Слободчиков Иван Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иван Слободчиков битенән йүнәлтелде)
Слободчиков Иван Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 27 март 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Силәбе өлкәһе
Вафат булған көнө 5 июль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (89 йәш)
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Слободчиков Иван Фёдорович (27 март 1905 йыл — 5 июль 1994 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе; хужалыҡ һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1937—1959 йылдарҙа Учалы урман хужалығы директоры, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Учалы район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Йылайыр район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1957—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының финанс төркөмө начальнигы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Фёдорович Слободчиков 1905 йылдың 27 мартында Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе[1] Слободчиков ауылында тыуған.

1921 йылда комсомол сафына алына һәм йәштәр ойошмаһы юлламаһы буйынса Сарапул ауыл хужалығы техникумына урмансыға уҡырға инә.

Белем алып, 1937 йылда Башҡортостанға лесничий булып эшкә китә. БАССР-ҙың Учалы районында таксатор, инженер, лесхоз директоры, район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, БАССР-ҙың Йылайыр район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Байкал аръяғы хәрби округында хеҙмәт итә, Япония менән һуғышта ҡатнаша. Демобилизациянан һуң Башҡортостанға ҡайта һәм пенсияға сыҡанға тиклем Йылайыр район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

Үҙенең беренсе шиғырҙарын 20-се йылдарҙа «На смену» һәм «Красное Прикамье» сарапул гәзиттәрендә, һуңыраҡ «Комсомольская правда» гәзитендә, Мәскәүҙә һәм Ленинградта коллектив йыйынтыҡтарҙа баҫтырып сығара.

«Горят костры» тәүге хикәйәләр китабы 1962 йылда нәшер ителә. Һуңыраҡ «Подснежники» хикәйәләр китабын, «Кош-Елга», «Самородный ключик», «Дом с зелеными ставнями», «Июнь — пора горячая» повестарын, «Большие поляны», «Время надежды» романдарын яҙа. Һуңғы китабы булып «Облака над Суренью» тора(1988).

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Первая ступень» (1980),
  • «Разговор о счастье» (1982)
  • «Такое светлое утро» (1985)
  • «Время надежды» Роман.
  • «Большие Поляны». Роман. Москва. Изд. «Современник», 1980

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 5 март 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]