Кручёная Балка
ауыл | |
Кручёная Балка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Майҙаны |
5,02 км² |
Климат тибы |
уртаса-континенталь |
Халҡы | |
Тығыҙлығы |
366,14 кеше/км² |
Милли состав |
Урыҫтар, төрөк-месхетиндәр, мордва и др. |
Конфессиональ составы |
Православныйҙар, мосолмандар |
Этнохороним |
Крученая балкалылар (мн.ч.) |
Телефон коды |
+7 86372 |
Почта индексы |
347618 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Рәсми сайт | |
Кручёная Балка — Ростов өлкәһе Сальский районындағы ауыл, Крученая Балка ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл район үҙәге Сальскиҙән көньяҡ-көнбайышҡа табан 17 км алыҫлыҡтағы Урта Егорлык йылғаһының уң ярында урынлашҡан.
Өлкә үҙәге Дондағы Ростовтан ауыл 200 км алыҫлыҡта тора.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға нигеҙ 1858 йыл һалына. Иң тәүге архив сығанағы — " Ставрополь губернаһы тураһында статистик мәғлүмәттәр йыйынтығында " 1869 йылда Крученая Балканың ситкә сығып ултырыуы 1842 йылда булған тип телгә алына, ә халыҡ училищелары инспекторы А. Твалчрелидзе үҙенең Ставрополь крайы буйынса һуңыраҡ сығарған йыйынтығында башҡа датаны күрһәтә. Моғайын, статистика материалдары етерлек булһа ла, был автор уға тиклем сыҡҡан статистиканы файҙаланмай яҙған. Әммә шул уҡ ваҡытта «беренсе утыраҡ» һәм ауылдың рәсми танылған датаһы мәғәнәләре төрлө булыу версияһын да күҙ алдынан сығарырға ярамай.
А. Твалчрелидзе китабында 1897 йылда былай тип яҙыла:
"Крученобалковский ауылы: Егорлык йылғаһы янындағы ауыл киң яҫылыҡта урынлашҡанлыҡтан, бында гелән көнсығыш елдәре иҫә һәм баҫыуҙарға ҙур зыян килтерә.
Ауыл бик күптән түгел, ә тап 1858 йылда барлыҡҡа килеүгә ҡарамайынса, уның халҡы араһында ауылға башта нисек килеп ултырыу тураһында бер ниндәй ҙә риүәйәттәр һаҡланып ҡалмаған. Ауыл торған ер ҡаҙна ҡарамағында булған.
1860 йылда ауылда ағастан Михаило-Архангельская сиркәүе төҙөлгән. 1897 йылда Крученая Балкала 2 мануфактура магазины , 4 бакалея, 1 ваҡ-төйәк әйберҙәр магазины, 1 шарап склады,1 трактир, 1 духан, 1 һыу тирмәне, 26 ел тирмәне һәм 2 май эшләү урыны булған. Ауылда ике мәктәп була: бер класлы халыҡ мәғарифы Министрлығы һәм сиркәү-мәхәллә белем биреү мәктәбе . Крученая Балка ауылы ХIХ быуат аҙағында Крученая Балка өйәҙенең үҙәге була[2]. Иҫтә ҡалған ваҡиға булып 1892 йылдағы холера тора, унан ауылда 5 кеше вафат булған.
1911 йылда ауыл халҡы 5 249 кеше тәшкил итә[3].
Ул йылдарҙа Сальский районы булмаған, уның урынында Дон өлкәһенең Сальский округына Крученая Балка ауылының бер өлөшө , ә икенсе өлөшө Ставрополь губернаһының Медвеженский округының Воронцово-Николаевский өйәҙенә ҡарай. 1924 йылдың 2 июнендә ВЦИК Президиумы ҡарары Воронцово-Николаевский өйәҙе Ставрополь губернаһынан Көньяҡ-көнсығыш Рәсәйҙең Сальский округына күсерелгән. 1930 йылда Төньяҡ Кавказ крайком Президиумы Ҡарары буйынса округтар ғәмәлдән сығарылған. Воронцово-Николаевский районына Сальский районы исеме бирелгән.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1942 йылдың июль-авгусында ауыл немец оккупацияһына эләгә. 1942 йылдың 22 ғинуарынан 1943 йылдың 31 июленә тиклем оккупация дауам иткән.
1942 йылдың июнь айында ауыл өҫтөндәге күктә лётчик лейтенант Челноков хәрби задание үтәп оса. Уның тренировкалар яһау самолетына дүрт немец самолеты һөжүм итә. Ауыл халҡы был алышты күҙәтә. Янған самолетты ергә төшөрөп ултыртҡас, яраланған Челноков кабинанан сыға.
Һауа һуғышы 20 минутҡа һуҙыла, атака бер-бер артлы алып барыла, ә Челноков самолеты немецтарға бирешмәй ут эсенән сыға. Бер һөжүм ваҡытында УТ-1 самолетына нимәлер бәрелә. Уйпатлыҡтан килеп сыҡҡан совет самолетына бер юлы дүрт «мессершмитт» һөжүм итә. Ҡоралһыҙ самолетты немецтар туп-тура атып төшөрөргә булышалар һәм бер атҡанда Челноковты үлемесле яралайҙар. Аэродромды хеҙмәтләндереүсе батальон һалдаттары Челноковты Крученая Балка ауылында ерләй[4].
Сталинград янындағы һуғышта немец-фашист ғәскәрҙәре еңелгәндән һуң, совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә һәм 1943 йылда ауылды немецтарҙан азат итә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ һаны динамикаһы
1873[5] | 1909[6] | 1926[7] |
---|---|---|
572 1 | 952 3 | 646 3 |
Урам селтәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Почта индексы белешмәһе буйынса урамдар исемлеге[8]:
- Сейәле урамы,
- Йылға аръяғы урамы,
- Комсомол урамы,
- Космонавтар урамы,
- Ленин урамы,
- Йәштәр урамы,
- Еңеү урамы,
- Баҡса урамы,
- Азатлыҡ урамы,
- Дала урамы,
- Сухин урамы,
- Тыныс урамы,
- Челноков урамы,
- Партизан урамы,
- Эшсе урамы.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда тыуғандар:
- Горин Виталий Николаевич — Рәсәй Федерацияһы Геройы.
- Захаров Василий Яковлевич — Советтар Союзы Геройы.
- Мандрыкин Ефим Иванович — Советтар Союзы Геройы.
- Ремизов Федор Тимофеевич — танк ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙәр һәйкәле һәм туғандаштар ҡәбере. Яугирҙәр мемориалы ауылдың үҙәгендә урынлашҡан.
Мемориалдың скульптура композицияһы тимер-бетон һәм гипстан эшләнгән. Монумент баш өҫтәренә Дан тажы күтәргән ике һалдат пьедестал өҫтөнә баҫтырылып эшләнгән. Монументтың бейеклеге 5 метр тәшкил итә. Уның ике яҡ ҡабырғаһындағы постаментта Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауыл яугирҙәренең исемдәре яҙылған. Һәйкәлдең пьедесталына: « Бер кем дә онотолмай — бер нәмә лә онотолмай. 1941—1945» — тип яҙып ҡуйылған.
1977 йылдың 9 майында һәйкәл асылған. Туғандаштар ҡәберендә 18 һалдат ерләнгән.
- Билдәһеҙ һалдат һәйкәле һәм туғандаштар ҡәбере. Һәйкәл ауылдың паркында тора. 1962 йылда билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл ҡуйылған, унда автоматлы һалдат һыны күкрәгенә мылтыҡ ҡыҫып тора. Ул уң ҡулы менән Дан тажлы обелискҡа таянған. Обелискта : «Тыуған ил өсөн һуғышта һәләк булған геройҙарға» -тип яҙылған.
Һәйкәлдең гранит пьедесталында гранит плитә тора. Унда : «Бында Крученая Балка һәм Сысоево-Александровка ауылдарын обороналауҙа һәләк булған Совет Армияһы яугирҙәре: капитан, лётчик Челноков А. П., капитан Тисленко, 1 ранг лейтенанты, техник Гречков В. А., рядовой Драбкин һәм 14 билдәһеҙ һалдат һәм сержант ерләнгән. Тыуған еребеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо һәм илебеҙҙе азат итеү өсөн көрәштә һәләк булған геройҙарға мәңгелек дан!»-тип яҙып ҡуйылған.
Һәйкәл бетон һәм гипстан эшләнгән. Һәйкәл янында дүрт лётчиктың һәм 14 билдәһеҙ һалдаттың ҡәбере урынлашҡан[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
- ↑ Историческая справка . 2013 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ Крученобалковское село (Медвеженский уезд)
- ↑ 4,0 4,1 Книга памяти Сальского района
- ↑ ГПИБ | Вып. 61 : Ставропольская губерния : … по сведениям 1873 года. — Ставрополь, 1874
- ↑ «Списки населенных мест Ставропольской губернии (по данным 1909 года)», Ставрополь, 1911 г. С. 110 2012 йыл 31 октябрь архивланған.
- ↑ Поселенные итоги переписи 1926 года по Северо-Кавказскому краю. Ростов-на-Дону. 1929. с.218 2016 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО /налоговых инспекций ФНС / адресов .(недоступная ссылка)