Киров районы (Өфө)
«»
Киров районы | ||
| ||
Өфө | ||
---|---|---|
Барлыҡҡа килгән: | ||
Тәүге телгә алыу: |
1935 | |
Этнохороним: |
кировсылар | |
Майҙаны: |
131 км² | |
Халыҡ һанын иҫәпләү: |
2015 | |
Халыҡ һаны: |
↗160 546[1] кеше | |
Телефон кодтары: |
+7 347 | |
Киров районы — административ территориаль берәмек, Өфө ҡалаһындағы ете райондың береһе, ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Өфө районының ауыл биләмәләре ҡушылыуы арҡаһында өс айырым өлөштө үҙ эсенә алған территорияны биләй. Һәм шул уҡ ваҡытта тарихи төп өлөшө булған һәм яңы ҡушылған биләмәләр араһында ҡала округына индерелмәгән биләмәләр ҙә бар.
Район территорияһында, Өфө йылғаһы буйында, Үрге Дудкинский утрауы бар[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылдың 13 ноябрендә Өфө ҡала эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеецтар советы президиумы ҡарарына ярашлы ойошторола. 1935 йылдың декабрендә БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән райондың сиктәре «Зенцов урамынан, иҫке Өфө, Сиған яланы, Пугачев һәм Көнсығыш слободаларын үҙ эсенә алған, Сутолокаға табан» арала билдәләнә. Шулай итеп, район составына ҡаланың иң иҫке өлөшө, Өфөнөң тарихи үҙәге эләгә.
Районды ойоштороу ваҡытында уның территорияһында 79 мең кеше йәшәгән. Уларҙан тик биш мең кеше тау заводтары ҡорамалдары, кирбес, алебастр, урман киҫеү һәм һыра заводтарында эшләй. Кондитер фабрикаһы, ит комбинаты һәм типография була.
Торлаҡ фонды бик аҙ була. Районда йәшәгән һәр кешегә 3,3 квадрат метр торлаҡ тура килә. Суйырташ менән түшәлгән урамдарҙың оҙонлоғо 15 саҡрым тәшкил итә, ҡала халҡын һыу менән 10 колонка тәьмин итә.
10 башланғыс, 8 тулы булмаған урта һәм 7 урта мәктәп уҡыусылары һаны — 13 мең, уларға 427 уҡытыусы белем бирә. Бынан тыш, районда 3 фабрика — завод уҡытыуы ойошторолған, 4 техникум һәм бер юғары уҡыу йорто булған. Шул уҡ ваҡытта 5 меңдән ашыу кеше грамотаһыҙ булған.
Районда айына 11770 кеше мөрәжәғәт итерлек ике амбулатория асылған. Балалар консультацияһы эшләгән. Районда йәшәүселәрҙең мәҙәни ихтыяждарын 10 клуб һәм башлыса заводтар һәм артелдәр янында булдырылған 17 ҡыҙыл мөйөш ҡәнәғәтләндергән. 5 китапхана эшләгән.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[3] | 1970[4] | 1979[5] | 1989[6] | 2002[7] | 2003[8] | 2004[8] |
100 566 | ↘93 177 | ↗120 722 | ↗149 237 | ↘141 955 | ↘141 803 | ↘138 744 |
2005[8] | 2006[8] | 2007[8] | 2008[8] | 2009[9] | 2010[10] | 2013[11] |
↘135 083 | ↘130 762 | ↘127 102 | ↘127 091 | ↗129 133 | ↗147 062 | ↗154 409 |
2014[12] | 2015[1] | |||||
↗156 820 | ↗160 546 |
Бөгөнгө көнө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда район территорияһы 13108 га тәшкил иткән. Бында 158 меңдән ашыу кеше йәшәгән (ҡала халҡының 13,8 %). Кировсыларҙың уртаса йәше — 39,1; район халҡының 55 % — ҡатын-ҡыҙ, йәшәүселәрҙең яҡынса 32 % — 14 йәштән алып 30 йәшкә тиклемдәр.
Бында Республика йорто, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай биналары урынлашҡан.
Торлаҡ фонды 2 миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Киң торлаҡ төҙөлөшө элекке Өфө ситтәрен уңайлы шарттары булған «Дуҫлыҡ», «Белореченский», «Ҡариҙел», «Яңауыл», «Радио», «Көньяҡ», «Яңы» микрорайондарына әйләндерҙе.
Райондың һәм ҡаланың үҙәген яңы заманса биналар биҙәй: Нефтселәр мәҙәниәт һарайы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды идаралығы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Республика милли йәштәр театры, Башҡортостан Республикаһының Милли банкы, Социнвестбанк, «Каруанһарай» сауҙа-эшлекле комплексы.
Район составына Мелькомбинат ҡасабаһы инә.
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең сәнәғәт ҡеүәте буйынса район Өфөнөң индустриаль төньяҡ өлөшөнән ҡалыша, әммә тап Киров районы территорияһында Өфө сәнәғәтенең нигеҙҙәре һәм традициялары һалынған. Районда яҡынса 5,5 мең хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барған предприятиелар һәм ойошмалар теркәлгән.
20 эре һәм урта сәнәғәт предприятиелары эшләп килә: медицина препараттары, электр ҡорамалдары, элемтә саралары, туҡыу һәм тегеү әйберҙәре, аҙыҡ-түлек етештерелә. Улар араһында, ААЙ «Фармстандарт — Өфө витамин заводы», ААЙ «Электроаппарат» (машина төҙөү), «Конди» компанияһы, ООО «Башминерал» (нефть табыу), «Көмөш ҡар» туңдырма фабрикаһы, ААЙ «Өфө тирмән комбинаты» (мелькомбинат).
Йылдан-йыл бәләкәй бизнес үҫеше йәнләнә. Районда 1400 тирәһе бәләкәй предприятиелар һәм 5 меңдән ашыу шәхси эшҡыуарҙар бар; иҡтисад өлкәһендә эшкә яраҡлы халыҡтың өлөшө 15 % тәшкил итә.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғариф тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киров районы биәлмәһенә тура килгән белем биреү традициялары 1720 йылға барып тоташа, ул ваҡытта Өфөлә ҡала яны гарнизонда казак ғәскәрҙәре өсөен кадрҙар әҙерләгән беренсе уҡыу йорто — гарнизон мәктәбе барлыҡҡа килгән. 1828 йылда бик күп күренекле кешеләр үҫтергән беренсе дини булмаған ирҙәр гимназияһы асылған. Уның традицияларын бөгөнгө көндә 11-се һанлы Аксаков мәктәп-гимназияһы дауам итә.
XIX быуаттың икенсе яртыһында Мариинск гимназияһы исеме аҫтында (хәҙер 3-сө гимназия) билдәлелек алған беренсе ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы, ирҙәр дини училищеһы, дини семинарияға нигеҙ һалына. Өфөлә иң тәүге булған «Ғосмания» мәҙрәсәһе ҙур абруй менән ҡаҙана. 1906 йылда ҡалала йәшәүсе хәлле кешеләр иғәнәһенә "Ғәлиә" мәҙрәсәһе эшләй башлай һәм башҡорт әҙәбиәтенең мәшһүрҙәрен әҙерләүсе уҡыу йортона әүерелә. Унда милли мәҙәниәттең күренекле эшмәкәрҙәре Ғәлимйән Ибраһимов, Шәйехзада Бабич, Сәйфи Ҡудаш, Булат Ишемғол һәм башҡалар белем ала. Мәҙрәсә Өфө һәм Вавилов урамдары сатында (хәҙер Чернышевский урамы, 5 йорт) урынлашҡан булған.
Район биләмәһе Өфөләге тәүге юғары уҡыу йорто булған уҡытыусылар институты тарихы менән бәйле. Институт 1909 йылда Телеграф урамында (хәҙер Цюрупа урамы, 9 йорт) асыла. 1920 йылдан ул халыҡ мәғарифы институты итеп үҙгәртелә һәм ғалим К. А. Тимирязевтың исеме бирелә, 1929 йылдан институт Башҡорт дәүләт педагогия институты тип атала. 1957 йылда институт нигеҙендә республиканың төп юғары уҡыу йорто — Башҡорт дәүләт университеты булдырыла.
1930 йылда элекке дини семинария бинаһында (Карл Маркс урамы, 3 йорт) икенсе — Башҡорт ауыл хужалығы институты, ике йылдан һуң баш ҡаланың өсөнсө юғары уҡыу йорто — медицина институтында асыла.
Мәғариф бөгөнгө көндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө көндә районда профилле белем биреү учреждениелары селтәре киң йәйелдерелгән. 22 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, 13 өҫтәмә белем биреү учреждениелары бар.
Урта уҡыу йорттарында — 3 гимназия, 3 лицей, 7 дөйөм белем биреү һәм 5 айырым предметты тәрән өйрәнеү мәктәптәрендә яҡынса 15 мең уҡыусы белем ала, 1 меңдән ашыу уҡытыусы эшләй.
Бөгөн район территорияһында 8 юғары уҡыу һәм 8 урта махсус уҡыу йорттары урынлашҡан.
Район биләмәһендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттары:
- Башҡорт дәүләт университеты (БДУ);
- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (БДПУ);
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы (БАГСУ);
- Өфө дәүләт авиация техник университеты (ӨДАТУ);
- Башҡорт дәүләт медицина университеты (БДМУ);
- Өфө дәүләт сәнғәт институты (ӨДСИ);
- Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты (ӨЮИ);
- Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты (ӨДИСУ).
Район биләмәһендә урынлашҡан махсус урта махсус уҡыу йорттары:
- Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы
- Өфө сауҙа-иҡтисади колледжы
- Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы
- Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжы
- Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ техникумы
- Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы
- Урта махсус музыка колледжы
- Өфө финанс-иҡтисади колледжы (Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте эргәһендәге Финанс университеты, Өфө филиалы)
- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты колледжы
- Башҡорт дәүләт университетының колледжы
Һаулыҡ һаҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1924 йылда Туҡай урамындағы 23 йортта совет заманында беренсе поликлиника — Үҙәк амбулатория асыла, һуңынан Өфө ҡалаһының 1-се һанлы поликлиникаһы тип үҙгәртелә. Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Ҡала һуғыш ветерандары госпитале Өфө ҡалаһының тарихи үҙәгендә, Республика кардиология үҙәге, Республика балалар клиника дауаханаһы, 4-се һанлы Ҡала бала табыу йорто, ашығыс ярҙам күрһәтеү дауаханаһы, хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханалары бер бөтөн ҡаласыҡ булып район биләмәһендә урынлашҡан. Бында республиканың бөтә район-ҡалаларынан һәм сит өлкәләрҙән дауаланырға киләләр. Иң ҡатмарлы операциялар эшләгән Күҙ ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты бөтә Рәсәйгә билдәле. Яңы тыуған балаларҙан башлап ауырыҙарҙы ҡабул иткән берҙән-бер офтальмология үҙәге булып тора.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киров районында Өфө ҡалаһында беренсе төҙөлгән «Динамо» стадионы, «Буревестник» бассейны урынлашҡан. 73 спорт залы, 7 йөҙөү бассейны, 7000 мең тирәһе кеше үткәреү мөмкинлеге булған 93 спорт майҙаны бар.
Мәҙәни тормош
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө театры тарихы хәҙерге заман район биләмәһендә 1772 йылда башлана, Голубиная ҡасабаһында Минзәлә воеводаһы Никита Можаров йортонда һөргөндә булған поляктар «Пан Бронислав» опереттаһының ике тамашаһын ҡуя.
Видинеев баҡсаһындағы йәйге театр бик оҙаҡ ваҡыт өфөлөләрҙең мәҙәни тормошоноң үҙәге була, бында бөйөк урыҫ йырсыһы Фёдор Шаляпин беренсе тапҡыр сығышы яһай.
Өфөлә тыуған С. Т. Аксаков иҫтәлегенә 1909 йылда Дворян йыйылышы бинаһы ҡаршыһында Аксаков Халыҡ йортона нигеҙ һалына. 1938 йылдан алып был йортта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры урынлаша.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бөтә донъяға билдәле бейеүсе, балетмейстер һәм дирижер Рудольф Нуреевтың таланты асыла, Майя Таһирова, Зәйтуна Насретдинова, Гузәл Сөләймәнова, Элеонора Ҡыуатова үҙҙәренең иң яҡшы партияларын бейей, башҡорт операһының йондоҙҙары Асҡар Абдразаҡов, Радик Гәрәев йырлай.
Район биләмәһендә 3 театр урынлашҡан:
- Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры
Киров районының хәҙерге заман биләмәһенә Рәсәйҙә һәм донъяла танылыу тапҡан күп кешеләрҙең тормошо бәйле. Яҙыусы Сергей Аксаков, йырсы Фёдор Шаляпин, рәссам Михаил Нестеров, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Мәжит Ғафури тураһында музейҙар һәм күп һанлы мемориаль таҡтаташтар хәтер һаҡлай. Бында шулай уҡ башҡорт бейеүен донъя кимәлендә танытыу өсөн күп көс һалған Фәйзи Ғәсҡәров ижад иткән.
Киров районы популяр рок-башҡарыусы, музыкант һәм шағир Юрий Шевчуктың бәләкәй Ватаны, уның ижадына хөрмәт итеүселәр Ленин һәм Достоевский урамдары сатындағы Шевчук йәшәгән йортто яҡшы белә.
Районда урынлашҡан Өфө сәнғәт училищеһын Земфира тамамлаған.
Киров районында илдәге иң тәүгеләрҙән булып асылған Нариман Сабитов исемендәге 1-се һанлы музыка мәктәбе урынлашҡан, уның тарихы XIX быуаттың уртаһынан башлана.
Районда «Родина» кинотеатры, 35 музей, 6 китапхана бар. Ике миллион том фонды булған Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана — республиканың ҡаҙанышы. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һынлы һүрәт сәнғәте, графика, скульптура, Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең XIX—XX быуат биҙәү-ғәмәли сәнғәте сағылдырылған; шулай уҡ бында урыҫ футуризмына нигеҙ һалыусы Давид Бурлюктың эштәре һаҡлана.
Яҙыусылар, рәссамдар, композиторҙарҙың ижади союздары идаралыҡтары эшләп килә. 1960 йылдарҙың аҙағынан Ағиҙелдең текә ярын башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәле биҙәй, Европала иң эре атлы скульптура тип һаналған һәйкәл республиканың символына һәм уның гербының төп биҙәлешенә әүерелде. Видинеев баҡсаһының данлыҡлы вариҫы — Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү баҡсаһы СССР-ҙа ике тапҡыр иң яҡшы баҡса тип таныла, ә 2005 йылда сираттағы мәртәбә Өфөнөң иң яҡшы мәҙәниәт паркы тип билдәләнә.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Районда Рәсәй Үҙәк дини назараты мөфтөйө резиденцияһы урынлашҡан.
- Район биләмәһендә мосолман мәсеттәре
- Рәсәй Үҙәк диниә назаратының беренсе йәмиғ мәсете (Туҡай урамы, 52 йорт);
- «Ихлас» мәсете (Сочи урамы, 43 йорт);
- Әр-Рәхим мәсете төҙөлә (Салауат Юлаев проспекты һәм Коммунистик урамы киҫелешендә)
- Район биләмәһендә Православие ғибәҙәтханалары
- Изге-Сергиев ғибәҙәтханаһы (Дуҫлыҡ монументы районында),
- Покровский сиркәүе (Дуҫлыҡ монументы районы),
- Спас ғибәҙәтханаһы (Октябрь революцияһы урамы),
- Раштыуа-Богородицк ғибәҙәтханаһы (Башҡортостан митрополияһының һәм Өфө епархияһының кафедраль соборы)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Лист карты N-40-41 Уфа. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Подготовка к проведению всероссийской переписи населения на территории городского округа г. Уфа
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө ҡалаһы порталында Киров районы 2012 йыл 10 май архивланған.