романы (1950) өсөн өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951)
- «Матерь человеческая» повесы (1969) өсөн М. Горький исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы (1971)
- «Сотворение мира» романы (1951—1979) өсөн СССР Дәүләт премияһы (1982)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]6 кешенән тора. Атаһы менән әсәһе — уҡытыусы, үҙе хужалыҡтарын алып баралар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Виталий Закруткин . peoples.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2011. Архивировано 24 март 2012 года.
- ↑ Шевченко Лариса Сын земли Донской (рус.) // Семейный капитал : газета. — 2015. — № 11 (011). — С. 5.
- ↑ Приказ войскам Закавказского фронта № 058/н от 24 апреля 1943 г. ОБД «Подвиг народа». Архивировано 14 март 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 9 октябрҙә вафат булғандар
- 1984 йылда вафат булғандар
- Сталин премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 27 мартта тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Соцреалист яҙыусылар
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- XX быуат рус яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары