Ибраһимов Шаһимарҙан Мерәҫ улы
Шаһимарҙан Мерәҫ улы Ибраһимов | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Жиддә (хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны) |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Этнограф |
Ибраһимов Шаһимарҙан Мерәҫ улы — башҡорт этнограф-ғалимы. Үҙ иленән алыҫта фән, ғилем, ижад донъяһында шөһрәт ҡаҙанған башҡорттарҙан Шаһимарҙан Мерәҫ улы Ибраһимовтың исеме һәр йәһәттән дә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Үҙ заманының киң белемле, тәрән фекерле, талантлы бер эшмәкәре булараҡ ул XIX быуаттың икенсе яртыһында Төркөстандың рус һәм милли телдәрҙәге матбуғатын үҫтереүгә, ғилми баҫмаларҙы сығарыу эшен юлға һалыуға, ҡаҙаҡ, үзбәк, төрөкмән халыҡтарының этнографияһын өйрәнеүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә, дипломатик хеҙмәттә һәләтле чиновник булып таныла.
Иң ҡыҙыҡлыһы — Ш. М. Ибраһимов 1870 йылдарҙа үзбәк телендә Урта Азияла беренсе календарҙарҙы әҙерләп баҫтырып сығара, ҡаҙаҡ һәм үзбәк телдәрендә сыҡҡан «Төркөстан вилайәте гәзите»нең тәүге мөхәррире була.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаһимарҙан Ибраһимов 1841 йылда Ырымбур губернаһында тыуған. Башта Себер кадет корпусында тәрбиәләнгән. Артабан хәрби кантонсыларҙың Омск Ярымбатальонында уҡып, төрки телдәренән тәржемәсе әҙерлеге алып сыға. Хеҙмәт юлын Петропавловск ҡала идараһында тәржемәсе эшенән башлай. 1868 йылдан шунда уҡ өҫтәл башлығы (столоначальник) вазифаһын башҡара. Ошо дәүерҙә ул ҡаҙаҡ халҡының арҙаҡлы этнограф-ғалимы Шоҡан Вәлиханов менән аралаша, уның ғаиләһенә яҡын мөнәсәбәттә була. Һуңынан ошо хаҡта ғәйәт ҡиммәтле иҫтәлектәр баҫтырып сығара. Шаһимарҙандың бер туған энеһе Шаһиморат Мерәҫ улы Ибраһимов (улар игеҙәктәр булғандыр, тигән фараз бар) шул уҡ йылдарҙа Шоҡан Вәлихановтың атаһы Сыңғыҙ солтанда хат йөрөтөүсе хеҙмәтен башҡара. 1870 йылдан алып ун бер йыл буйы Ташкентта Һырдаръя өлкә идараһында һәм Төркөстан генерал-губернаторының канцелярияһында фарсы һәм төрки телдәренән тәржемәсе булып тора. Шаһиморат Ибраһимов, үкенескә күрә, бик иртә — 1870 йылдың 3 февралендә үлеп ҡала.
Шаһимарҙан Ибраһимов та 1870 йылда Ташкентҡа күсә һәм, энеһе кеүек үк,Төркөстан генерал-губернаторы канцелярияһына фарсы һәм төрки телдәренән тәржемәсе булып урынлаша. Ошо ваҡыттан алып уның төрлө йүнәлештәрҙә емешле ғилми-ижади эшмәкәрлеге башлана. Уны алфавит, үзбәк телендә уҡыукитаптары, типография мәсьәләләре буйынса төрлө комиссияларҙың эшенә ылыҡтыралар, хеҙмәттәге йомоштарын үтәп, ул Петербургта, Фирғәнә өлкәһендә була. 1875 йылда иһә ялан штабының тәржемәсеһе сифатында Коканд походында ҡатнаша. Ш. М. Ибраһимов күп телдәрҙе белеүе, урындағы халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәтен, психологияһын бик тәрән аңлауы, киң ҡарашлылығы менән Урта Азия һәм Рәсәйҙең дәүләт идараһы даирәләрендә ҙур абруй ҡаҙана. 1870—1878 йылдарҙа ул, алда әйткәнебеҙсә, ҡаҙаҡ һәм үзбәк телдәрендә нәшер ителеп, был ике халыҡтың матбуғат һәм ижтимағи фекер үҫеше тарихында мөһим урында торған "Төркөстан вилайәте гәзите"нең мөхәррире була. Был йылдар уның үҙ биографияһында ла (бигерәк тә ғилми-ижади) ғәйәт әһәмиәтле бер осорға әйләнә. 1878 йылдың 1 июлендә Ш. М. Ибраһимов Төркөстан генерал-губернаторы эргәһендә дипломатия хеҙмәтенең өлкән чиновнигы вазифаһына тәғәйенләнә. 1879 йылда сираттағы ял ваҡытында Германияға, Францияға барып ҡайта. 1880, 1881 йылдарҙа рустарҙың Бохараға ебәрелгән илселегенә етәкселек итә. 1882 йылдың 12 октябрендә, үҙенең һорауы буйынса, Ш. М. Ибраһимов хеҙмәттән бушатыла, әммә оҙаҡламай Төркөстан генерал-губернаторы канцелярияһының штаттан тыш чиновнигы итеп раҫлана.
Шаһимарҙан Ибраһимовтың биографияһында, бер яҡтан үкенесле булһа ла, бик фәһемле бер ваҡиға бар. 1885 йылда уны халыҡ мәғарифы ведомствоһы буйынса файҙаланыу хаҡында мәсьәлә күтәрелә. Әммә был тәҡдимдәр билдәле миссионер Н. И. Ильминскийҙың ҡәтғи ризаһыҙлығын тыуҙыра. Ул инде изге Синодтың обер-прокуроры К. П. Победоносцев исеменә хат яҙа. Хатта әйтелеүенсә, Шаһимарҙан Ибраһимов үҙен ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, телдәрҙе яҡшы белеүсе эшлекле дипломат итеп таныта, шуның өсөн дә уны халыҡ мәғарифы эшенә йәлеп итеү хәүеф тыуҙыра. Шуның өҫтөнә ул Рәсәйҙә лә, Урта Азияла ла, Ҡаҙаҡ далаһында ла бик күп кешеләр менән таныш, бөтөн мосолман илдәренең, халыҡтарының һәм хөкүмәттәренең булмышын яҡшы белә, рус телендә һөйләшеү һәм яҙыу оҫталығы менән таң ҡалдыра, мәғрифәтселекте, кәрәк икән, либераль идеяларҙы күтәреп алырға әҙер тора, мөғәмәлә итеү һәм үҙ-үҙен тота белеүе, ҡыйыулыҡ, теләһә кем алдында ла дәрәжәһен төшөрмәүе менән айырылып тора. Ниндәй шәп характеристика! Әммә бөтөн парадокс бына шунда: нәҡ ошондай сифаттары өсөн Шаһимарҙан Ибраһимовты көнсығыш халыҡтарының мәғариф эшенә ылыҡтырмау сараһы күрелә лә инде. Мәкер ҙә, хәйлә лә булған шул колониаль сәйәсәттә.
Ш. М. Ибраһимовтың этнография өлкәһендәге тәүге хеҙмәте 1870 йылда «Туркестанские ведомости» тигән баҫмала донъя күрә. Был — уның тарафынан яҙып алынған 103 ҡаҙаҡ мәҡәле. 1871 йылда ул Оло Урҙа ҡаҙаҡтары араһында йыйған йомаҡтарын һәм яуаптарын, шул уҡ йылда Ҡаҙаҡ далаһындағы муллалар тураһындағы мәҡәләһен баҫтыра.
1872 йылда Ш. М. Ибраһимовҡа Коканд ханының өлкән улы Хан-Задәнең тәржемәсеһе сифатында Ташкенттан алып Кокандҡа тиклем сәйәхәт итеү насип була. Юлда ул көндәлек алып бара, аҙаҡ шуның өҙөктәрен баҫтырып сығара. Был юлъяҙма шулай уҡ этнографик характерҙағы күҙәтеүҙәргә бай булыуы менән әһәмиәт ҡаҙана. Шул уҡ йылда баҫылған «Ҡырғыҙҙар. Этнографик очерк» (хәҙергесә: «Ҡаҙаҡтар…») тигән хеҙмәте ҡаҙаҡ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, ҡалым, ҡыҙ әйттереү, ҡыҙ менән егетте йәрәштереү, туй йолалары, бала тыуыу, баланы һаҡлау менән бәйле йолаларҙы бик ентекләп теркәүе менән етди ғилми әһәмиәткә эйә. 1874 йылда Ш. М. Ибраһимовтың Хиуа төрөкмәндәре һәм ҡырғыҙҙары тураһындағы хеҙмәте донъя күрә. Дөйөм алғанда уның үҙе иҫән саҡта баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре ике тиҫтәнән артып китә. Шәхси архив материалдары Үзбәкстандың Үҙәк дәүләт архивында һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Санкт-Петербург бүлексәһендә һаҡлана.
1890 йылда Шаһимарҙан Ибраһимов Жиддә ҡалаһына (хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны) Рәсәй империяһының генераль консулы итеп тәғәйенләнә. Үкенескә, 1891 йылдың йәйендә Жиддәгә барған юлда ваба ауырыуынан ваҡытһыҙ вафат була. Оло талант эйәһе, күренекле мөхәррир һәм этнограф, яҡташыбыҙ һәм милләттәшебеҙ Ш. М. Ибраһимовтың ваҡиғаларға бай тормошон, ғилми мираҫын һәм мәҙәни эшмәкәрлеген башҡорт ғалимдарына ла ентекләп тикшерергә, хеҙмәттәрен үҙебеҙҙә баҫып сығарыу хәстәрлеген күрергә бик ваҡыт. Ундай шәхестәр, ысын мәғәнәһендә, халҡыбыҙҙың милли ғорурлығы, башҡорт рухиәтенең күркәм күренеше.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оренбургские казаки. Ташкент, 1869.
- Мангышлакские казаки. Ташкент, 1870.
- Киргизы: этногр. очерк. Ташкент, 1872.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Письма Николая Ивановича Ильминского обер-прокурору св. Синода Константину Петровичу Победоносцеву. Казань, 1895. 176—177-се биттәр;
- Фетисов М. И. Зарождение казахской публицистики. Алма-Ата, 1961. 61-се бит;
- Лунин Б. В. Забытый средңе-азиатский этнограф Шахимардан Мирясович (Иван Иванович) Ибрагимов. ОНУ. Ташкент, 1966. № 7. 38—49-сы биттәр;
- Гафуров С. Первый календарь на узбекском языке. Правда Востока, 1965, 20 ноября. № 272.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәкүров Р. З. Ибраһимов Шаһимарҙан Мерәҫ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.