Иҫке Боҫҡаҡ
Ауыл | |
Иҫке Боҫҡаҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иҫке Боҫҡаҡ (рус. Старопучкаково) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 276 кеше[1]. Почта индексы — 452215, ОКАТО коды — 80256875007.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫке Боҫҡаҡ (Боҫҡаҡ-Ҡуян) ауылында тик аҫаба башҡорттар ғына йәшәгән. Тәүге осорҙа тораҡ пункты Ҡуян атамаһы менән атала, аҙаҡ Боҫҡаҡ-Ҡуян (Исхаҡ-Ҡуян, Уйбулат - һуңғы атамны аңлатып булмай) тип йөрөтөлә. Боҫҡаҡ исеме ауыл янынан аҡҡан йылға атамаһынан алынған. Ҡуян - антропонимдан: 1804 йылда бында ауылға нигеҙ һалған кешенең улдары - Айса һәм Ҡуғыш Ҡуяновтар йәшәгән. Улар Йылан улусы старишинаһының 1742 йылдың 26 июнендәге ҡарары нигеҙендә Боҫҡаҡ ауылының аҫаба ерҙәрен Чупай ауылы мариҙарына үҙ белдеге менән ҡуртымға бирергә теләүенә ҡаршы сыға.XIX быуат башында тораҡ пункты Боҫҡаҡ - Ҡуян тип атала. Ә бына Красильниковтың картаһында ауыл Ҡуян исеме аҫтында индерелә[2].
1795 йылда ауылдағы 25 ихатала 157 башҡорт йәшәй. 1834 йылда башҡорттарҙың һаны 269-ға, 1870 йылда - 573, 1920 йылда 797 кешегә етә. Күренеүенсә, ауыл халҡы тик башҡорттарҙан ғына торған. Ауылдың үҙендә тимерлек, һәм мәсет була. Иҫке Боҫҡаҡ ауылы — Дан орденының тулы кавалеры Шәйхелислам Ғүмәр улы Сәлиховтың тыуған ауылы[2].
1800 йылда ауыл аҫабалары йорттоң йөҙ башы Әбйәлил Сабуҡаев, Ғайса Ҡуянов, Ҡотлоҡай Ҡотманаев, Әбделкәрим Һараев, Һыртлан Юзеев, Ҡотломбәт Ҡолошев, Көҫәпҡол Айдаҡаев, Сәйетғәфүр Аҡҡулов, Раҡай Аҡҡулов, Дәүләт Яҡшембәтов, Мөхәмәтрәхим Ғайсин, Мәсәғүт Сәғитов, Сәйетҡол Аҡҡулов, Әлекәй Урусов, Әлшәй Ибрашев, Дәүләтҡол Айдаҡаев, Ынйыбай Яҡшиев, Мерәҫ Айсиҡаев, Морат Мерәсов, Иҫәнъюл Һыртланов, Сабуҡай Сарыев, Сәлимйән Мусин, Таңғатар Айсин, мөәзин Бохар Юлдашев, Сәйфулла Ҡаръевов, Сәлим Мусин һәм Ҡотло Сурабаевтар үҙҙәренең Шалтыҡ, Баҙы һм Сөн түбәләре араһында урынлашҡан аҫаба ерҙәрен Байраҡлы ауылы татары Исхаҡ Ғәлиевҡа, Ҡаҙан сауҙагәре Ғәбит Бакировҡа һәм Салпы ауылынан сауҙа менән мәшғүл булған татар Ғәбиҙулла Москововҡа поташ заводын төҙөү өсөн 30 йылға ҡуртымға бирә. 1812 йылда ҡуртымға алынған ерҙең бер өлөшө Йомаш һәм Яңы Семенкино ауылының яңы суҡындырылған сыуаштарына тораҡ пунктын булдырыу өсөн тапшырыла. XX быуат башында ауыл халҡының бер өлөшө Яңы Боҫҡаҡ ауылына нигеҙ һала[2].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 276 | 133 | 143 | 48,2 | 51,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 32 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йомаш): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 56 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәлихов Шәйхелислам Ғүмәр улы (1914—1978) — совет хәрби хеҙмәткәре. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.стр.393.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Елан. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9. — С. 120. — 720 с. — 3 500 экз. — ISBN 978-5-85051 605 5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Коллектив авторов. История башкирских родов. Елан. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9. — С. 123—124. — 720 с. — 3 500 экз. — ISBN 978-5-85051 605 5.