Калмыков Михаил Васильевич
Калмыков Михаил Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 2 декабрь 1888 |
Вафат булған көнө | 27 декабрь 1937 (49 йәш) |
Вафат булған урыны | Хабаровск, РСФСР, СССР |
Үлем төрө | атып үлтереү[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Командалыҡ иткән | 19-й стрелковый корпус[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d] һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Калмыков Михаил Васильевич (2 декабрь 1888 йыл — 16 апрель 1938 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, комкор[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Васильевич Калмыков Вышневоловец өйәҙендәге Рябинин быяла заводы ҡасабаһының завод эшселәренең ғаиләһендә 1888 йылдың 2 декабрендә тыуа[2]. Тверь губернаһы Коновалов быяла заводында ябай эшсе, артабан мастер булып эшләй. 1910 йылда армияға саҡырыла. Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша, унтер-офицер. 1917 йылдың апреленән алып — Өфө губернаһының Богоявленский быяла заводында быяла өрөп изделиялар эшләүсе.
Уралда РККА-ны ойоштороусыһы. 1917 йылдан алып РСДРП ағзаһы, шул уҡ йылдан алып Өфө губернаһының Богоявленский эшселәр ҡасабаһында йәшәй.
Ҡыҙыл гвардия отряды командиры. Атаман А. А. Дутов ихтилалын (март 1918 йыл) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Май айында Берләшкән Өфө отряды башында Ырымбурға йүнәлә һәм унда Урал-Ырымбур фронты составында Дутов ғәскәрҙәре менән һуғыша. 29 июндә фронт көстәре менән Өфө губернаһына килеп инә һәм ғәскәрҙең бер өлөшө менән Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт итә.
1918—1920 йылдарҙа бригада начальнигы була. Шул уҡ йылдың авгусында Богоявленский заводына В. К. Блюхер командалыҡ иткән Көньяҡ Урал партизандар армияһы яҡынлашҡас, Көньяҡ Урал партизандар партизан отрядын ойоштора һәм сентябрь айында Асҡын-Көнгөр районында 3-се армияға ҡушыла. Ул етәкләгән Богоявленский отряды В. К. Блюхерҙың мең ярым километрлы рейдында ҡатнаша. М. В. Калмыков Уралда 269 уҡсылар полкы менән командалыҡ итә. 1920 йылдың сентябренән алып Көньяҡ фронтында һуғыша. Чонгар операцияһында Сивашты штурмлау менән етәкселек итә. Кубанда 42-се уҡсылар дивизияһының командиры була.
1921—1924 йылдарҙа — РККА Генераль штабының Хәрби академияһы курстарында уҡый. Һуңынан 2-се Төркөстан уҡсылар дивизияһында командир. 1927 йылдан Ленинград хәрби округының 1-се уҡсылар корпусы командиры.
Хабаровск ҡала гарнизоны начальнигы. 1929 йылда Германияла хәрби атташе.
1930 йылда Приморьеның 19-сы уҡсылар корпусын етәкләй, 20-се уҡсылар корпусы командиры, 1932 йылдан Алыҫ Көнсығыш армияһы Айырым командующийы ярҙамсыһы һәм Айырым колхоз уҡсылар корпусы командир-комиссары.
1934—1937 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Алыҫ Көнсығыш крайкомы ағзаһы. ВЦИК һәм СССР Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы.
1937 йылдың 25 майында ҡулға алына һәм «тыуған илгә хыянат өсөн» атып үлтерелә. СССР Юғары суды ҡарары менән 1956 йылдың 15 майында аҡлана.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өс Георгий тәреһе һәм ике Георгий миҙалы, ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены(1919, 1920), Ленин ордены (1936) менән бүләкләнгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аминев З. А. — Октябрьская революция и гражданская война в Башкирии. Уфа, 1966;
- Калмыков В. М. — М. В. Калмыков (1888—1938) // Серия справок на видных участников Великого Октября, гражданской войны и социалистического строительства на Урале. Свердловск, 1967;
- Плотников И. Ф. — Героическая эпопея Уральской партизанской армии Блюхера. Уфа, 1986;
- Алексеев Д. Г., Голубых М. Д., Калмыков В. М. — Главком Красноусольской, комбриг Чонгарской. Уфа, 1971;
- Алексеев Д. Г., Голубых М. Д., Калмыков В. М. — Комкор М. В. Калмыков. Изд 3-е. Уфа, 1988.
- Паль Р. — Выкован в пламени // Генералы Башкортостана. Уфа, 1995.
- Черушев Н. С., Черушев Ю. Н. Расстрелянная элита РККА (командармы 1-го и 2-го рангов, комкоры, комдивы и им равные): 1937—1941. Биографический словарь. — М.: Кучково поле; Мегаполис, 2012. — С. 80—82. — 496 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-9950-0217-8.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Приказ от 20 ноября 1935 года.
- ↑ ныне посёлок Красноусольский Гафурийского района
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральская Историческая Энциклопедия(недоступная ссылка)
- Репрессии в Красной Армии
- 2 декабрҙә тыуғандар
- 1888 йылда тыуғандар
- 27 декабрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Изге Георгий ордены билдәһе кавалерҙары
- Георгий миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Үлгәндән һуң аҡланғандар
- СССР-ҙа атылғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар
- 16 апрелдә вафат булғандар
- 1938 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- КПСС ағзалары