Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зәкирйән Әминев битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Зәкирйән Әминев
Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы
Тыуған көнө:

30 ғинуар 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (63 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

философия, этнология

Эшләгән урыны:

Башҡортостандың Фәндәр Академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты

Ғилми дәрәжәһе:

философия фәндәре кандидаты

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт университеты

Билдәләлек алған:

«Бәшкәрт» иленә ғилми экспедиция

Зәкирйән Ғәлимйән улы Әминев (30 ғинуар 1954) — Башҡортостандың ғалим—этнологы, философия фәндәре кандидаты (2011). Юрист, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы 1954 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағас, оҙаҡ йылдар республиканың прокуратура органдарында эшләй. Хеҙмәт стажына яраҡлы хаҡлы ялға сыҡҡас, студент сағынан үҙен ҡыҙыҡһындырған башҡорт халҡының мифтары менән ғилми күҙлектән әүҙем шөғөлләнә башлай. 2011 йылда «Космогонические мировоззрения древних башкир в эпосе "Урал батыр"» тигән темаға диссертация яҡлап, «философия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары нигеҙендә республика гәзит һәм журналдарында даими сығыш яһай, мәҡәләләрен төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа баҫтыра. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән ғалимдәр менән ныҡлы бәйләнеш тота. Үҙе тикшергән мәсьәләргә арналған ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, төрлө экспедицияларға бик теләп сыға.

Ғалим шулай уҡ Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған Вики-Һабантуй 2015 сараларында, шул иҫәптән «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты.

Бәшкәрт иленә ғилми экспедицияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында эшләүсе ғалим бер төркөм хеҙмәттәштәре менән 2014 йылда Иранға барып ҡайтҡан. Фәнни сәфәрҙең төп маҡсаты был илдең көньяҡ-көнсығышында йәшәүсе «бәшкәрт» халҡы менән танышыу булған. Һан яғынан 100 меңдән артығыраҡ булған был тыныс һәм ғорур халыҡ фәнгә бер быуаттан артыҡ билдәле. Бәшкәрттәр Ирандың Хармузган провинцияһындағы Бәшкәрт тауҙарында көн күрә, Ирани төркөмгә ҡараған телдә һөйләшә, ислам динен тота. Антропологик яҡтан ҡарағанда, улар — оҙон буйлы, ҡаҡсараҡ кәүҙәле. Рәсәйгә ихтирам менән ҡараһалар ҙа, беҙҙең башҡорт халҡы тураһында мәғлүмәтле түгелдәр. Шулай уҡ үҙ исемдәре булған «бәшкәрт» атамаһының нимә аңлатҡанын, уның ҡайҙан килеп сыҡҡанын белмәйҙәр. Үҙҙәренең гел күсенеп йөрөгән халыҡ икәнлеген әйтәләр. Бәшкәрттәр һәм башҡорттар бер тамырҙанмы, ике милләт араһында берәй төрлө бәйләнеш бармы — был һорауҙар әлегә асыҡ ҡала. Шул уҡ ваҡытта бәшкәрттәрҙә беҙҙең ҡурайға оҡшаған «нәй» тип аталған музыка ҡоралы булыуы, көйҙәренең беҙҙекеләргә тартым булыуы бик тә ҡыҙыҡлы фактттар. Уларҙағы Риза, Надир, Хәбиб һәм Вәхит атлы исемдәр беҙҙең халыҡта ла киң таралған. Был һәм бәшкәрт халҡы менән бәйле башҡа һорауҙарға киләсәктәге фәнни тикшеренеүҙәр бер ни тиклем асыҡлыҡ индерәсәк.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ваҡытлы матбуғаттағы фәнни-популяр мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Основы башкирской мифологии // Ватандаш. 9-сы һәм 10-сы һандар, 2014.
  • Халҡыбыҙ йәне яралған ер — Уралтау // Киске Өфө. 17-23.10.2009.
  • Алты егет — ете ҡыҙ // Киске Өфө. 18-24.07.2009.
  • Молдавияла башҡорттар бармы // Йәшлек. 07.04.2009.
  • Енәйәтсе һеләүһен // Йәшлек. 28.03.2009.
  • Телде һанға һуҡмаһалар… // Киске Өфө. 08-14.11.2008.
  • Хур ҡыҙҙары («хур» һүҙенең килеп сығышы) // Киске Өфө. 6-12.09.2008.
  • Ни өсөн һеркәһе һыу күтәрмәй («һеркә» һүҙенең килеп сығышы) // Киске Өфө. 28.06.-04.07.2008.
  • Ҡылыс менән бейеү // Киске Өфө. 14-20.06.2008.
  • Боронғо һүҙҙәребеҙҙе тергеҙәйек // Киске Өфө. 03-09.05.2008.

Уның менән әңгәмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]