Ибистар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ибистар
Sacred ibis.jpg
Изге ибис
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Threskiornithinae (Poche, 1904)

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
рәсем эҙләү
рәсемдәр

Ибистар (Threskiornithinae) — ибистар ғаиләһенә ҡараған ҡауҙы һымаҡтар отрядынан, оҙон кәкре суҡышлы һыу ҡоштары

Тышҡы күренеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ибистарҙың ҙурлығы 50 сантиметрҙан 110 см тиклем етәләр. Уларҙы оҙон, нәҙек суҡышлы, башының, муйын тирәһенең йөнһөҙ булыуҙары менән айыралар. Оҙон һәм нәҙек суҡышы ләмле ерҙә һәм һыу төбөндә соҡонорға,ә ҡоро ерҙә таш ярыҡтарында эҙләнергә ярҙам итә. Киң ҡанаттары тиҙ һәм көслө осошто тәьмин итә.

Таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ибистар тропик, субтропик һәм уртаса йылы киңлектәрҙә йәшәйҙәр. Уларҙың йәшәү мөхите булып күл йәки яй аҡҡан йылғаның яр буйҙары һәм тропик урмандарҙың асыҡ йәки ҡуйы урындары тора.Ҡайһы бер төрҙәре далаларҙа һәм саванналарҙа йәшәйҙәр. Урман ибистарының һаҡланған популяцияһы хатта ташлы ярымсүллектәрҙә лә йәшәй. алалар.. Был төрҙәрҙең һыу ятҡылығына бәйлелеге бик аҙ.

Туҡланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күп төрҙәре һыу бөжәктәре һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары, шулай уҡ ҙур булмаған ҡыҫала һымаҡтар, моллюскылар, һирәк кенә балыҡ һәм һыу хайуандары менән туҡланалар.Һыуҙан алыҫ ҡоро урындарҙа йәшәгән төрҙәре саранча, ҡуңыҙ, үрмәксе,ҡусҡарҙар һәм ҡайһы берҙә кеҫәрткеләр, йыландар һәм сысҡандар менән туҡлана. Бөтә ибистар ҙа оҙон осло суҡышын ерҙә йәки ләмдә соҡонор өсөн файҙаланалар.

Ибистар һәм кеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Мысыр мәҙәниәтендә ибистар мөһим роль уйнай. Улар Тот батшаһын ибис башы менән һүрәтләгән. Бының сәбәбе булып ибистарҙың күпләп йыл һайын Нил ташҡанда Мысырға килеүе һаналған. Ибистарҙың һындары, хатта мумияландырылған кәүҙәләре ҡәберҙәрҙә осраған. Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге атамаһы изге ибис (aethiopicus Threskiornis) ялған булыуы ла мөмкин, сөнки египетлеләрҙең тап уны изгеләштереүҙәре тураһында мәғлүмәттәр юҡ.. Моғайын, улар хөрмәт иткән ҡош урман ибисы булғандыр (Geronticus eremita).

XVI быуатта урман ибисы Европаның таулы төбәктәрендә һәм Альп тауҙарында ла осрай торған булған. Ибистарҙың был берҙән-бер европа төрөнөң юғалыуы һунарға, климат һыуыныуа һәм улар йәшәгән мөхиттең емерелеүенә бәйле, тип аңлатыла.

Моғайын, шул урман ибистары Библияла Нух кәмәһе тураһындағы тарихта ла телгә алынғандыр. Риүәйәт буйынса, ибис һыу баҫыу тамамланғас,Нухты Арарат тауҙары итәгенән үрге Евфратҡа алып килә.Нух үҙ ғаиләһе менән шунда йәшәй башлаған. Ошо сәбәптән Биреджик төбәктәрендә йыл һайын ибистарға арналған байрам үткәрелгән.

Юғалыу ҡурҡынысы һәм һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасандыр юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған урман ибистарына беҙҙең көндәрҙә юғалыу ҡурҡынысы янай. Биреджикелағы кескенә популяцияһынан һәм башҡа ҡайһы бер Сүриәләге парҙарынан тыш, урман ибисы тик Мароккола ғына осрай. Унда был ҡоштарҙың һаны көслө һаҡлау саралары арҡаһында ғына артҡан,әммә әле һаман Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлеге (МСОП) уларҙы хәүефле төрҙәргә индерә. Шулай уҡ ибистар Австралияланың көнсығыш өлөшөндә күпләп йәшәйҙәр, Квинсланд штатында улар күп осрайҙар.

Классификацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ибистар ғаиләһенә 13 ырыу һәм 29 төр инә,шуларҙың береһе юғалған[1][2]:

Юғалған төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Xenicibis xympithecus — осмай торған ҡош Ямайкала йәшәгән һәм 10 мең йыл самаһы элек юҡҡа сыҡҡан.. Тулыһынса кешеләр тарафынан юҡ ителгән.[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. BirdLife International (2010) Список птиц мира с указанием охранного статуса и источников классификации от BirdLife. Версия 3. (инг.)
  2. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — Б. 27—28. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  3. Впервые идентифицирована птицами с крыльями-дубинками — Наука и техника — История, археология, палеонтология — Палеонтология — Компьюлента. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 март 2011. 7 сентябрь 2011 тикшерелгән. 2011 йылдың 5 март көнөндә архивланған.