Эстәлеккә күсергә

Ишмөхәмәтов Әхтәм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишмөхәмәтов Әхтәм
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1880
Тыуған урыны Һөйөндөк, Илсеғол ауыл Советы, Учалы районы
Вафат булған көнө 1946

Әхтәм Ишмөхәмәтов (франц. Arkhtiam Ichmoukametoff; 1880—1946) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында, Францияла Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы.

Әхтәм Ишмөхәмәтов 1880 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Ҡара Табын улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Һөйөндөк ауылында тыуған.

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша, Башҡортостан автономияһы хәрби частары составында һуғыша. 1921 йылдан эмиграцияла. 1923 йылда ҡустыһы Мирт менән бергә Францияға күсә. 1930-сы йылдарҙа Версаль кадет училищеһында (франц. Ecole des cadets de Versailles) хәрби стратегия һәм партизан һуғышы дисциплиналарын уҡыта.

Икенсе донъя һуғышы башланғас, фашист Германияһына ҡаршы көрәшкә ҡушылып, Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтенең әүҙем ағзаларының береһе була һәм 1941 йылдан немец исемлектәрендә иң ныҡ эҙәр­лекләнгән антифашистар хәрәкәте ағзаһы булараҡ билдәләнә. Союздаштар (АҠШ, Бөйөк Британия, Франция) бүлексәләре менән үҙ-ара эш итеү һәм матди-техник тәьминәт кураторы була.

1946 йылда вафат булған. 1959 йылда, НАТО-ның 10 йыллығы уңайынан, Әхтәм Ишмөхәмәтовтың тол ҡатыны Исидораға ойошманың хәтер хатында билдәләнә.

Әхтәм Ишмөхәмәтовтың бүләһе Джонатан Ишмөхәмәтов (Jonathan Czödör Ichmoukametoff) Францияла Пиреней тауҙарында башҡорт этно-ауылын булдыра. Этно-ауылда «Batyriyya» мәктәбендә боронғо башҡорт йолаларын һәм үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса баш­ҡорттарҙың көрәш алымдарын өйрәнеү ойошторолған.