Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы
Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған ваҡыттағы исеме | Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов |
Тыуған көнө | 22 май 1960 |
Тыуған урыны | Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 29 октябрь 2020[1] (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | биолог, сәйәсмән |
Эшмәкәрлек төрө | биология, Умартасылыҡ, апитерапия һәм зоотехния[d] |
Эш урыны | Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы (22 май 1960 йыл — 29 октябрь 2020 йыл) — ғалим-зоотехник, умартасылыҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2006). 1998 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры, 2003 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2015—2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов 1960 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ы Йомағужа районы (әлеге ваҡытта Күгәрсен районына ҡараған) Әлимғол ауылында уҡытыусылар Миңләхмәт Сафый улы һәм Шәһүрә Сөнәғәт ҡыҙы ғаиләһендә тыуған.
1977 йылда Теләүембәт урта мәктәбен тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген урындағы «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында ябай колхозсы булып башлай.
1979 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡырға инә, уны 1984 йылда «зоотехния» һөнәре буйынса «ҡыҙыл» дипломға тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса «Өфө» тәжрибә хужалығында өлкән зоотехник—селекционер булып эш башлай.
1985—1988 йылдарҙа Бөтә Союз малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтынының аспирантураһында уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1988—1992 йылдарҙа — Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проект-технология институтының (рус. Башкирский научно-исследовательский проектно-технологический институт животноводства и кормопроизводства — БНИПТИЖиК) малсылыҡ бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр.
1992—1996 йылдарҙа — «Элита» ғилми-етештереү берекмәһе директоры.
1996 йылдан БНИПТИЖиК-тың умартасылыҡ буйынса лабораторияһы етәксеһе булып эшләй.
1998 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры, 2003 йылдан — Үҙәктең генераль директоры.
2002—2005 йылдарҙа ул «Умартасылыҡ һәм апитерапия» журналының баш мөхәррире.
Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов 2020 йылдың 29 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды. Мәрхүм пневмониянан дауаланған, йәйгеһен коронавирус менән ауырыған[2].
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биология фәндәре докторы, профессор Әмир Ишемғоловтың фәнни тикшеренеүҙәре юғары продуктлы ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар булдырыуға арналған. Умартасылыҡ буйынса Рәсәйҙә танылған белгес булараҡ, һуңғы тиҫтә ярым йылда ул бал ҡортоноң башҡорт популяцияһын бал йыйған ҡорттарҙың үҙаллы тоҡомо булараҡ раҫлау мәсьәләре буйынса бигерәк тә әүҙем шөғөлләнде. Һөҙөмтәлә башҡорт бал ҡортоноң ҙур тоҡомсолоҡ заводы ойошторолдо, унда фәнни нигеҙҙә ҡорттар үрсетеү яйға һалынды, бал ҡорттарын ҡарап-тәрбиәләү ысулдары камилләштерелә. Илдә беренсе булып халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән апитерапия үҙәге асылыуҙа һәм уның эшен ғилми нигеҙҙә ойоштороп алып барыуҙа ла Әмир Ишемғловтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселеге һәм туранан-тура ҡатнашлығы менән ҡортсолоҡ продуктары нигеҙендә 100-гә яҡын төр дауалау-профилактика, аҙыҡ-түлек һәм косметик продуктар әҙерләү яйға һалынды. Учреждениеның ғилми-тикшеренеү һәм етештереү эшмәкәрлеге Рәсәйҙән тыш халыҡ-ара кимәлдә лә киң танылыу тапты.
Профессор Әмир Ишемғолов 200-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, китап, монография, уйлап табыу һәм патент авторы. Ул малдарҙы ҡарау һәм үрсетеү, ауыл хужалығы иҡтисады һәм уның менән идара итеү, шулай уҡ аллергология һәм иммунология өлкәләре буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса ҙур эш алып бара, уның ғилми етәкселеге аҫтында тиҫтә ярымдан артыҡ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе (21.11.2015—28.11.2018)[3][4].
- 29-сы бер мандатлы Талбазы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Ҡоролтайҙағы фракция ағзаһы (2013—2018).
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Умартасылыҡ буйынса координация советының рәйес урынбаҫары.
- Мәктәп комсомол ойошмаһы секретары, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының факультет комсомол бюроһы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)
- Салауат Юлаев ордены (2010)
- Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы
- Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрының исемле сәғәте
- Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы[5]
- ВЛКСМ-дың район, өлкә, Үҙәк комитеттарының Маҡтау грамоталары
- Башҡортостан ауыл хужалығы институты байрағы янында фотоға төшөү
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Башкирии умер депутат Госсобрания Амир Ишемгулов
- ↑ Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов вафат. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 29 октябрь 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 30 октябрь 2020)
- ↑ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында яңы рәйес һайланды һәм резолюция проекты хупланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 21 ноябрь
- ↑ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын Данир Ғәйнуллин етәкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 28 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2018)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 28 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 30 ноябрь 2018) (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кәлимуллин Р. «Пчеловодство стало делом его жизни» (К 55-летию видного ученого и организатора производства Амира Ишемгулова) . «Башҡортостан» (22 май 2015). Дата обращения: 6 июнь 2015.
- Пересыпкина Т. «Умартасылыҡ — башҡорттоң тарихы ла, мәҙәниәте лә, йәшәү сығанағы ла…» «Российская газета — Башкортостан» (28 август 2008). Дата обращения: 6 июнь 2015. (рус.)
- Романов В. «Пчеловодство стало делом его жизни» (К 55-летию видного ученого и организатора производства Амира Ишемгулова) . ИА «Башинформ» (22 май 2015). Дата обращения: 6 июнь 2015. (рус.)
- Рәхимҡолова А. Әмир Ишемғолов: «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ өсөн абруйлы ойошма булырға тейеш» . ИА «Башинформ» (29 февраль 2016). Дата обращения: 29 февраль 2016.
- Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Главная> Организация> Депутаты: Ишемгулов Амир Минниахметович (рус.)
- Сайт FindPatent.ru — Патентный поиск. Патенты автора > ИШЕМГУЛОВ АМИР МИННИАХМЕТОВИЧ (RU)
- disserCat — электронная библиотека диссертаций. «Научное обоснование рационального использования биологических ресурсов Южного Урала для производства и переработки продукции пчеловодства». Тема диссертации и автореферата по ВАК 03.00.32, доктор биологических наук Ишемгулов, Амир Минниахметович (рус.)
- Официальный сайт БГАУ. Кафедра разведения животных и пчеловодства / Сведения о персональном составе педагогических работников 2015 йыл 17 ноябрь архивланған.
- 22 майҙа тыуғандар
- 1960 йылда тыуғандар
- Күгәрсен районында тыуғандар
- 29 октябрҙә вафат булғандар
- 2020 йылда вафат булғандар
- Башҡортостанда вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Биология фәндәре докторҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре
- Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары
- 5-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйестәре
- 6-сы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары