Заман (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Заман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заман исеме ғәрәп теленән үҙләштерелгән — заман, дәүер, осор; замана кешеһе тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Заман — 1649—1701 йылдарҙа ижад иткән фарсы рәссамы.

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (14 ғинуар 1914 йыл — 16 февраль 1988 йыл) — сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү алдынғыһы. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Заманова Маргарита Кәрим ҡыҙы (21 октябрь 1983 йыл) — Томск политехник университетының Тәбиғәт ресурстары институтының органик матдәләр һәм полимер материалдар технологияһы кафедраһының инженер һәм кесе ғилми хеҙмәткәре.

Сәнғәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заман (төркөм) — World Music жанрында сығыш яһаусы Рәсәй музыкаль төркөмө, башҡорт, рус, инглиз, ҡаҙаҡ телдәрендә йырлай. Стиленең нигеҙендә башҡорт фольклоры ята. «Заман» төркөмөнөң репертуары автор композицияларынан һәм башҡорт халыҡ йырҙарының заманса эшкәртмәләренән тора.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заман-Башҡортостан (гәзит) («Zaman—Башҡортостан») — халыҡ‑ара ижтимағи‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — "Феза АЙ (Төркиә). 1993 йылдың майынан 2003 йылдың февраленә тиклем Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ, башҡорт, татар һәм төрөк (2001 йылдың ноябренә тиклем) телдәрендә сыға. Гәзит биттәрендә төрки халыҡтарҙың тормошо, ислам нигеҙҙәре һәм әхлаҡи ҡиммәттәре яҡтыртыла, хеҙмәттәшлек, үҙ‑ара ярҙам, толерантлыҡ идеялары пропагандалана.

Заман — ваҡыт, геологик тарихи дәүер, осор, миҙгел, грамматик ваҡыт.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ