Кирәев Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кирәев Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 5 июнь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны РСФСР, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Үрнәк
Вафат булған көнө 26 февраль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Силәбе өлкәһе, Үрге Өпәйле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Кирәев Шәймөхәмәт Шаһийыһан улы 5 июнь 1922 йыл — 26 февраль 1993 йыл) — урман хужалығы хеҙмәткәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың Силәбе өлкә комитеты ағзаһы (1971). Өпәле леспромхозының Почет китабына индерелгән (1966)[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кирәев Шәймөхәмәт Шаһийыһан улы 1922 йылдың 5 июнендә Ҡара көсөк ауылында тыуған (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Үрнәк ауылы).

Белеме — тулы булмаған урта.

1938 йылда Саҡмағош районының Куйбышев исемендәге совхозда тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай.

19411945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Курск дуғаһында һуғыша, Львов, Брно, Будапешт ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинға тиклем барып етә. Бөйөк Ватан һуғышы барышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) менән бүләкләнгән.

19461952 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге министрлығында эшләй[1]. Мәскәү ҡалаһында юл хәрәкәтен көйләүсе, 82-милиция бүлеге милиционеры булып хеҙмәт итә[2] .

1952 йылдан алып — «Челябметаллургстрой» тресының «Прокатстрой» төҙөлөш идаралығы бригадиры, һуңынан йөк ташыусы, ағас ҡырҡыусы, ботаҡ киҫеүсе, артабан Силәбе өлкәһе Өпәле леспромхозының «Красный стан» участкаһы бригадиры булып эшләй. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн «Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ» ордены (1966), Ленин ордены (1971) менән бүләкләнә.

Өпәле леспромхозының Ш. Ш. Кирәев етәкләгән бригадаһы һигеҙенсе биш йыллыҡ (19661970) һөҙөмтәләре буйынса леспромхоздың социалистик ярышының авангардында бара һәм иң яҡшы бригада тип таныла. Ул етәкләгән бригада алдынғы тәжрибә мәктәбе булып тора һәм «Дисциплина — бөтә эштең дә төп күсәре, дуҫлыҡ — хеҙмәт ярҙамсыһы» девизы аҫтында эшләй, девиз һөҙөмтәһе булып производство йөкләмәләрен арттырып үтәү тора.

1971 йылдың 7 майындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы биш йыллыҡ планды утәү барышында урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүҙә күрһәткән уңыштары өсөн Кирәев Шәймөхәмәт Шаһийыһан улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Ш. Ш. Кирәев Силәбе өлкәһенең урман комплексын үҫтереүҙә эшләү менән бер рәттән Үрге Өпәле ҡалаһының һәм Силәбе өлкәһенең йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. КПСС-тың Силәбе өлкә комитеты ағзаһы (1971) була.

1982 йылда пенсияға сыға.

Өпәле леспромхозының Почет китабына индерелгән (1966). 1993 йылдың 26 февралендә Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәле ҡалаһында вафат була.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • Ленин ордены (1971),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966),
  • I дәрәжә Ватан һуғышы (6.11.1985) ордены[3],
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • «За доблестный труд. В ознаменование 100-летия со дня рождения В. И. Ленина» (1970)
  • Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1969)
  • 9-сы бишйыллыҡ ударнигы (1975)
  • Социолистик ярыш еңеүсеһе (1975, 1976)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. − Т. 3: З-К. — 672 с. ISBN 978-5-88185-064-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]