Коренчевский Владимир Георгиевич
Коренчевский Владимир Георгиевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Бөйөк Британия |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1880 или 1880[1] |
Тыуған урыны | Вильна губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 июль 1959 или 1959[1] |
Вафат булған урыны | Лондон, Бөйөк Британия |
Һөнәр төрө | патолог, геронтолог, фармаколог, бактериолог, табип |
Эшмәкәрлек төрө | патология[d], геронтология[d], Фармакология, Бактериология һәм медицина[1] |
Эш урыны |
Мәскәү университетының медицина факультеты[d] Институт экспериментальной медицины[d] Император медицина-хирургия академияһы Таврический университет[d] Листеровский институт превентивной медицины[d] |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми дәрәжә | медицина докторы[d] (1909) |
Ойошма ағзаһы | Русское студенческое христианское движение[d] |
Гражданский чин | статский советник[d] |
Коренчевский Владимир Георгиевич Викимилектә |
Коренчевский Владимир Георгиевич (15 ғинуар 1880 йыл — 9 июль 1959 йыл) — Британия һәм Рәсәй патологы, геронтолог, фармаколог һәм бактериолог.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Коренчевский Владимир Георгиевич 1880 йылдың 15 ғинуарында Санкт-Петербургта тыуған[2]
Икенсе Вилен гимназияһында уҡый (1890—1891). 1898 йылда Коренчевский Рига Александров гимназияһын көмөш миҙал менән тамамлай һәм Санкт-Петербургтағы Император Хәрби-медицина академияһына уҡырға инә, 1903 йылда уны ҡыҙыл диплом менән тамамлай[2]. Академияла уҡыған осоронда Николай Краковтың фармакология лабораторияһында «Сравнительно-фармакологические действия ядов на одноклеточных животных» эшен башҡарып, Тучемский исемендәге алтын миҙалға лайыҡ була[3].
1903 йылдың ноябренән алып — Мәскәүҙә 4-се Несвиж гренадер полкының кесе табибы була[2]. Уҡыуын тамамлағандан һуң Коренчевский рус-япон һуғышында (1904—1905) ҡатнаша, 1-се Харбин йыйылма госпиталендә ординатор һәм химия-бактериология лабраторияһында мөдир булып эшләй. Монголияла чума усағын бөтөрөүҙә ҡатнаша. 1904 йылда Харбин хәрби-санитар йәмғиәтендә секретарь була. Һуғыштан һуң Мәскәү ҡалаһына күсеп килә һәм Мәскәү университетының медицина факультетында эшләй башлай. Профессор Георгий Габричесвкийҙа бактериология буйынса стажировка үтә. 1906 йылда Мәскәүҙә ҡарттар өсөн Рус йортона барғанда Коренчевский геронтология менән ҡыҙыҡһына башлай[3].
Габричевский үлгәндән һуң Коренчевский патология проблематикаһы менән шөғөлләнә башлай. 1908 йылда Мәскәү университетының эксперименталь һәм дөйөм патология кафедраһы ассистенты сифатында раҫлана. 1908 йылдың йәйендә Парижда Пастер институтында Илья Мечников лабраторияһында стажировка үтә[3].
Владимир Коренчевский 1909 йылда «К учению о желудочно-кишечном самоотравлении» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм Мәскәү университетының дөйөм һәм эксперименталь патология кафедраһында приват-доцент булып эшләй[3]. Бер йыл үткәс, 1910 йылда, Иван Павлов Коренчевскийҙы Эксперименталь медицина институтына һәм Хәрби-медицина академияһы физиология кафедраһының Физиология бүлегенә эшкә саҡыра. Алты ай дауамында «Биология фәндәре архивына» өс тикшеренеү эше баҫтырып сығара: «Влияние экспериментального малокровия на отделение и состав желчи», «Влияние желчно-кислых солей в их комбинации с энтерокиназой на ферменты панкреатической железы» һәм «Влияние экспериментального малокровия на отделение и состав поджелудочного сока».
Һуңынан ғалим Мәскәүгә ҡайта, унда йыл дауамында Мәскәү университетының хеҙмәткәре була. 1912 йылдың ғинуарында Хәрби-медицина академияһының дөйөм һәм нормаль патология кафедраһының экстраординар профессоры итеп һайлана[3].
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Ҡыҙыл тәре йәмғиәтенең склад советы ағзаһы сифатында эшләй. 1915 йылда Психоневрология институтында беренсе дөйөм патология кафедраһына нигеҙ һала. 1916 йылдан — статский советник. Октябрь революцияһынан һуң Хәрби-медицина академияһының хужалыҡ комитеты ағзаһы була. Мәғариф буйынса Халыҡ комиссариаты ғилми-медицина бүлеге ҡарамағында аңлатыу лекцияларын үткәреүҙә ҡатнаша[2].
1919 йылдың апрелендә Севастополгә командировкаға ебәрелә, унда биология станцияһында эшләй. Ҡырымда Коренчевский Аҡ армияғы ҡушыла. Санитар мәсьәләләр буйынса Антон Деникиндың генералы ярҙамсыһы була. 1919 йылдың 22 июлендә — Рәсәй Көньяғы Ҡораллы Көстәренең Медицина советы. Шул уҡ ваҡытта ғалим Таврия университетының приват-доценты була, унда медицина факультетында уҡыта[3][4].
1920 йылдың мартында ғаиләһе менән бергә «Габсбург» пароходында Новороссийсктан Салоники ҡалаһына эвакуацияға килә, ә унан Власотинец һәм Вранск-Баняға барып етә. Коренчевский Сербтар, хорваттар һәм словендар короллегендә эшкә урынлаша алмай һәм Бөйөк Британияға китә, унда британ гражданлығын ҡабул итә. Эмиграцияла Коренчевский Бөйөк Британияның Рус академик төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе була. 1921 йылда Прагала Рус академик ойошмаларҙың 1-се съезында был төркөмдөң вәкиле була[2]. 1928 йылда Белградта Рус академик ойошмаларҙың 4-се съезында Коренчевскийҙы ойошманың рәйесе итеп һайлайҙар[3]. Рус студенттархристиан хәрәкәтенең һәм уның Лондон түңәрәгенең ағзаһылондон[5].
1920 йылдан 1945 йылға тиклем Медицина тикшеренеү үҙәгендә эшләй һәм Листеров превентив медицина институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Витаминдар һәм гормондарҙы өйрәнеү барышында 100-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә әҙерләй, улар АҠШ һәм Бөйөк Британия журналдарында баҫылып сыға[3].
1939 йылдың йәйендә «Ҡартайыуҙы өйрәнеү клубына» нигеҙ һала, һуңғараҡ ул «Британское общество по изучению старения[en]» тип атала. 1945 йылда Оксфорд геронтология лабораторияһын ойоштора. Лаборатория башта зоология һәм анатомия бүлегендә, ә аҙаҡ — Оксфорд университетының физиология лабораторияһында урынлаша. 1952 йылда Коренчевский лаборатория директоры вазифаһынан китеү менән, ул Лондондың Изге Бартоломью госпиталенә күсерелә[3].
Халыҡ-ара геронтология ассоциацияһына нигеҙ һала. 1950 йылда беренсе халыҡ-ара геронтологтар конгресында Коренчевскийҙы идаралыҡтың ғүмерлек ағзаһы итеп һайлайҙар[2][3]
1959 йылдың 9 июлендә Лондонда вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатын — Женни Альфредовна (1875). Ҡыҙҙары — Зинаида (1907) һәм Марина (1911)[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комментарий
- Сығанаҡтар
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Korenčevskij, Vladimir Georgijevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Сорокина М. Ю. Коренчевский, Владимир Георгиевич // Некрополь Российского научного зарубежья
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 Т. Ульянкина. Коренчевский, Владимир Георгиевич // Международная военно-историческая ассоциация
- ↑ Кравчук, А. (2018). История Крымского федерального университета имени В. И. Вернадского в документах и фотографиях / Министерство Науки и Высшего Образования Российской Федерации, КФУ Им. В. И. Вернадского, [А. А. Непомнящий, А. С. Кравчук]. Белгород : КОНСТАНТА, 2018. 352 с. — с. 21
- ↑ Коренчевский Владимир Георгиевич // Религиозные Деятели Русской Эмиграции
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хавинсон В. Х., Романов В. В., Коровин А. Е., Ульянкина Т. В. Коренчевский Владимир Георгиевич — выдающийся отечественный геронтолог и патофизиолог, профессор Императорской военно-медицинской академии. // Клиническая патофизиология. — 2002. — № 1. — С. 60-64.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 15 ғинуарҙа тыуғандар
- 1880 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 9 июлдә вафат булғандар
- 1959 йылда вафат булғандар
- Лондонда вафат булғандар
- С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамалаусылар
- Бөйөк Британия ғалимдары
- Рәсәй империяһы ғалимдары
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Рәсәй юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары