Ковальджи Кирилл Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ковальджи Кирилл Владимирович
рус. Кирилл Владимирович Ковальджи
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Каменское[d], Четатя-Албе[d], Румыния короллеге
Вафат булған көнө 10 апрель 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (87 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, журналист, әҙәби тәнҡитсе, тәржемәсе
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре медаль «Михай Эминеску»
 Ковальджи Кирилл Владимирович Викимилектә

Кирилл Владимирович Ковальджи (14 март 1930, Ташлык ауылы[2] — 10 апрель 2017, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй шағиры, прозаик, әҙәби тәнҡитсе һәм тәржемәсе. «Кольцо А» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ташлык ауылында болгар-әрмән ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Владимир Иванович Ковалджи (1901—1984) — нотариус ярҙамсыһы, бухгалтер, әсәһе — Урфалова Маргарита Николаевна (Урфалянц; 1899—1985) — йорт хужабикәһе. К. В. Ковалджиҙың бала сағы Кагулда һәм Аккерманда үтә.

1954 йылда А. М. Горький исемндәге әҙәби институтты тамамлай. Кишиневта журналист (1954—1959), СССР Яҙыусылар союзы идараһында консультант (1959—1970), «Совет әҙәбиәте» журналының баш мөхәррире урынбаҫары (сит телдәрҙә) (1970—1972), «Литературное обозрение» журналы бүлеге мөдире (1972—1977), «Юность» журналының тәнҡит бүлеге мөдире (1977—1990), «Московский рабочий» нәшриәтенең баш мөхәррире (1992—2000) булып эшләй, 2001 йылдан 2013 йылға тиклем — интернет-журнал «Пролог» программаһы етәксеһе (Фонд СЭИП), 2013 йылдың мартынан — Мәскәү яҙыусылар союзының «Кольцо А» журналының баш мөхәррире.

1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1992 йылдан Мәскәү яҙыусылар союзы секретары. Рус ПЕН үҙәге ағзаһы. «Муза» альманахының, «Юность» журналының редколлегия ағзаһы. Мәскәү яҙыусылар союзының «Венец» әҙәби премияһы (2000), «Поэтоград» аҙналығы премияһы (2010), «Дети Ра» журналы премияһы (2014) лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).

Кирилл Ковальджиҙың әҙәби студияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кирилл Ковальджиҙың әҙәби студияһынан XX быуат аҙағы — XXI быуат башындағы иң яҡшы совет-рәсәй шағирҙары сыға: Иван Жданов, Александр Ерёменко, Юрий Арабов, Нина Искренко, Алексей Парщиков, Евгений Бунимович, Владимир Тучков, Виктор Коркия, Марк Шатуновский, Владимир Друк һәм башҡалар.

Ковальджи студияһына Игорь Иртеньев, Вилли Брайнин-Пассек (1980-се йылдарҙа), Виталий Кальпиди, һуңыраҡ Александр Переверзин, Елена Дорогавцева, Наталья Полякова, Елена Лапшина, Евгений Никитин һәм башҡалар килә. Студияның традициялары 2007—2009 йылдарҙа «Стелла» художество фонды ҡарамағындағы Мәскәү шиғри клубында тергеҙелә, уның рәйесе Кирилл Ковальджи була. Ваганьково зыяратында ерләнгән[3].

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағир булараҡ 1947 йылдан баҫыла. Шиғырҙары «Новый мир», «Дружба народов», «Континент», «Октябрь», «Юность», «Огонёк», «Арион», «Нева» һәм башҡа журналдарҙа баҫылған. Бер нисә шиғыр («Испытание», 1955, «Голоса», 1972, «После полудня», 1981, «Книга лирики», 1993, «Невидимый порог», 1999, «Тебе. До востребования», 2003, «Зёрна», 2005, «Избранная лирика», 2007) һәм проза (роман «Лиманские истории», 1970, «Свеча на сквозняке», 1996, «Обратный отсчёт», 2004) һәм проза ("«Лиманские истории» романы, 1970, «Свеча на сквозняке», 1996, «Обратный отсчёт», 2004) китаптары авторы. Яҙыусының 80 йыллығына «Әҙәби досье. Кирилл Ковальджи» (2010) баҫылып сыға. Яңы шиғырҙар йыйынтығы «Дополнительный взнос» (2012). «Моя мозаика или По следам кентавра» (2013), «Сонеты» (2014), «Поздние строки» (2017)

Молдавия шағирҙарын — Андрей Лупанды, Е. М. Буковты, Г. Менюкты, П. Боцуны һәм башҡаларҙы, Румыния шағирҙарын — М. Эминеску, Дж. Кошбука, Н. Стэнеску, М. Сореску, М. Динеску, Лео Бутнару һәм башҡаларҙы тәржемәләй.

Кирилл Ковальджиҙың шиғырҙары һәм прозаһы бер нисә Европа телдәренә, айырым баҫмалары румын, поляк, болғар, молдаван телдәренә тәржемә ителгән. К. Ковалджи шиғырҙарына бер нисә йыр яҙылған, шул иҫәптән: «Новогодний вальс» һәм «О Ленинграде» (музыка авторы — композитор Михаил Чистов) һәм шағирҙың улы Владимир Ковальджи 2018 йылда яҙҙырған «Невидимый порог» альбомы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Михай Эминеску» миҙалы (15 июнь 2000 йыл, Молдавия) — милли яңырыу эшендә ҡаҙаныштары, Михай Эминескуның әҙәби мираҫын пропагандалауға һәм милли рухи ҡиммәттәрҙе раҫлауға ҙур өлөш индергәне өсөн[4].
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (8 июнь 1960 йыл) — Молдавия сәнғәтен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм Мәскәү ҡалаһында үткән Молдавия сәнғәте һәм әҙәбиәте декадаһы менән бәйле[5].
  • Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (10 апрель 2006 йыл) — мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле эше өсөн[6].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (7 ғинуар 2002 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]