Ишбаев Исмәғил Әбүбәкир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишбаев Исмәғил Әбүбәкир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Мәләүез районы, СССР
Вафат булған көнө 24 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Вафат булған урыны Харьков өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Ишбаев Исмәғил Әбүбәкир улы (1913 йыл24 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишбаев Исмәғил Әбүбәкир улы 1913 йылда Башҡорт АССР-ының элекке Йомағужа, хәҙерге Мәләүез районы Кәшәлә ауылында (элекке Бөрйән районы биләмәһе) тыуа. Коллективлашыу башланғас, бер ерән бейәһен биреп, колхозға инә. Колхоздың иң алдынғы эшсеһе була. Миңһылыу исемле ҡыҙға өйләнеп, ғаилә ҡора. Исхаҡ, Исламғол исемле улдары, Баныу исемле ҡыҙҙары тыуа

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[1]. 5 йәшлек улы Исхаҡ бер нисә ауылдашы менән ат егелгән санаға ултырып киткән атайын ауыл осона тиклем ултырып барып оҙатып ҡала. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә[1].

Әлкә ҡалаһында һыбай йөрөп һуғыш күнекмәләре үтә. Әлкәлә һалдаттарға ашау наҡыҫ була, күптәр яҡындарына өйҙән ризыҡ алып баралар. Исмәғилгә лә атаһы Әбүбәкир ризыҡ алып барып ҡайта. Әлкәлә күнекмәләр үтеп бөткәс, аттарын айырым вагондарға, үҙҙәрен айырым вагондар менән көнбайыш фронтына ебәрәләр һәм һуғышҡа инәләр. Иң һуңғы хатында Украина еренә еттек, тип яҙа. 1943 йылдың февраль айында хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында «ҡара ҡағыҙ» килә.

Аҙаҡ ҡыҙы Баныу Өфө хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, Ишбаев Исмәғил Әбүбәкир улының 1943 йылдың 24 февралендә Харьков өлкәһе Старовер районы Поповка ауылында ерләнеүе тураһында мәғлүмәт ала[1].

Ишбаев Исмәғилдең һәләк булыуы тураһында райондашы, Эткөсөк ауылынан Хажғәле исемле кеше былай тип хәтерләй: «Дошманға ҡаршы алышҡа алға барырға тигән команда булғас, алға ынтылдыҡ, шул ваҡытта снаряд ярсығы Исмәғилдең эсенә тейҙе. Ул атынан ҡолап төштө. Туҡтап торорға мөмкинлек юҡ, приказ тик алға, унан һуң мин уны ҡабат күрә алманым»[1].

1950-се йылдарҙа Кәшәлә ауылы халҡы төрлө яҡҡа күсенеп китеп бөтә. Ишбаевтар ғаиләһе Ғәлиәкбәр ауылына күсеп килеп төпләнә. Исмәғил Әбүбәкир улының өс балаһы ла ил күргәнде күреп үҫеп етеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерәләр[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]