Котов Михаил Иванович
Котов Михаил Иванович | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 9 (21) ноябрь 1896 |
Тыуған урыны | Рәсәй, Задонск[d] |
Вафат булған көнө | 25 август 1978 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР, Киев |
Һөнәр төрө | ботаник |
Эшмәкәрлек төрө | Ботаника |
Эш биреүсе | Институт ботаники имени Н. Г. Холодного НАН Украины[d] |
Уҡыу йорто | В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Михаил Иванович Котов (27 октябрь (9 ноябрь) 1896 йыл — 25 август 1978 йыл) — СССР-ҙың ғалим-ботанигы. Украина, Кавказ аръяғы, Себер, Уралдың һәм Рәсәйҙең башҡа өлкәләренән көпшәле үҫемлектәрҙең флораһын тикшереүсе. Биология фәндәре докторы.Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), Сталин премияһы (1951) һәм УССР дәүләт премияһы лауреаты (1969), профессор,
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Михаил Иванович Котов 1896 йылдың 27 октябрендә (9 ноябрь) Воронеж губернаһының Задонск ҡалаһында тыуа. Урта белемде Харьковтың 3-сө ирҙәр гимназияһында ала.
1917—1922 йылдарҙа — В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университетының физика-математика факультеты студенты һәм бер үк ваҡытта Халыҡ мәғарифы, Юл профсоюзы курстары лекторы. 1920—1922 йылдарҙа — Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.
1922—1927 йылдарҙа — УССР-ҙың Наркомземдың белгес-геоботанигы. 1923—1926 йылдарҙа — Харьков халыҡ мәғарифы институтының Ботаника кафедраһы аспиранты. 1927—1930 йылдарҙа — Халыҡ мәғарифы комиссариатының ботаника кафедраһы хеҙмәткәре. 1931—1938 йылдарҙа — Ғәмәли ботаника институтының ҡырағай үҫемлектәр бүлеге мөдире. 1938—1941 йылдарҙа — Украина Фәндәр академияһы Ботаника институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1941—1943 йылдарҙа УССР Фәндәр академияһы Ботаника институтының юғары үҫемлектәр бүлеге мөдире (Өфө ҡалаһы, Мәскәү ҡалаһы). Башҡортостанда дарыу үҫемлектәрен өйрәнә. Республикала туғыҙ ботаник-географик районды айыра. «Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр белешмәһе» («Определитель растений Башкирской АССР», 1966) китабы авторҙарының береһе һәм баш мөхәррире. 1943 йыл — үҫемлектәр систематикаһы һәм географияһы, геоботаника һөнәре буйынса профессор. 1943—1972 йылдарҙа — УССР Фәндәр академияһы Ботаника институтының юғары үҫемлектәр систематикаһы бүлеге мөдире. 1972—1978 йылдарҙа — УССР Фәндәр академияһы Ботаника институтының юғары үҫемлектәр систематикаһы бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре-консультанты.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
М. И. Котов һүрәтләгән төрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
|
|
|
М. И. Котов хөрмәтенә аталған төрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Высшие растения:
|
Мүктәр:
- Bryum kotovii Lazarenko.
Лишайниктар:
- Placodium kotovii Oxner,
- Xanthoanaptychia kotovii S.Kondr. и I.Kudratov
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 21 ноябрҙә тыуғандар
- 1896 йылда тыуғандар
- Рәсәйҙә тыуғандар
- 25 августа вафат булғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- Харьков университетын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Биология фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 9 ноябрҙә тыуғандар