Исергәп
Ауыл | |
Исергәп татар. Исергәп | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1743[1] |
Халҡы |
1038 человек (2002) |
Милли состав |
татарҙар |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 85569 |
Почта индексы |
423941 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Рәсми сайт | |
Исергәп (Иҫергәп[1], Исәрғап[2]) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районы ауылы. Исергәп ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Тумбарлы йылғаһы буйында, Баулы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исергәп — Ҡыр-Йылан улусы Тыңламаҫ түбәһе башҡорттарының ауылы. XVIII быуат башында нигеҙләнгән[3]. Ә. З. Әсфәндиәров буйынса, ауылға Йылан улусының Абдулла ауылы башҡорто Исергәп Солтанов (Солтанаев) нигеҙ һалған.
Ауыл һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Баулы улусы составына керә[4][3].
1889 йылда ауылда мәсет, мәктәп һәм 4 һыу тирмәне теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Баулы районы составында була[3].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 20 ихатала 143 аҫаба башҡорт, 6 ихатала — 44 керҙәш башҡорт, 9 ихатала 38 яһаҡлы татар, 1 ихатала 4 типтәр; 1834 йылда — 399 аҫаба башҡорт, 6 ихатала — 105 керҙәш башҡорт йәшәй[4].
1859 | 1889 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989[3] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1090 | 1638 | 1938 | 2366 | 2107 | 2063 | 1791 | 1407 | 1059 | 1247 | 1040 |
- Н/Д[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии/ Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 389. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Татарская энциклопедия. Т. 2. С. 602.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 584—587. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Исергапово > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник