Эстәлеккә күсергә

Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәкирйән Ғәлимйән улы Әминев битенән йүнәлтелде)
Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 ғинуар 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө этнолог, юрист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Әүҙемлек урыны Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы (30 ғинуар 1954 йыл) — ғалим-этнолог, юрист, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны. Философия фәндәре кандидаты (2011).

Зәкирйән Ғәлимйән улы Әминев 1954 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.

Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағас, оҙаҡ йылдар республиканың прокуратура органдарында эшләй. Хеҙмәт стажына яраҡлы хаҡлы ялға сыға һәм студент сағынан үҙен ҡыҙыҡһындырған башҡорт халҡының мифтары менән ғилми күҙлектән әүҙем шөғөлләнә башлай. 2011 йылда «Космогонические мировоззрения древних башкир в эпосе "Урал батыр"» тигән темаға диссертация яҡлап, «философия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары нигеҙендә республика гәзит һәм журналдарында даими сығыш яһай, мәҡәләләрен төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа баҫтыра. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән ғалимдәр менән ныҡлы бәйләнеш тота. Үҙе тикшергән мәсьәләргә арналған ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, төрлө экспедицияларға бик теләп сыға.

Ғалим Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған Вики-Һабантуй 2015 сараларында, шул иҫәптән «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты.

Бәшкәрт иленә ғилми экспедицияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Яратҡан шөғөл нәтижәһе — ғилми асыш

Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында эшләүсе ғалим бер төркөм хеҙмәттәштәре менән 2014 йылда Иранға барып ҡайта. Фәнни сәфәрҙең төп маҡсаты был илдең көньяҡ-көнсығышында йәшәүсе «бәшкәрт» халҡы менән танышыу була. Һан яғынан 100 меңдән артығыраҡ булған был тыныс һәм ғорур халыҡ фәнгә бер быуаттан артыҡ билдәле. Бәшкәрттәр Ирандың Хармузган провинцияһындағы Бәшкәрт тауҙарында көн күрә, Ирани төркөмгә ҡараған телдә һөйләшә, ислам динен тота. Антропологик яҡтан ҡарағанда, улар — оҙон буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәле. Рәсәйгә ихтирам менән ҡараһалар ҙа, беҙҙең башҡорт халҡы тураһында мәғлүмәтле түгелдәр. Шулай уҡ үҙ исемдәре булған «бәшкәрт» атамаһының нимә аңлатҡанын, уның ҡайҙан килеп сыҡҡанын белмәйҙәр. Үҙҙәренең гел күсенеп йөрөгән халыҡ икәнлеген әйтәләр. Бәшкәрттәр һәм башҡорттар бер тамырҙанмы, ике милләт араһында берәй төрлө бәйләнеш бармы — был һорауҙар әлегә асыҡ ҡала. Шул уҡ ваҡытта бәшкәрттәрҙә беҙҙең ҡурайға оҡшаған «нәй» тип аталған музыка ҡоралы булыуы, көйҙәренең беҙҙекеләргә тартым булыуы бик тә ҡыҙыҡлы факттар. Уларҙағы Риза, Надир, Хәбиб һәм Вәхит атлы исемдәр беҙҙең халыҡта ла киң таралған. Был һәм бәшкәрт халҡы менән бәйле башҡа һорауҙарға киләсәктәге фәнни тикшеренеүҙәр бер ни тиклем асыҡлыҡ индерәсәк.

Ваҡытлы матбуғаттағы фәнни-популяр мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалим менән әңгәмәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 28 сентябрь 2018 йыл 1 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2019)
  2. «Киске Өфө» гәзите, 2016, 9—15 июль, № 28
  3. «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 27 май 2016 йыл 18 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2018)