Зверев Арсений Григорьевич
Зверев Арсений Григорьевич | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 18 февраль 1900 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Мәскәү губернаһы[d] |
Вафат булған көнө | 27 июль 1969[1][2] (69 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР, Мәскәү ҡалаһы[1] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, сәйәсмән |
Эш биреүсе |
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты Министерство финансов СССР[d] |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Ойошма йәки клуб ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы |
![]() | |
Ҡатнашыусы | ВКП(б)-ның XVIII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d] |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Арсений Григорьевич Зверев (18 февраль (2 март) 1900, Тихомирово ауылы Мәскәү губернаһы Клин өйәҙе — 27 июль 1969, Мәскәү) — СССР дәүләт эшмәкәре, Халыҡ комиссары, һуңынан 1938—1960 йылдарҙа (1948 йылда өҙөклөк менән) СССР Финанс министры, КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағзалығына кандидат (1952—1953), финанс хеҙмәтенең генераль дәүләт советнигы
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Арсений Григорьевич Зверев эшсе ғаиләһендә тыуған. 1919 йылдан РКП(б) ағзаһы. Мәскәү финанс институтын тамамлай (1933)[3]. Иҡтисад фәндәре докторы (1959).
1913 йылдан — туҡыу фабрикаһы эшсеһе
1917 йылдан — «Трехгорная мануфактура» эшсеһе
1921 йылдан — ҡыҙылармеец
1921 йылдан — кавалерия полкының взвод командиры
1922 йылдан — РКП(б)-ның Клин өйәҙ комитеты агитация-пропаганда бүлеге мөдире
1924 йылдан — Мәскәү губерна финанс бүлеге агенты
1925 йылдан — Клин өйәҙе финанс бүлеге мөдире
1927 йылдан — Клин өйәҙе башҡарма комитеты рәйесе
1929 йылдан — Смоленск өлкә финанс бүлегенең һалым идаралығы начальнигы
1930 йылдан — Брянск округ финанс бүлеге мөдире
1932 йылдан — Мәскәүҙең Бауман районы финанс бүлеге мөдире
1936 йылдан — Мәскәүҙең Молотов район советы рәйесе
1937 йылда — Мәскәү ВКП(б) Молотов район комитетының беренсе секретары
1937 йылдың сентябренән — СССР финанс халыҡ комиссары урынбаҫары.
1938 йылдың ғинуарында — 1948 йылдың февралендә — СССР финансы халыҡ комиссары (1946 йылдан — министр). 1942 йылда атом тармағында эш башлау өсөн радий һәм аҡ алтын биреү буйынса яуаплы була
1948 йылдың 16 декабренән башлап — СССР-ҙың финанс министрының беренсе урынбаҫары
1948 йылдың декабренән — ҡабаттан СССР-ҙың финанс министры
1960 йылдың майынан — союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер. Бер үк ваҡытта Бөтә Союз ситтән тороп финанс уҡыу институты.
1-се, 2-се, 4-се, 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы. депутаты. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1939—1961),
Күп кенә Сталин ваҡытында карьера яһаусылар кеүек үк, ул да 1930 йылдарҙа карьера яһай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дәүләт финанстары менән етәкселек итә, хәрби производстволар өсөн кәрәкле аҡса бирә. Уның ваҡытында эске дәүләт заемдарын сығарыу яйға һалына, улар халыҡ араһында таратыла һәм СССР-ҙа аҡса реформаһы уҙғарыла (1947). СССР-ҙа аҡса реформаһы (1961) ул киткәс планлаштырыла — Зверев уның менән риза булмай отставкаға китә.
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- дүрт Ленин ордены;
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- миҙалдар;
- Финанс хеҙмәтенең генераль дәүләт советнигы (1948) — финанс һәм банк органдарының иң юғары класлы чины
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Национальный доход и финансы СССР» (монография)
- «Проблемы ценообразования и финансы» (монография)
- «Хозяйственное развитие и финансы в семилетке» (монография)
- Биография
- Биография
- Министр финансов СССР. Что мы о нем знаем? (недоступная ссылка с 24-05-2013 (2884
- Записки министра, А. Г. Зверев. Москва, 1973г. (недоступная ссылка с 24-05-2013 (2884
Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алексеев М. Ю., Пачкалов А. В. Министры финансов: От Российской империи до наших дней. — М.: Альбина Паблишер, 2019. — 554 с.
- Как работал Госбанк СССР в дни Великой Отечественной войны // «Московский комсомолец» № 26802 от 30 апреля 2015 г.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Зверев Арсений Григорьевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Munzinger Archiv — 1913.
- ↑ Просмотр Финансовая академия при Правительстве Российской Федерации: история и современность. / Колл. авт.; под общ. ред. ректора Финансовой академии М. А. Эскиндарова. — М.: Финансы и статистика, 2009. — 448 с.: ил. — ISBN 978-5-279-03406-2.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 18 февралдә тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 27 июлдә вафат булғандар
- 1969 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- РФ хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты уҡытыусылары
- Иҡтисад фәндәре докторҙары
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- КПСС-тың XXI съезы делегаттары
- КПСС-тың XX съезы делегаттары
- ВКП(б)-ның XVIII съезы делегаттары
- СССР иҡтисадсылары
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 2 мартта тыуғандар