Эстәлеккә күсергә

Ишмырҙин Ғәли Мөхәмәтйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ишмырҙин Ғәлимйән битенән йүнәлтелде)
Ғәли Ишмырҙин
Тыуған ваҡыты

15 март 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өршәк-Мең улусы, Иҫке Мораҙым ауылы

Үлгән ваҡыты

14 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (39 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан АССР-ы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

{{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }}

Хәрби звание

майор

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Ишмырҙин Ғәли (Ғәлимйән) Мөхәмәтйән улы (15 март 1903 йыл14 август 1942 йыл) — һынаусы лётчик, майор. Өфө аэроклубының беренсе етәксеһе. Башҡорттарҙан һәм Башҡортостандың беренсе лётчигы[1].

Ишмырҙин Ғәли (Ғәлимйән) Мөхәмәтйән улы 1903 йылдың 15 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең улусы Иҫке Мораҙым ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы Иҫке Мораҙым ауылы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1916 йылда тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай.

1920 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл армия сафына баҫа һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы составында Рәсәйҙә Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1921—1922, 1922—1923 йылдарҙа 1-се Башҡорт бригадаһы, 6-сы уҡсылар полкы составында хеҙмәт итә.

1925 йылда Баҡы ҡалаһында ҡыҙыл командирҙар курсын, ә 1928 йылда Борисоглебск ҡалаһында 2-се лётчиктар хәрби мәктәбен тамамлай. Хәрби лётчик званиеһын ала.

1934 йылда Башҡортостан АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы үтенесе буйынса ҡыҙыл армия сафынан Ғәлимйән Ишмырҙинды Осоавиахим мәктәбенә күсерәләр. 1934 йылда Ырымбурҙа осоусылар мәктәбендә белем ала.

1934 йылдың 17 декабрендә Өфө аэроклубы етәксеһе итеп тәғәйенләнә, Стәрлетамаҡ һәм Белорет ҡалаларында аэроклуб филиалдарын аса һәм улар менән етәкселек итә. 1935 йылда Башҡортостан АССР-ының Осоавиахим хәрби лётчиктар мәктәбенең үҙәк советы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ғәли Ишмырҙин етәкләгән аэроклубтар илдә алдынғы урындар биләй. Өфө аэроклубы 1935 йылда — 14, 1940 йылда — 849, 1941 — 1149 хәрби осоусы әҙерләп сығара, улар араһында 14 Советтар Союзы геройы, шул иҫәптән осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев бар.

1937 йылдың октябрендә ялған ғәйепләү буйынса ҡулға алына. Ярты йыл дауамында төрмәлә ултыра. Төрмәнән сыҡҡас тыуған ауылына ҡайта. 1938 тулыһынса аҡлана һәм партия эштәрендә тергеҙләнә.

1942 йылда авиация майоры званиеһын ала.

1942 йылдың 14 августында Стәрлетамаҡ ҡалаһында күнекмә осоштар ваҡытында һәләк була.

  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Маҡтау грамотаһы (1940)

Ҡатыны — Васильева Вера Павловна, өс балаһы.

  1. Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.