Климов Владимир Яковлевич
Климов Владимир Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 11 (23) июль 1892 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 9 сентябрь 1962[1] (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, РСФСР, СССР[1] |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, военный бортинженер |
Эшмәкәрлек төрө | аэродинамика[d] |
Эш урыны |
Үҙәк авиация моторҙары төҙөү институты[d] Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы Мәскәү авиация институты |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто |
Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты Комиссаровское техническое училище[d] |
Хәрби звание | генерал-майор инженерно-технической службы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Климов Владимир Яковлевич Викимилектә |
Владимир Яковлевич Климов (11 (23) июль 1892 йыл — 9 сентябрь 1962 йыл) — авиация моторҙары эшләү өлкәһендә совет ғалимы, авиация двигателдәре конструкторы, инженер-авиация хеҙмәте генерал-майоры (1944), СССР Фәндәр академияһы академигы (1953). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1940, 1957). Дүрт тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1941, 1943, 1946, 1949).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Яковлевич Климов 1892 йылдың 11 (23) июлендә Мәскәүҙә тыуа. Сығышы менән Владимир губернаһының ситкә йөрөп эшләүсе крәҫтиәндәренән.
Комиссаров техник училищеһында уҡый. 1918 йылда Н. Э. Бауман исемендәге МВТУ тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1917 йылдың октябрендә Коломна заводтары йәмғиәтендә (Мәскәү) инженер-конструктор булып башлай. 1918 йылдың июленән 1931 йылға тиклем өлкән инженер-лаборант, бүлек начальнигы, ғилми автомобиль лабораторияһы директоры ярҙамсыһы (һуңынан СССР Ғилми автомотор институты (НАМИ) тип үҙгәртелә) була. 1931 йылдан башлап — Үҙәк авиация моторҙар төҙөү институты бензин двигателдәре бүлегенең техник контрольначальниг. Бер үк ваҡытта Мәскәү юғары техник училищеһында, Ломоносов институтында һәм Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа флоты академияһында уҡыта, мәскәү авиация двигателдәрен проектлау институты кафедраһы етәксеһе була.
1935 йылда 26-сы Рыбинск моторҙар эшләү заводының баш конструкторы итеп тәғәйенләнә. 1941 йылдың авгусында Өфөлә, эвакуацияланған заводта (Өфө моторҙар эшләү заводы) эшләй башлай, авиация двигателдәре баш конструкторы була. Фәнни һәм производство эшмәкәрлеге - истребителдәр авиацияһы һәм ҙур тиҙлекле бомбардировщиктар өсөн авиация двигателдәре проектлау һәм эшләү. 1943 йылда ул эшләгән двигателдәр “ВК” (Владимир Климов) билдәһе менән сығарыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, йыйған аҡсаһын оборона фондына тапшыра.
СССР Юғары Советының икенсе саҡырылыш депутаты (1946—1950).
Владимир Яковлевич Климов 1962 йылдың 9 сентябрендәвафат була.Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында (1-се участка) ерләнә.
2002 йылда Запорожьеның Шевченко раонындағы бер урамға В. Я. Климов исеме бирелә[2]. Шулай уҡ Запорожьела академик Климов паркы бар[3].
Наградалары һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (28.10.1940, миҙал№ 9; 12.07.1957)
- биш Ленин ордены (29.12.1936; 28.10.1940; 30.12.1943; 02.07.1945; 23.07.1952)
- 1-се дәрәжә Суворов ордены (16.09.1945)
- 2-се дәрәжә Суворов ордены (19.08.1944)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (10.06.1945)
- Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордены (05.03.1939)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (05.11.1954)
- башҡа миҙалдар
- Өс беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1941 йыл, 1946, 1949)
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1943 йыл)
Климовтың хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атлас конструкций авиационных моторов. Ч. 1—2. — М.—Л., 1935—1938.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. Я. Климов исемендәге Фәнни-производство берекмәһе бар. 2017 йылдың 23 октябрендә предприятие территорияһында В. Я. Климовҡа һәйкәл асыла. Завод бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Предприятие йыл һайын Петербургтың 3-4-се курс студенттары араһында Климов исемендәге конкурс үткәрә һәм «Климов» стипендияһын бирә[4].
- Санкт-Петербургта Выборг районының Оло Сампсониев һәм Кантемир урамдары сатындағы майҙан уның исемен йөрөтә.
- Мәскәүҙә Баранов исемендәге ЦИАМ урынлашҡан Авиамотор урамы башында В. Я. Климо бюсы ҡуйылған.
- Новодевичье зыяратында һәйкәле бар.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Климов Владимир Яковлевич . «Герои страны» сайты.
- «К-22» — Линейный крейсер / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 4).
- В. Я. Климов. Герой Социалистического Труда, генерал-майор инженерно-авиационной службы. — «Техника воздушного флота», 1944, № 11—12.
- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Климов Владимир Яковлевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Климов Владимир Яковлевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ «Вулиці Запоріжжя — дзеркало історії». Літера «А»
- ↑ Ахинько Е. Шевченковский район: красота, но не везде // Миг. — 24.06.2010. — № 25. — С. 38. Архивировано из первоисточника 26 август 2014.
- ↑ Владимирова А. Ступени вверх // Санкт-Петербургские ведомости. — 2019. — 13 ноября.
- 23 июлдә тыуғандар
- 1892 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 9 сентябрҙә вафат булғандар
- 1962 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 3-сө саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаттары
- Шәхестәр:Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
- Машина төҙөүселәр
- 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Генерал-майорҙар (СССР)
- Сталин премияһы лауреаттары