Эстәлеккә күсергә

Йәмил (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Йәмил — башҡорт ир-ат исеме.

Йәмил — матур, һөйкөмлө мәғәнәләрен аңлатҡан, башҡорттар араһында һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ғәрәптәрҙән таралған ир-ат исеме[1].

Буранғолов Йәмил Айҙар улы (19 июнь 1958 йыл) — журналист. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).

Мостафин Йәмил Мостафа улы (20 май 1927 йыл) — башҡорт совет прозаигы, тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы (1971) һәм Рәсәй Яҙыусылар союзының Юғары ижади советы ағзаһы. СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең әҙәби премиялары лауреаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).

Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы (29 апрель 1965 йыл) — йырсы (баритон), педагог. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2000 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.

Йәмилов Марат Арыҫлан улы (23 ноябрь 1938 йыл — 2 ноябрь 1996 йыл) — башҡорт театр актёры. 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ