Эстәлеккә күсергә

Ибраһим (Ислам пәйғәмбәре)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ибраһим - Ислам пәйғәмбәре битенән йүнәлтелде)
Ибраһим
ғәр. إبراهيم
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1810-е до н. э.
Тыуған урыны Ур, Ди-Кар[d], Ираҡ
Бабилия
Вафат булған көнө билдәһеҙ
Вафат булған урыны Хеврон[d], Хеврон[d], Западный берег реки Иордан[d], Фәләстин Дәүләте
Атаһы Азар
Хәләл ефете Сара (персонаж)[1] һәм Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе)[d][1]
Балалары Исмәғил пәйғәмбәр һәм Исхаҡ (пәйғәмбәр)[2]
Һөнәр төрө дин өндәүсе, пәйғәмбәр
Биләгән вазифаһы Пәйғәмбәрҙәр
Алмаштырылған Лут пәйғәмбәр
Телгә алынған хеҙмәттәр Ҡөрьән, Әл-Бәҡара, Әлү Ғимран, Ән-Нисә, Әл-Әнғәм, Әт-Тәүбә, Һуд, Йософ, Ибраһим, Әл-Хижер, Ән-Нәхл, Мәрйәм, Әл-Әнбийә, Әл-Хаж, Әш-Шүғәра, Әл-Ғәнкәбүт, Әл-Әхзәб, Әс-Саффат, Сад, Әш-Шура, Әз-Зүхруф, Әҙ-Ҙәрийәт, Ән-Нәджм сүрәһе, Әл-Хәдид, Әл-Мүмтәхәнә һәм Әл-Әғлә
 Ибраһим Викимилектә
{{Израилдең Хеврон ҡалаһындағы Ибраһим ҡәбере, Патриархтар мәмерйәһе (ингл.)

Ибраһим (ғәр. إبراهيم‎, уҡыла: Ibrāhīm, йәһ. אברהם‎, уҡыла: ʼAḇrāhām) — яҡынса б. э. т. XX быуатта йәшәгән дини шәхес. Ислам динендә Пәйғәмбәр булараҡ, йәһүдилек һәм христианлыҡта иһә бөйөк дини зат буларак ололоҡлана. Исхаҡ һәм Исмәғилдең атаһы. Ғәрәп һәм йәһүд халыктарының тәү атаһы булып иҫәпләнә.

Ҡөрьәндә Ибраһим исемле, Мәккәлә иңгән (28, 29 аяттарҙан ҡала) һәм 52 аяттан торған, 14-се сүрә бар. Ул Ибраһим Пәйғәмбәрҙең был сүрәлә Аллаһы тәғәләгә ҡылған доғаһы өсөн шулай атала.

Хоҙай Ибраһимға йондоҙҙарҙы һанарға ҡуша (en:Julius Schnorr von Carolsfeld'ның гравюраһы, 1860 йылгы Bible in Pictures/Рәсемле Библия)

Ибраһим Пәйғәмбәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибраһи́м (ғәр. ابراهيم‎) Исламда - Пәйғәмбәр, ул Тәураттағы Ибраһим шәхесенә тура килә. Ҡөрьән буйынса Ибраһим Пәйғәмбәр - хәниф, йәғни бер Аллаһыға табынған.

« Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн Ибраһим тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ? Әт-Тәүрат менән Әл-Инжил унан һуң ғына иңдерелде бит. Әллә һеҙ аңламайһығыҙмы?

Бына һеҙ белгән нәмәгеҙ тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ: ни өсөн һуң белемегеҙ булмаған нәмәләр тураһында ла һүҙ көрәштерәһегеҙ? Ысынлап та, һеҙ белмәйһегеҙ, ә Аллаһ белә!

Ибраһим йәһүҙи ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин инанған [мосолман] хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине.

»


Динебеҙҙә телгә алынған бөйөк Пәйғәмбәрҙәребеҙҙең береһе – Ибраһим ғәләйһиссәләм. Тап бына ошо әүлиә заттан бөгөн донъя халҡының күпселеге тотҡан ибраһими (аврамистик) диндәр таралған да инде. Ибраһими диндәргә, мәғлүм булыуынса, йәһүди, нәсрани, ислами инаныстар инә.

Ҡөрьән Кәримдең “Ниса” сүрәһенең 125-се аятында Ибраһим хаҡында былай тип әйтелә: “Дин йәһәтенән үҙенең нәфесен Аллаһы Тәғәлә өсөн тапшырыусынан кем яҡшыраҡ? Шул кешелер: үҙе изгелек ҡылды һәм Ибраһим Пәйғәмбәрҙең диненә эйәрҙе. Аллаһы Тәғәлә Ибраһим Пәйғәмбәрҙе Үҙенә дуҫ итеп тотто, йәғни, уны ихтыяр ҡылды һәм уға күп кирәмәттәр бүләк итте.”

Ибраһим Пәйғәмбәр дине – ул Ислам дине. Ҡөрьән Кәримдә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм үҙенең яңы дин ижад итмәүен, ә бәлки Аллаһы Хаҡ Тәғәлә уға Ибраһим Пәйғәмбәр динен тергеҙеү бурысын йөкмәтеүе хаҡында ҡат-ҡат иҫкәртә. Үрҙә килтерелгән аятта Ибраһим Пәйғәмбәрҙе Аллаһы Тәғәләнең дуҫ итеп тотоуын иҫбатлаусы риүәйәт тә бар. Был олуғ зат йәшәгән заманда йот әфаты килә һәм йомартлығы, шәфҡәтлелеге менән дан тотҡан Ибраһим Пәйғәмбәр үҙенә лә ҡалдырмай, бар игенен, ризығын кешеләргә тарата ла бөтә. Үҙе ла асыға башлағас, ул Мысырҙағы (Египеттағы) дуҫынан ярҙам һорап, бер нисә дөйә ебәрә. Тегеһе: “Беҙҙең үҙебеҙҙә лә аслыҡ. Ибраһим үҙенә генә һораһа, бирер инем, кешеләргә таратыр булғас, бирмәйем”, - тип, ылауҙы бер нәмәһеҙ кире бора. Ҡалаға буш ҡул менән инергә оялып, Ибраһим ебәргән кешеләр тоҡтарға ҡом тейәп ҡайталар. Пәйғәмбәр ҡайғылы хәлдә ғибәҙәтханаға йүнәлә. Шул мәл ҡатыны Сара уянып китә лә, тулы тоҡтарҙы күреп, шатланып, береһен асып ебәрә һәм … гәрәбәләй ялтырап ятҡан бойҙай күрә. Икмәк бешереп, кешеләрҙе туйындырыуына ире ҡайта, ризыҡты ҡайҙан алыуын һорай. “Мысырҙағы дуҫыңдан”, - тигән яуап ишеткәс, Пәйғәмбәр барыһын да аңлай һәм: “Эйе, хазинаһы һис кәмемәй торған дуҫтан килгән”, - тип әйтә. Ибраһим Пәйғәмбәр поттарға табыныусыларға, мәжүсиҙәргә ҡаршы көрәш алып бара. Улары иһә хаслашып, Пәйғәмбәрҙе утта яндырырға ниәтләй. Әммә ялҡын рәсүлгә ҡағылмай ҙа, гөл баҡсаһына әүерелә. Был хаҡта Ҡөрьән Кәримдең “Саффәт” сүрәһендә бәйән ителә. Уттан тере сыҡҡас, Ибраһим Пәйғәмбәр Алланың ҡушыуы буйынса Шам (Дамаск) еренә йүнәлә һәм шунда фирғәүен уның ҡатыны Сараға Һәжәр исемле (Тәүратта – Агарь) хеҙмәтсе ҡатын бүләк итә. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Һәжәр инәбеҙҙең ниндәйҙер ҡәбилә батшаһы ҡыҙы булып, әсиргә төшөү сәбәпле, ҡол булып китеүе бәйән ителә.

Ибраһимдың тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы һәм йәшлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибраһим бала сағын мәмерйәлә бер үҙе генә йәшәп үткәргән һәм ризыҡ килтереп торған әсәһенән башҡа кешене күрмәгән. Бер мәл ул әсәһе артынан атаһы йәшәгән ергә килгән. Ҡөрьән буйынса ул Азар исемле булған. Донъя уға яңы яҡтан асылған һәм уны танып белеүгә ынтылыш тыуҙырған. Кешеләрҙең төрлө көстәргә, планеталарға табыныуын күргән.

Ибраһим пәйғәмбәр кафырҙарға һәм мәжүсиҙәргә Аллаһыға ышанырға кәрәклеген ҡурҡмай әйткән, бер ғибәҙәтханаға инеп, ундағы һынташтарҙы ҡырып сыҡҡан. Бының өсөн ҡаты яза бирергә тейеш булалар. Ибраһимды утҡа ташлайҙар, әммә Аллаһ ялҡындарҙы һалҡынайта һәм Пәйғәмбәр бер зыян күрмәй уттан килеп сыға. Ибраһим Месопотамияны ҡалдырып Ханаанға юллана, бер Аллалыҡҡа өндәп, дәғүәт алып бара.

Ҡартлығы һәм Ибраһимға төшкән һынауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡартайған көнөндә Ибраһим Пәйғәмбәргә Аллаһ ике ул бирә.

  • Беренсеһе — Исмәғил — ғәрәптәрҙең тәү атаһы.
  • Икенсеһе — Исхак - йәһүдтәрҙең тәү атаһы.

Ибраһимдың улдары тыуыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был тарих Тәүраттағы кеүек үк тиерлек һүрәтләнә. Ибраһим (Авраам) шулай уҡ үҙ кешеләре һәм ҡатыны Сарра менән бер Аллалыҡҡа, иманға өндәп йөрөй. Ҡатыны Сарра түлһеҙ була, бала тапмай.

  • Алланың ҡушыуы буйынса Ибраһим тыуған яҡтарын ҡалдырып, Ханаанға йүнәлә.

Ханаанда аслыҡ була, һәм улар Мысырға юл тота. Шунда ул хеҙмәтсе ҡатын Һәжәрҙе осрата һәм ҡатыны Сарраның рөхсәте менән кәнизәк итеп ала. Һәжәрҙең улы тыуа. Уға Исмәғил тип ҡушалар.

Ибраһимдың тәҡүәлеген һынау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исмәғил сабый сағында Аллаһы тәғәлә Ибраһим Пәйғәмбәргә балаһы менән уның әсәһен сүлдә ҡалдырырға бойора. Тихамала Һәжәр монотеизмға өндәргә тейеш була.

Аллһы тәғәлә үҙенең берҙән-бер сабыйынан айырыла, был икенсе һынау була.

Сабый менән әсә янына Ябраил фәрештә төшә һәм уның табаны аҫтында сүлдә ҡалған әсә менән сабый янында шишмә атылып сыға. Был Зәмзәм шишмәһе була.

  • Исмәғил бер аҙ үҫкәс, Ибраһим Пәйғәмбәр Исмәғил улы янына барырға йыйына. Аллаһы тәғәлә уға улын ҡорбанға килтерергә ҡуша. Ҡөрьәндә былай бәйән ителә:
« «Әй улым! миңә төшөмдә һине боғаҙларға әмер бирелде. Һин был турала уйлап ҡара әле.Был хаҡта һинең фекерең нисек булыр икән?" Атаһының был һүҙен ишеткәс, Исмәғил : «Атайым! Һин Аллаһ әмер иткәнде ҡыл! Әгәр Аллаһ һиңә улыңды боғаҙларға бойорған икән, боғаҙла мине. Аллаһ теләһә, мин сабыр булырмын" Улар икеһе лә Аллаһтың әмеренә буйһонғас, булырға тейешле эш тип ҡылынды һәм Ибраһим Исмәғилдеү үтенесе буйынса уны ергә йөҙтүбән ятҡырҙы. Боғаҙлаған ваҡытта күҙҙәре улының йөҙөн күреп, аталыҡ шәфҡәте өҫтөнлөк алып, Аллаһтың әмеренә кәмселек булмаһын өсөн. Ибраһим күңелен баҫынҡы итеп, Исмәғилдең ҡулдарын һәм аяҡтарын бәйләне һәм бысағын муйынына ҡуйып ышҡыны, ни ҡәҙәр көс менән ышҡыһа ла, бысаҡ Исмәғилдең муйынын киҫмәне. Һәм беҙ былай тип өндәштек: «Әй Ибраһим! Һин минең фарманымды еренә еткерҙең. Беҙҙең әмерҙә икеләнмәнең. Михнәт һәм ҡайғынан һуң, беҙ изгелек ҡылыусыларға рәхәтлек һәм шатлыҡ бирербеҙ. Дөрөҫлөктә, Ибраһимға улын боғаҙларға бойороуыбыҙ, әлбиттә, бер һынау ине"


»
  • Ибраһим Пәйғәмбәрҙең улы Исмәғилде ҡорбан итергә әҙер тороуы өсөн Аллаһ уны улы Исхаҡ тыуасағы менән ҡыуандыра, сөнки Йәнәби Хаҡҡа кеше ҡорбаны түгел, ә уның үҙен Аллаһ хаҡына ҡорбан итергә тороуы ҡиммәт.

Тиҙҙән ул улы Исмәғил менән Ҡәғбәтулла мәсетен төҙөй һәм кешеләргә хаж ғәмәлдәрен аңлата. Ибраһим кешелеккә Аллаһ динен килтерә.

Исламда ла, христианлыҡта ла Ибраһим Пәйғәмбәрҙең улын ҡорбанға килтереүе һүрәтләнә. Әммә христианлыҡта Исхаҡ тураһында һүҙ барһа (Тәүрат|Йәш|22:2), Исламда Исмәғил улы тураһында әйтелә, һәм был сүрәлә эҙмә-эҙлекле күрһәтелә:башта Исмәғилде ҡорбан итеү тарихы бәйән ителә лә, шунан Исхаҡ тыуасағы менән һөйөндәрәлә, тиелә. Христианлыҡтан айырмалы, был хәл Мәккә менән бәйләп бирелә. Хәл иткес мәлдә күктән бер ҡусҡар төшөрөлә, уны ҡорбан итергә бойорола. Ошо ваҡиға айҡанлы мосолмандар йыл да `Ид ал-Адха (Ҡорбан байрамы) үткәрә. Тап шул айҙа Мәккәгә хаж ҡылына.

  1. 1,0 1,1 Али-заде А. Хаджар (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 827.
  2. Али-заде А. Исхак (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.