Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры
Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры | |
Элекке исеме |
Ҡыйғы колхоз-совхоз театры, Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры |
---|---|
Эшләй башлаған |
1934 |
Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан башҡорт халыҡ театры.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934 йылда Ҡыйғы колхоз-совхоз театры булараҡ ойошторола.
1959 йылдан алып театр «халыҡ» исемен йөрөтә, ә 1977 йылда уға РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Ғ. М. Минһажев исеме бирелә.
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡадир Даяндың «Таңсулпан»ы театрҙың беренсе постановкаһы була. Ҡыйғы башҡорт халыҡ театрында 150-нән артыҡ спектакль ҡуйылған, шулар араһынан:
- «Аты барҙың дәрте бар» (Наил Ғәйетбаев);
- «Ҡыҙ урлау» (Мостай Кәрим);
- «Башмағым» (Хәбибулла Ибраһимов);
- «Их, Өфө ҡыҙҙары!» (Ибраһим Абдуллин);
- «Ул ҡайтты» (Әнғәм Атнабаев);
- «Ҡарлуғас» (Баязит Бикбай);
- «Пуля» (Д. Салихов)[1] һәм башҡалар.
Составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ театры коллектив составында уйнайҙар: Б. Б. Бикмөхәммәтов, М. Г. Исламова, Г. Х. Сәғитова; Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, М. Г. Бадамшина һәм М. Л. Лоҡманов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре М. Б. Вәлиев, Ф. Б. Хәбибуллин һәм башҡалар.
Театрҙың беренсе художество етәксеһе И. Ибраһимов була. Төрлө ваҡытта театр менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р. А. Кутупов, Р . С. Самиков һәм башҡалар етәкселек итә.
Театр постановкаларының художество биҙәлеше өҫтөндә Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Е. А. Белоусов, К. Г. Ғайфуллин, ә музыкаль яҡтан — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сибәғәт Яруллин эшләй.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ауыл драма коллективтарының Бөтә Рәсәй смотрҙары лауреаты (Ырымбур ҡалаһы, 1964, 1967);
- Халыҡ театрҙарының Бөтә Рәсәй смотрҙары лауреаты (г Чебоксары, 1969);
- Ауыл үҙешмәкәрҙәренең Бөтә Рәсәй смотрҙары лауреаты (Өфө, 1972);
- Үҙешмәкәр сәнғәт ижады Бөтә Союз фестивалдәре лауреаты (Өфө, 1977, 1985);
- Үҙешмәкәр сәнғәт ижады Бөтә Союз фестивалдәре лауреаты (Өфө, 1987);
- Республика театр сәнғәте смотры лауреаты (Үрге Ҡыйғы ауылы, 1990);
- Халыҡ театрҙарының «Алтын тирмә — Золотая юрта» фестивалдәре лауреаты (Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы, 1996; Яңауыл ҡалаһы, 2005).
Факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры ҡарамағында Балаларҙың өлгөлө «Кажигер» театры эшләй[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғ. Минһажев исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2020)