Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы
Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 3 февраль 1906 |
Тыуған урыны | Байназар, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 28 февраль 1991 (85 йәш) |
Һөнәр төрө | ауыл хужалығы |
Хәрби звание | старшина[d] һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы (3 февраль 1906 йыл — 28 февраль 1991 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улы 1906 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылында тыуа. 11 йәшендә Баймаҡ ҡалаһында мәҙрәсәлә белем ала. Коллектив хужалыҡтар ойоштороу башланғас, «Буденный» колхозына ағза булып инә, бригадир, ферма мөдире, мал аҙығы әҙерләү мәлендә звено етәксеһе булып эшләй.
1937—1939 йылдарҙа армия сафында Рәсәй-төрөк сигендә хеҙмәт итеп ҡайта. Армиянан ҡайтҡас, тағы ла колхоз эшенә тотона.
Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың 21 декабрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Был көндә Бөрйән районынан гражданжарҙы икенсе тапҡыр күпләп фронтҡа оҙаталар. Зәйнуллин Сәхиулланы ике тиҫтәнән ашыу райондашы һәм район колхоздарынан йыйылған аттар менән бергә Красноусолдан алыҫ түгел Аҡкүл күле янында урынлашҡан лагерға ебәрелә. Бында һуғышҡа әҙерлек күнекмәләре үткәндән һуң, 1942 йылдың февраль айында Йоматау станцияһынан вагондарға тейәп, фронтҡа оҙаталар.
Зәйнуллин Сәхиулла М. Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһының 101-се артиллерия дивизионында 148-се артиллерия-миномет полкында минометчик булып хеҙмәт итә.
Зәйнуллин һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем булып, Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. 1947 йылда демобилизациялана.
Һуғыштан һуңғы биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан ҡайтҡас тәүҙә ауыл магазинында һатыусы булып эшләй. Аҙаҡ «Ағиҙел» колхозында бригадир, ферма мөдире була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. 1971 йылдың 15 февралендә «Ағиҙел» колхозының дөйөм йыйылышы ҡарары менән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Зәйнуллин Сәхиулла Рәхмәтулла улына «Почетлы колхозсы» тигән маҡтаулы исем бирелеп, уның исемен колхоздың Почет китабына индерергә ҡарар ителә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ветеран тик ятмай, дини белемен файҙаланып, ауылда имам-хатиб вазифаһын башҡара.
Зәйнуллин Сәхиулла ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләнә. Ниязбай (1931-2009), Ғәйзә (1933-2008), Батыр (1934-2005), Сәфәрғәле (1937), Зөләйха (1948). Улар бөтәһе лә лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән, араларында атҡаҙанған уҡытыусылар, тимер юлы машинисы, тракторист, тәрбиәсе бар.
Ветеран 1991 йылдың 28 февралендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2-се дәрәжә Ватан һағышы ордены (1985)
- «Варшаваны алған өсөн» миҙалы (№ 1208118)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945, № 298966)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (№ 388761)
- «Батырлыҡ өсөн» (№ 554992) миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Таң» гәзите, № 117, 2015 йыл 6 октябрь. «Гвардия старшинаһы Сәхиулла Зәйнуллин һәм хохол, башҡорт малайҙары»
- «Йәшлек» гәзите, № 31-34, сентябрь 2015 йыл."Ҡамауҙан сыҡҡанда"