Йома мәсете (Мәҙинә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Йома мәсете
ғәр. مسجد الجمعة

Йома мәсете
Ил Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны
Провинция Әл-Мәҙинә
Ҡала Мәҙинә
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Мәсет төрө Йәмиғ мәсете
Вместимость 650 кеше
Көмбәҙҙәр һаны 5
Манаралар һаны 1
Торошо эшләй
Китапхана ДаY

Йома мәсете (ғәр. مسجد الجمعة‎) — Мәҙинә ҡалаһы мәсете, Сәғүд Ғәрәбстаны. Мосолмандар һуңынан мәсет төҙөлгән урында тәүге тапҡыр Йома намаҙы уҡылған тип иҫәпләй[1]. Шулай уҡ Бәни Сәлим Мәсете, Әл-Вади Мәсете, Әл-Ғүбүибә Мәсете йәки Әтик Мәсете булараҡ билдәле.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт ваҡытында Мөхәммәт Пәйғәмбәр һәм мөһәжирҙәр дүрт көн әл-Ҡүбәлә тотҡарлана. Йома көндө улар Мәҙинәгә барып етә һәм Вади-Ранун тирәһендә туҡтап, беренсе тапҡыр Йома намаҙын уҡый. Ошо урында Йома мәсете төҙөлгән[1].

Бөгөн был төбәк Джумаһ (Йома) тип атала.

Беренсе мәсет таштан төҙөлгән булған. Һуңынан бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡоролған. Һуңғы реконструкция 1988 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны Ваҡыф министрлығы тарафынан башҡарыла. Элекке мәсет һүтелә һәм яңы мәсет төҙөлә[2][3].

Мәсет комплексына имам һәм мәзин бүлмәләре, китапхана, Тәхфид әл-Ҡөрьән мәҙрәсәһе һәм тәһәрәтхана инә. 1991 йылда мәсет дин тотоусылар өсөн яңынан асыла һәм 650 хажиҙы һыйҙыра ала[4].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йома мәсете Мәҙинәнән көньяҡ-көнбайышта, Вади-Ранунанан алыҫ түгел, Әл-Ҡүбә мәсетенән төньяҡҡа табан 900 метр алыҫлыҡта, Ән-Нәбәүи мәсетенән 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Мәсеттең бер манараһы, бер төп көмбәҙе, йәнә ҙур булмаған дүрт көмбәҙе бар[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 الإلكترونية, صحيفة سبق. "مسجد الجمعة".. هنا كانت أول صلاة جمعة للرسول بالمدينة  (ғәр.), صحيفة سبق الإلكترونية. 18 август 2018 тикшерелгән.
  2. وزارة الأوقاف. .
  3. الإلكترونية, صحيفة سبق. "مسجد الجمعة".. هنا كانت أول صلاة جمعة للرسول بالمدينة  (ғәр.), صحيفة سبق الإلكترونية. 18 август 2018 тикшерелгән.
  4. الإلكترونية, صحيفة سبق. "مسجد الجمعة".. هنا كانت أول صلاة جمعة للرسول بالمدينة  (ғәр.), صحيفة سبق الإلكترونية. 18 август 2018 тикшерелгән.