Комаров Алексей Никанорович
Комаров Алексей Никанорович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1 (13) октябрь 1879 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Тула губернаһы[d] |
Вафат булған көнө | 31 март 1977 (97 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР, РСФСР, Мәскәү өлкәһе, Коломенский район[d], Пески[d] |
Ерләнгән урыны | Конев-Бор[d] |
Һөнәр төрө | рәссам, скульптор |
Уҡыу йорто | Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d] |
Жанр | иллюстрация[d], плакат[d], графика[d] һәм Скульптура |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Статус авторского права как автора | работы защищены авторским правом[d] |
![]() |
Комаров Алексей Никанорович (13 октябрь 1879 йыл — 31 март 1977 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, скульптор, анималист.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алексей Никанорович Комаров Тула губернаһының Скородный ауылында тыуған. Тула эргәһендәге атаһының имениеһында йәшәй, һуңынан ғаиләләре менән ҡалаға күсәләр. Тула реаль училищеһында, МУЖВЗ-да уҡый. Тулала, Ҡазанда, Мәскәүҙә йәшәй. 1906 йылда күп сәйәхәт итә. Балалар өсөн сығарылған китаптар, «Мурзилка» журналы иллюстраторы булараҡ билдәле.
Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
А. Н. Комаров яҙыусы-натуралистар: Петр Мантейфель, Георгий Скребицкий, Евгений Спангенберг, Чаплина Вера китаптарына иллюстрациялар яһай.
Уның эштәре Дарвинов Дәүләт музейы (Мәскәү), Курск өлкә картиналар галереяһы, Мәскәү өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Истра), Коломен районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Коломна), К. А. Тимирязев исемендәге Биология музейы (Мәскәү) , Тарус картиналар галереяһы (Таруса) һ. б. музейҙарҙа һаҡлана[1].
Ижадында Башҡортостан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
А. Н. Комаров күп сәйәхәт итә. Әстрхан, Ҡырым, Ҡаҙағстан, Кавказ, Алтай ерҙәрен гиҙә. Булған ерҙәрендә хайуан, кейек, ҡоштарҙың һүрәттәрен төшөрә. 1912 йылда Урал буйлап йөрөй. Сәйәхәттәре тураһында хикәйәләр яҙа. Башҡортостанда ҡунаҡта булған осорҙағы ғүмер хәтирәләрен «Пикник», «Ещё одно воспоминанье», «Табынская икона», «Мулла», «Чёрный аист» хикәйәләрендә яҙып ҡалдыра. «Пикник» хикәйәһендә Торатауға менеүҙәре тасуирлана.
Ғаилә хәле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вальтер Наталья Александровнаға өйләнә.
Балалары | Ейәндәре |
---|---|
Анна Николаевна | Ян Александрович |
Александр Николаевич | Маргарита Радионовна |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ганкина Э. З. «Русские художники детской книги» — М., 1963
- Комаров А.Н. «Рассказы старого лешего» — М., 1998
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 13 октябрҙә тыуғандар
- 1879 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 31 мартта вафат булғандар
- 1977 йылда вафат булғандар
- Мәскәү өлкәһендә вафат булғандар
- РСФСР-ҙың халыҡ рәссамдары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса скульпторҙар
- СССР скульпторҙары
- Алфавит буйынса рәссамдар