Ҡыҙылъяр (Баулы районы)
| Ауыл | |
| Ҡыҙылъяр татар. Кызылъяр | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Ауыл биләмәһе | |
| Координаталар | |
| Нигеҙләнгән | |
| Халҡы | |
| Милли состав |
татарҙар[1] |
| Конфессиональ составы |
мосолмандар |
| Сәғәт бүлкәте | |
| Телефон коды |
+7 85569 |
| Почта индексы |
423940 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
- |
| Код ОКАТО | |
| Код ОКТМО | |
| Номер в ГКГН | |
|
| |
Ҡыҙылъяр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районы ауылы. Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Баулы ҡалаһынан көнсығыштараҡ 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙылъяр — ҡыр-йылан ырыуы татарҙарының һәм типтәрҙәрҙең ауылы[2]. XVII быуатта ҡыр-йылан ырыуы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән[3]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Баулы улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 3 мәсет, һыу тирмәне теркәлгән[1]. 1914 йылда Ҡыҙылъяр кешеләре Ыҡ йылғаһының үрге ағымында, уның уң ярында Ҡыҙылъяр ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы) нигеҙ һалалар[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Баулы районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 226 башҡорт һәм 74 типтәр; 1816 йылда — 174 башҡорт һәм 44 типтәр; 1834 йылда — 498 аҫаба башҡорт, 17 керҙәш башҡорт һәм 66 типтәр; 1859 йылда — 1066 башҡорт йәшәй[2][3]. Керҙәштәр сығышы менән Байлар улусы аҫаба башҡорттарынан булған[2].
| 1795 | 1834 | 1859 | 1886 | 1908 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 300 | 581 | 1066 | 1556 | 2701 | 2386 | 1984 | 1550 | 1311 | 1407 | 1401 | 1360 | 1146 | 1285 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән, комбикорм заводы эшләй. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юнысова Асия Шәйехриза ҡыҙы — журналист, шағир.
- Яруллин Фәнис Ғатаулла улы — шағир, драматург[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 7 Татарская энциклопедия.
- 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 587. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- 1 2 3 4 История башкирских родов, 2015, с. 125—126
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 126
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. — Уфа, 2001. (рус.)
- История башкирских родов. Елан. Том 9. Часть 2 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 596 с. — ISBN 978-5-85051-638-3. (рус.)